Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ал таң атыуҙарын яратам...

Һигеҙ тиҫтә ғүмер кисерһәм дә Йәшәргә тип мин һаман йән атам. Ниндәй генә ауырлыҡ бирһәң дә, Тормош, һине, барыбер яратам!..

Ал таң атыуҙарын яратам...
Ал таң атыуҙарын яратам...

Ал таң атыуҙарын яратам!

Яратам мин һине, тормош,

Бар булмышың менән яратам.

Һинең ҡанундарһыҙ йәшәп булмай,

Абынғанда үҙемә шулай аңлатам.

 

Яратам мин һинең бар миҙгелең:

Йәйең, ҡышың, көҙөң, яҙҙарың.

Яратам мин йылға, урмандарың,

Ер терәге – күркәм тауҙарың.

 

Яратам мин йылғаларҙың

Тыныс ҡына ағып ятҡанын.

Яҙҙар етһә, ошо йылғаларҙың

Ярҙарына һыймай ташҡанын.

 

Көҙгө кеүек ялтыр күл өҫтөндә

Сабаҡ уйнағанын яратам.

Пар аҡҡоштоң шунда талғын ғына,

Йөҙөп йөрөүҙәрен яратам.

 

Яҙ көндәре муйыл сәскә атһа,

Ап-аҡ сәскәләрен яратам.

Алмағастың, йүкә, миләштәрҙең,

Хуш еҫ таратҡанын яратам.

 

Таң алдынан килеп һандуғастың,

Сут-сут һайрауҙарын яратам.

Урман төпкөлөндә моңландырып

Кәкүк саҡырғанын яратам.

Офоҡ киңлегендә һыҙылып ҡына

Ал таң атыуҙарын яратам.

 

Һигеҙ тиҫтә ғүмер кисерһәм дә

Йәшәргә тип мин һаман йән атам.

Ниндәй генә ауырлыҡ бирһәң дә,

Тормош, һине, барыбер яратам!

Зәһүрә Исҡужина.

Икенсе Этҡол ауылы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: