Бөтә яңылыҡтар

Яратам - яратмайым

Яратмайым йәштәрҙең Меҫкенгә һалышҡанын. Аҡса табыу ауыр тип Диванда һаташҡанын...

Яратам - яратмайым
Яратам - яратмайым

Яратам – яратмайым

Яратмайым егеттәрҙең

Төпсөнөп йөрөгәнен.

Иртә таңдан тороп алып

Төпсөгөн эҙләгәнен.

 

Яратмайым егеттәрҙең

Төндә ҡапҡа ҡаҡҡанын

Үлтермәсе, зинһар”,-тип,

Башы шаңҡып торғанын.

 

Яратмайым әсәләрҙең

Балаһын эсергәнен.

Яратам мин уларҙың

Иманға төрөнгәнен.

 

Яратмайым бабайҙарҙың

Болғанлап атлағанын.

Алһыҙ-ялһыҙ әбейенән

Хәмерҙе таптырғанын.

 

Яратмайым йәштәрҙең

Меҫкенгә һалышҡанын.

Аҡса табыу ауыр тип

Диванда һаташҡанын.

 

Яратмайым ир-аттың,

Минмен” тип йөрөгәнен.

Яратам мин уларҙың

Бахмурһыҙ йәшәгәнен.

 

Яратам мин ауылымдың

Арҙаҡлы ир-заттарын.

Илгә яуызлыҡ килгәндә

Айғыр менеп сапҡанын,

Ҡалҡан булып ҡалҡҡанын.

 

Яратам мин Алланы,

Ғәҙеллекте, донъяны.

Тәүфиҡлыны, баланы,

Иген үҫкән даланы.

Әхмәт Раҡаев, Ишмөхәмәт ауылы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: