

БЫЙМАҒА ОДА!
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ижады
- Ҡыштың хәле бөттө! - тиеп,
Тәҙрәнән ҡарап торам,
Ишек төбөндә йоҡомһорай
Күпте күргән ҙур быймам...
Эй һин, быймам, быймаҡайым,
Һаҡланың һыуыҡтарҙан,
Ҡурҡып тормай, тәрән тимәй
Юл ярҙың ап-аҡ ҡарҙан.
Көнө буйы алһыҙ-ялһыҙ
Ике нөктә араһын
Тапай торғас, быймаҡайым,
Инде туҙып бараһың.
Саҡ ҡына түҙ, бөгөн-иртән
Күптән көткән яҙ килә,
Коробкаға ипләп һалып
Ял бирермен үҙеңә.
Эй, дуҫҡайым, көнөң бөткән, -
Шуныһы йөрәк өтә...
Һис бошонма, табанлайым,
Беҙҙе бит юлдар көтә!
Мансур Рәхимғолов
Эсеңә көйә төшмәһен,
Махорка ла һалайым.
Эй, шәпһең һин, быймаҡайым,
Һоҡланам – былай-алайым....
Ғәле Фәхретдинов.
Иҙәндәрҙе дер һелкетеп,
Ҡәйнешем йөрөй бейеп.
Итек тауышы сығара,
Табанлы быйма кейеп.
Рәмил Хәсәнов.
Быймаларҙы мин кеймәйем,
Йөрөүе модно түгел.
Һөймәҫ йәрҙе мин һөймәйем.
Барыбер тоғро түгел.
Марттың арты шарт тиеп
Күңел асайыҡ әле,
Быймаларҙы һелкеп элеп,
Таҡмаҡ тетәйек әле!
Февраль айын бөтөрәйек
Күңелле таҡмаҡ менән.
Аҡман-тоҡманды көтәйек
Шаҡылдаҡ итектәрҙән.
"Аҡман-тоҡман бөгөп һалды
Баҡмал әбейҙең улын.
-"Буранмы ни март бураны?" -
Йыры ҡалды ҡыр быуын.
Быныһы Ғәшиә әбейҙең ҡоҙаһына сығарғаны. Ауыл советыпредседателе булған сағында Аҡман-тоҡман буранында аҙашҡайны (мәрхүм).
Рәйсә Иҫәнбаева.
Быймаларын шыпылдатып,
Бейегән була ҡоҙам,
Һәйбәтерәк баҫмаҫ микән,
Ҡана бер ярты боҙам.
Ҡоҙам менән сәкәштереп,
Мин дә берәрҙе эстем,
Ҡоҙам түгел, үҙем ҡыҙып,
Нәскей генәмде тиштем.
Мансур Рәхимғолов.
Ғәле ҡәйнеш, быймаларың,
Шәп бит былай-алайым.
Мин дә иҫке быймаларҙы,
Ҡуй, табанлай һалайым.
Рәмил Хәсәнов.
Табанлаһаң быймаларҙы
Бейегәндә шып итә,
Шып ҡына ла итеп ҡалмай,
Һәр быуыныңа етә!
Мансур Рәхимғолов.
Шып итәме, тып итәме -
Ҡайҙа һуң бейеүсеһе?
Тауыштары сығар ине,
Юҡ уны кейеүсеһе.
Рәмил Хәсәнов.
Итек кейҙем, ситек кейҙем,
Быйма кейҙем табанһыҙ.
Мансур ағайҙы бейетеп
Ҡурай тарттым арманһыҙ.
Рәмил Хәсәнов.
Быйма кейеп аяғыма,
Бейеп ҡарайым әле.
Рәмил ҡустым ҡурай уйнай, -
Бейеп ҡалайым әле!
Мансур Рәхимғолов.
Эй, бейене, эй, бейене
Нәскиҙәрен тишкәнсе.
Ҡайыштары бушап китеп,
Салбарҙары төшкәнсе.
Күлдәге лә сып-сыбар,
Салбары ла сып-сыбар,
Етәр, ағай, күп бейемә,
Сыпсығың осоп сығар!
Рәмил Хәсәнов.
Әйҙә, уйна ҡыҙыуыраҡ,
Унда булмаһын эшең,
Уйна, әйҙә, мин бейейем,
Уйна төшкәнсә тешең!
Мансур Рәхимғолов.
Быйма кейҙем табанлы,
Итек кейҙем кирзауай.
Хәҙер быйма мода түгел,
Иностранныйын дауай!
Әкрәм Ҡәйепҡолов.
Бейеүсенең быймаһына,
Дегәнәктәр йәбешкән.
Таң атҡанса туҡтамаҫбыҙ,
Икебеҙ ҙә килешкән.
Һин бейерһең туҡтай алмай,
Нәскиҙәрең тишкәнсе.
Мин уйнармын ҡурайымды,
Һуңғы тешем төшкәнсе.
Рәмил Хәсәнов.
Ҡурайсы менән бейеүсе
Килешеү төҙөгәндәр:
Тиҙ тишелә кем нәские,
Теше ҡойолор кемдең.
Нәски нимә, тишелһен, ти,
Магазинда 40 тәңкә.
Рәмил, ниңә килештең һин,
Биш мең хәҙер бер тешкә?
Әкрәм килеп ҡушылды бит,
Оданы туҡтатмағыҙ.
Әкрәмдең йоҡлаған телен
Бер аҙ йомшап алығыҙ!
Бәлки шунда килеп тыуыр
Рапсодия межаһы.
Рәмил, Әкрәм һәм Мансур,
Йырлар быйма нужаһын.
Бер рәхәттең бер михнәтен
Һалырһығыҙ бер көйгә.
Быйма табандарын һипләп
Элеп ҡуйығыҙ сөйгә.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Мин бер аҙға туҡтаным,
Тамаҡ кипте, һыуһаным.
Рәмил Хәсәнов.
Быйма һис тә тыҡылдамай,
Быйма батинкә түгел,
Шыпылдатып бер баҫтиһәң
Күтәреләсе күңел.
Рәмил, һиңә таҡмаҡ әйттем,
Моңоң булмаһа – һөйлә,
Ниңә ҡурай уйнамайһың,
Тешең төштөмө әллә?
Мансур Рәхимғолов.
Яҙҙым бит һуң, туҡтаным,
Һыуһап һыу эсеп алдым.
Хәҙер сығам аҙбарға,
Бесән һалам малдарға.
Ауылда бит мал көсө,
Һис бөтмәй уның эше.
Ярай, кисен эш бөткәс,
Уйнармын ҡурай, көткәс.
Ә хәҙергә тәнәфес,
Хуш покаға, связь кәнис.
Рәмил Хәсәнов.
Яҙлы-көҙлө кирза итек,
Ҡышын быйма ямаулы.
Сит илдекен кейер инем,
Илдең сиге ҡамаулы,
Аҡса яғы самалы.
Әкрәм Ҡәйепҡолов.
Боронғоса баҫҡан быйма
Баҙарҙа ла табылмай!
Ҡулдан баҫҡан йомшаҡ быйма,
Һине кемдәр һағынмай?!
Ғаиләлә нисә бала -
Барына етә ине.
Тишелһә ни, оҫталар күп,
Табанлап бирә ине.
Яҙға табан галуш менән
Сусинкә итеп кейҙек.
Һыуға баҫып, боҙ ҡатырып
Коньки итеп тә өйҙөк.
Бала саҡтың бер өлөшө -
Быймаҡай, рәхмәт һиңә!!!
Хәҙер ҙә бит рәхәтләнеп
Һине кейәһе килә...
Гөлсөм Закирова.
Һикереп төштөм быймаға,
Әйҙә киттек йомаға!
Асыу килә хужаға -
Ҡалдырҙы ул нужаға,
Көн ҡалды ҡаптыр-ҡоптор
Ҙур табанлы быймаға.
Яҙ еткән икән дә баһа -
Көнөбөҙ ҡалды әпәт
Галушлы ҙур быймаға.
Кейеп барамын хатта
Кәрәк булһа ҡалаға.
Земфира Кәримова.
Итек тайһа, ипләп тая,
Быйма тайһа, ныҡ тая.
Тишек-тошоҡ быйма кейеп,
Ҡайҙа барҙың һин бая???
Таңһылыу Йәнтүрина.
Тайһа тайһын быймаһы -
Йылы һөйәк һындырмай.
Тишек-тошоҡ булһа ни -
Тубинеский, белдеңмеү?
Земфира Кәримова.
Тувинский быймаһы,
Итектәре фартауай.
Уйна, ҡурай, бейе, әйҙә,
Бейегәндәр ҡартаймай!
Таңһылыу Йәнтүрина.
Тубинский быйманы
Тубиндәр баҫа ине,
Хәҙер баҫалар микән?
Итек тыпырҙап баҫа,
Быйма баҫала микән?
Земфира Кәримова.
Кейҙем Түбин быймаһын
Тиҙ тишелеп ҡуймаһын.
Быйма кейеп рәхәтләнеп
Һис тә бейеп туйманым.
Быйма шәп бейетә икән,
Йомшаҡ ҡына баҫҡанда.
Ғүмерҙәр тиҙ үтә икән,
Нисек кенә яҙһаң да.
Рәсимә Ишемова.
Кислота ҡушып баҫҡандар
Хәҙерге быймаларҙы.
Шуға, ахры, булмай атлап
Иркен баҫып аяҡты.
Ҡаты быйма, ҡаты быйма,
Булһа ла атлап ҡара!
Быйма быйма булып ҡала,
Һыуыҡ теймәй аяҡҡа.
Табанлаған быйма кейеп
Йөрөр замандар үтте.
Алған быйма күпкә етер,
Итек бер сизон етте.
Сизон һайын итек алып
Иткәнсе аҡса әрәм,
На выход бер итек алып
Быйма кейеп үткәрәм.
Тубинский керәшендәр
Быйманы баҫа оҫта.
Мулдан ғына аҡса төшә,
Ике яҡ та тик ота.
Оҙаҡ кейһәң быйма уңа,
Төҫөн һоро төҫ ала.
Тик йылыһын һаҡлап ҡала,
Бына ниндәй шәп быйма!
Заман башҡа - заң башҡа. Тип
Тел киткән ҡалыпланып.
Быймаға ла таҡмаҡ хәҙер
Сыға төймәләр баҫып.
Итектәрҙе, быйма барҙа,
Ситкә һалып торабыҙ.
Биш сизонға бер пар быйма,
Йәлләмәй туҙҙырабыҙ.
Аяғыңа ней кейәһең -
Ситекме әллә итек?
Ник аяҡты йәлләмәйһең,
Аяҡ туңһа, нишләрһең?
Модный итекте маҡтайбыҙ,
Йәнәһе ул кожанан.
Һарыҡтарҙы беҙ маҡтайыҡ,
Ҡотҡара бит нужанан.
Йәш сағында быйма кейеп
Йөрөгәндәр оталар.
Кейгәндәре модный итек
Аҙаҡ таяҡ тоталар.
Түбиндәрҙә быймасылар
Хәҙер бик һирәк ҡалды.
Сизон һайын модный итек
Быйманы тапап һалды.
Быйма баҫыу улар өсөн
Неприбыльный эш икән.
Итек менән конкурентлыҡ
Кеҫәгә бәрмәй микән?
Рәйсә Иҫәнбаева.
Аллы ла була быйма,
Гөллө лә була быйма.
Бер үк ҡойоға батып,
Инде бысратып ҡуйма!..
Тыпырлатып бейей торғас,
Туҙҙы ла ҡуйҙы быймам.
Аһ, әрәм генә булды,
Ундайҙы ҡайҙан алам?
Быймам табаны тишелгәс,
Мин сусинкә кейҙерҙем.
Ну, тыпырсынды быймам,
Шулай ҙа уны күндерҙем...
Гөлфиә Ҡарамырҙина.
Март алдынан ер-һыу таҡмаҡ
Ижад иттек тип баш ҡағам.
Был ижадты башлаусыға
Рәхмәт Сибай ҡашҡаға!
Рәйсә Иҫәнбаева.
Тубинский быйманы
Кейәбеҙ баласаҡтан.
Урам буйлап үтеп китһәк
Һоҡланып ҡаласаҡтар.
Кейҙек тә беҙ, кейәбеҙ ҙә,
Кейәсәкбеҙ беҙ аны.
Таҡмаҡ яҙ тиһәләр әгәр
Яҙабыҙ беҙ - юҡ һаны!
Земфира Кәримова.
Магазиндан һатып алдым
Тубинский быйманы.
Күңелемә яраһа ла,
Аяғыма һыйманы.
Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай.
Кәпрәттә быйма юҡ,
Быйма булһа, калуш юҡ.
Сөм калуш алып кейҙем,
Юлда ул төшөп ҡалған,
Кемдер табып ҡыуанған,
Юғалғанын калуштың
Тик өйгә ҡайтҡас һиҙҙем.
Әкрәм Ҡәйепҡолов.