Бөтә яңылыҡтар

Ун йылға ғына һуңланың...

Ун йыл үткәс шарт ябып сығып киткән ишеген һаҡ ҡына ҡағып килеп инде. “Һинең менән йәшәгем килә”,- ти. Таушалған, бөткән, ҡартайған...

Ун йылға ғына һуңланың...
Ун йылға ғына һуңланың...

Ишекте шарт-шорт ябып сығып китте. Илап ултырып ҡалманым, аптыраштан ышанмай шаҡ ҡаттым. Ике балабыҙ ике мөйөштә иланы. Иларлыҡтар ине шул. Сөнки барыһын да аңлайҙар ине. Береһенә – 10, икенсеһенә 12 йәш ине. Өйҙө, унан йыһаз һатып алырға тип алынған кредиттар ҙа минең исемдә ине. “Һиңә өй ҡала бит!”- тип сыҡты ла китте. Мин “эйе шул” тигән булдым. Эй, алйот! Ул өйҙө алыу өсөн өләсәйемдең фатирын да һаттым бит. Ҡалғанына кредит алдым. Үҙ исемгә алдым һәм үҙем генә түләнем. Шуны лә әйтә алмағанмын.

Бик һылыу ҡатынға сығып китте. Улар урам буйлап үткәнен күрһәм, өс көн туҡтамай илар инем. Ә балалар менән икмәккә бер һумлыҡтарҙы, илле тинлектәрҙе һанап ултырған саҡтарыбыҙ күп булды. Уларҙы кешенән кәм итмәйем тип алһыҙ-ялһыҙ эшләүҙәр!

Ун йыл үткәс шарт ябып сығып киткән ишеген һаҡ ҡына ҡағып килеп инде. “Һинең менән йәшәгем килә”,- ти.

Таушалған, бөткән, ҡартайған. Күҙҙәре туҡмалған эттеке кеүек йәлләнес итеп ҡарай. Балалар үҙ аллы хәҙер, миңә ярҙам итәләр. Ә аталары бер тин алимент та түләмәне. Мин аҡсаһыҙ интегеп аҡса һорағанда: “Һиңә өй ҡалды бит!”- тип аҡырып әрләне.

Бөгөн килгән. Ун йыл үткәс. Һылыу ҡатыны барыһын тартып алып, ҡыуып сығарғас, миңә килгән. “Балаларымды яратам, һине яратам”,- ти.

Һуңланың шул, теүәл ун йылға һуңланың!

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: