+24 °С
Ямғыр


Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә
Алашаны атҡа һанама.
Асыуыңды ат итһәң, аҡылыңды теҙген ит.
Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
Ат ҡәҙерен атлы белмәҫ, аш ҡәҙерен ашлы белмәҫ.
Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама.
Ҡунаҡ ҡәҙерле булһа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай.
Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ.
Һаран ҡатын ҡунағы алдында балаһын әрләр.
Атай күңеле – баланың арҡаһында, әсә күңеле – йөрәк бауырында.
Атай йөҙө – ил йөҙө.
Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе – тел.
Кеше аҡылы һүҙ менән үлсәнә.