Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тимер ҡоршауҙар

Шулай бер саҡ, айырым йәшәй башлағас та, иренең зарплатаһына өҫтөнә күлдәк, аяғына туфли алып ҡайтты. Күңеле булып, йүгереп йөрөп ашарға әҙерләне. Ире ишектән кереүгә яңы әйберҙәрен кейеп, йылмайып ҡаршыһына баҫты: “Нисек, килешәме?” — тине балҡып. Кинәт төҫө ҡасҡан Һарун башта өндәшә алмай торҙо. Сикә тамырҙары бүртенеп сыҡты, күҙҙәре аларып китте: “Хәҙер үк сис, тағы нимәләр алдың?” — тип тамағының төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе һәм сервантта ятҡан аҡсаһына ашыҡты. Хәмиҙә, үҙе лә һиҙмәҫтән, әллә ни арала иҫке халатын кейергә лә өлгөрҙө...

Тимер ҡоршауҙар
Тимер ҡоршауҙар

Һарундың һаранлығы барлыҡ ағай-энегә, хатта күрше-күләнгә лә билдәле. “Һаран” ҡушаматын да уға зат-зәүер биргән. Үҙенә туранан-тура өндәшмәһәләр ҙә, артында шулай атайҙар. Бөтә нәмәне лә ҡыҙғанып хәле бөтә. Бер ҡасан да өҫтөнә яңы әйбер алмай, өй йыһаздарына ла ҡыҙыҡмай. Йәшәүенең мәғәнәһе, маҡсаты — аҡса йыйыу. Эш хаҡын алған көндө, түш кеҫәһен ҡапшай-ҡапшай, ян-яғына шикле ҡаранып, ҡабаланып ҡайтып керә лә, ҡырҡ биш тапҡыр һанап, өс литрлыҡ банкаға һалып, баҙға төшөрөп ҡуя. Инде хәҙер күпме йыйылғандыр — бер кем дә белмәй. Сөнки баҙға төшөргә берәүгә лә рөхсәт юҡ. Тәрәнлеге иҫ китәрлек. Өй төҙөгәндә үк экскаватор менән ҡаҙытты. Оҙонлоғо өйө хәтле булыр. Унда ла артыҡ аҡса сығарып барманы. Түрә булғас, күпселек бушҡа, эш сәғәте иҫәбенә эшләтте. Яңы йортҡа газ индереү ҙә, һыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Ләкин Һарун был уңайлыҡтарҙан да баш тартты, китәсәк аҡсаны иҫәпләп сығарып, саҡ йөрәге ярылманы. Бигерәк тә ай һайын түләргә кәрәклеге ҡотон алды. Ундай ваҡытта маңлайы сирышып, елкә тамырҙары бүртенеп, битенең иттәре тартышып китә ине. Иренең һәр хәрәкәтен ятлап бөткән ҡатыны Хәмиҙә кеҫә телефонынан һөйләшкәндә, уның шул торошон аңғарып, әңгәмәне ҡыҫҡа тотто. Ҡыҙыл төймәгә баҫыуы булды, Һарун зәһәр ағыуын сәсергә лә тотондо: “Шулай оҙаҡ һөйләшәме ни кеше, ләпелдәгәнгә донъя йөҙө аҡса түккәнсе, тамағыңды ҡайғыртыр инең, бер үҙеңә, ана, күпме май китә...” Ҡатыны, әйтерһең дә, ишетмәне. Бындай әргә ҡолағы ҡатып бөткән. Силәген тотоп баҡсаға сыға һалды. Сейә, ҡарағат емештәре өлөгөргән, ҡайнатма әҙерләргә, компот ябаһы бар. Һаранды тыңлап торһаң, эшең ҡалыр, тип уйланы эстән генә. Телефондан һөйләшеүе лә уңған емеш-еләкте әрәм итмәҫкә, һатыусы танышынан үтескә шәкәр ҡомо һорауы ине. Яйлап түләрмен, тип вәғәҙә итте.

Эй-й, үтте инде ғүмерҙәре ҡормош менән. Бер ҡасан да аҡса йөҙө күрмәне. Кәрәк-яраҡҡа иренән хәйер һораған кеүек үтенер булды. Ярай, балалар үҫтергәндә бер туған һеңлеһе ярҙам итте. Кейем-һалым алып биреште, ҡунаҡҡа барһа, ҡуйын-ҡуңысын тултырып ҡайтарҙы. Бирергә яратмаһа ла, алырға яратты һаран, бик яратты. Юлға киткән бензин хаҡын сығарыу күңеленә бөтмәҫ ҡыуаныс, рәхәтлек бирә ине. Сумка тултырғанда, түҙә алмай, кеткелдәп-кеткелдәп ебәрә. Хәмиҙә уңайһыҙланһа ла, ирҙең иҫе китмәй: “Биргәнде ал, һеңлеңде үпкәләтерһең”, — тип ҡеүәтләй һала. Ҡатыны баш тартып ҡуймаһын, тип ҡото оса. Йәһәтләп сумканы күтәреп сыға башлай. Күпме аҙыҡ-түлек ҡайта бит. Быны аҡсаға әйләндерһәң... Бөгөнгә тамаҡтары ла буйтым туйған. Һарундың нимә уйлағанын һиҙеп торған Хәмиҙә балаларын ашыҡтыра: “Әйҙәгеҙ инде, нимәһен мыштырлайһығыҙ”. Бәләкәй генә “Запорожец”ҡа тейәлеп ҡайтырға сығалар.

Һарун артынан йөрөй башлағас та, бик иҫе китмәгәйне Хәмиҙәнең. Үҙе үтә ябыҡ, битендә семтеп алыр ите юҡ, танауы ғына һерәйеп торған, йыуаш ҡына егеткә көлөп кенә ҡараны. Ә инде кейәүгә сығырға уйында ла юҡ булманы. “Кемдән көләң, шуны алаң, кемдән ҡасаң, шуға бараң”, тигән боронғолар. Тап шулай тура килде лә. Һарундың бер туған һеңлеһе Зиләйлүк Хәмиҙәнең уңына ла, һулына ла сыҡты. Ғаиләләрен маҡтаны, өйҙәренә алып ҡайтты. Етем генә, ярлылыҡта үҫкән ҡыҙ ундағы байлыҡҡа хайран ҡалды. Ата-әсәһе һатыусылар, еңел машиналары бар. Өй тулы ҡиммәтле йыһаз, аш-һыу мул, ҡапҡа эсендә әллә күпме мал-тыуар, ҡош-ҡорт, емеш баҡсалары...

Тамсы ташты тишә тигәндәй, Хәмиҙә лә һынды. Ғорурлығын ситкә ҡуйып, араларында яратышыу булмаһа ла, “ҡыутомшоҡ”ҡа кейәүгә сыҡты, йәғни, үҙе әйткәнсә, байлыҡҡа һатылды.

Ә бит һыу һөлөгөндәй егете бар ине. Өфөлә танышҡайнылар. Әсәһен тыңлап, тыуған яҡҡа ҡайтты. Их, ул саҡтарҙы кире ҡайтарып булһа икән. Терһәк яҡын да ул, тешләп булмай шул.

Улар өйләнешкән туй көнөндә ямғыр биҙрәләп түгел, күнәкләп ҡойҙо. Олораҡ еңгәйҙәр: “Ғүмере илап үтер инде”, — тип фаразланылар. Күҙаллауҙар ысынға тап килде. Килен булып төшкән тәүге көндө үк Һарун Хәмиҙәнең күҙ йәшен алды. Атаһы менән Үрге Урал ҡалаһына тауарға киткәйнеләр. Төнгә ҡалдылар. Аны-быны уйламаған Хәмиҙә бикәсе менән йоҡларға ятты. Арып-талып, асығып ҡайтып ингән ир, енләнеп ҡатынын түшәктән елтерәтеп тартып торғоҙҙо ла, аяҡ аҫтына тура килгән биҙрәне тибеп осорҙо. Ҡурҡынған Хәмиҙә тиҙ генә ашарға ултырта һалды. Ул төндө ул йоҡлай алманы, яҙмышына үкенеп илап сыҡты.

Яйлап өйҙәге байлыҡтың нисек йыйылғаны ла асыҡланды, бөтә нәмә лә үлсәп, самалап ҡына эшләнә: икмәкте йоҡа ғына итеп телергә, ҡайнатманың ике бөртөк емешен генә ҡабырға, ашты артыҡ кеше һанына өлгөртмәҫкә һ.б. Ул үлсәмдәрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел. Хәмиҙәләр етем булһалар ҙа, аш-һыуға иркен инеләр. Әсәһе янында һәр бер ҡапҡан ҡалаҡ аш өсөн ҡурҡып ултырманы. Ундай ашау буламы? Бигерәк тә ҡайныһының тишерҙәй итеп ҡараған үткер күҙҙәрен күрһә, ашау теләге бөтөнләй юғала ине.

Өҫтәүенә килен кеше был йортта ҡол урынына егелә. Иртә таңдан тотона, ҡара кискә тиклем бил яҙыу юҡ. Бер ай эсендә Хәмиҙәнең кәүҙәһе таҡтаға ҡыҫҡан кеүек булып ҡалды. Күҙҙәре эскә батып, йөҙөнөң нуры һүнде. Тәүге балаһы күренеүгә, һары ауырыуы менән дауаханаға барып эләкте.

Шунан һуң оҙаҡламай ҡалаға күсенеп киттеләр. Һарунды яңы эшкә тәғәйенләнеләр. Тормош бер аҙ еңеләйгәндәй тойолдо. Төрлө яҡтан ҡоршауҙар кәмене. Тамағы ашҡа, үҙе йоҡоға туйып ҡалды. Әммә һарандың ҡормош холҡо ла ауылда тороп ҡалманы шул, бергә эйәреп килде: сәйҙе үлсәп һалдырҙы, итте лә үҙе бүлеп бирҙе, кәнфит-маҙар ҙа бикле булды. “Һин эшләмәйһең, шоколад ашама”, — тип кенә ебәрҙе.

Киноға ла яңғыҙы китә ине. Хәмиҙә һәр саҡ өйҙә ҡалды.

Бындай ғазаптарға түҙмәйенсә: “Әсәй, алып ҡайт мине, йәшәй алмайым”, — тип зар иланы. “Ай, балам, түҙергә кәрәк. Үҙең дә етем үҫтең, балаларың да атайһыҙ булһынмы”, — тип әсәһенең ҡәтғи әйтелгән һүҙҙәре ҡайтыр юлды ла бикләп ҡуйҙы. Аталары өсөн өҙөлөп торған кескәйҙәргә ҡарап, иланы-иланы ла, яҙмышына күнде Хәмиҙә. Бала өсөн насар атай, насар әсәй булмай, тиҙәр. Улар үҫкәнсе йөрәктәрен яраламаҫҡа ҡарар итте.

Йылдар үтә торҙо, Әҙилә менән Әнүәрҙе балалар баҡсаһына биреп, Хәмиҙә эшкә сыҡты. Ни тиһәң дә кеше араһында йөрөй, магазинға кереп сыға. Эйе, кереп кенә сыға. Берәй әйбер алып ҡуйһаң, өйҙә тотош ғауға ҡуба.

Шулай бер саҡ, айырым йәшәй башлағас та, иренең зарплатаһына өҫтөнә күлдәк, аяғына туфли алып ҡайтты. Күңеле булып, йүгереп йөрөп ашарға әҙерләне. Ире ишектән кереүгә яңы әйберҙәрен кейеп, йылмайып ҡаршыһына баҫты: “Нисек, килешәме?” — тине балҡып. Кинәт төҫө ҡасҡан Һарун башта өндәшә алмай торҙо. Сикә тамырҙары бүртенеп сыҡты, күҙҙәре аларып китте: “Хәҙер үк сис, тағы нимәләр алдың?” — тип тамағының төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе һәм сервантта ятҡан аҡсаһына ашыҡты. Хәмиҙә, үҙе лә һиҙмәҫтән, әллә ни арала иҫке халатын кейергә лә өлгөрҙө. “Ах, йүнһеҙ ҡатын, бөтөргәнһең бит! Һин аҡса эшләйһеңме ни, хужа булырға!” — Һарун йоҙроҡтарын төйнәп Хәмиҙәгә яҡынлай башланы. Аныһы ҡурҡышынан ике ҡулы менән битен ҡаплап, мейескә һырышты. Әҙилә менән Әнүәр ҙә әсәләренә килеп йәбештеләр, икәүләшеп иларға тотондолар. Балалар алдында туҡтап ҡалған, ҡотороноп шартлар хәлгә еткән Һарун, Хәмиҙәнең яңы алған кейемдәрен тотоп тышҡа атылды. Өйҙәгеләр тәҙрәгә ҡапландылар. Ә унда, эҫе тимер кеүек ҡыҙған ир, ит саба торған түмәргә һалып, теге әйберҙәрҙе балта менән сапҡыслай ине. Ҡырағай тауыш сығарып, балтаны һелтәгән һайын: “Икенселәй минән һорамайса аҡсаға теймәҫһең!” — тип бар көсөнә аҡыра. “Уй аллам, әллә аҡылынан шашҡан инде”, — тип һөйләнде Хәмиҙә, бөтә тәне менән ҡалтыранып. Һаман да илауҙан туҡтамаған сабыйҙарын ҡыҫып ҡосаҡлап тынысландырырға тырышты. Үҙенең дә күҙенән сөбөрҙәп йәш аға ине. Йөрәге урынынан ҡупҡан шикелле дерелдәп торҙо. Бер аҙҙан ул иренә ҡарата нәфрәт менән янды. Хәҙер үк, ошо минутта уҡ, сабыйҙарын алып, сығып китергә әҙер ине. Ләкин ҡайҙа? Ике бала менән әсәһе ҡабул итмәйәсәк. Илдә сәпсек үлмәй, тиһәләр ҙә, тота килеп ҡайҙа сығып китәһең? Сабыйҙарын кеше күҙенә ҡаратып тилмертергәме? Юҡ, юҡ, түҙергә, сабыр итергә, тип ҡабатланы эсенән генә. Мин бары ваҡытлыса ғына йәшәйем уның менән, тип әүрәтте үҙен.

Өйҙәге булған ыҙғыш-талаштан балалары ла ул төндө һаташып сыҡты. Хәмиҙә лә керпек тә ҡаҡманы. Киске аш та ашалманы, хатта ут та яҡтыртманылар. Һарун ғына хырылдап йоҡлай ине.

Шул хәлдән һуң Хәмиҙә иренең тиненә лә теймәне. Ҡара юбка менән аҡ кофтаһын йылдар буйы кейҙе. Ләкин бөтә кейем дә туҙа, иҫкерә, йәмен юғалта. Башҡа ҡатындар кәртинкә кеүек кейенгәндә, әләм-һәләмдә йөрөү нисек тә уңайһыҙ, үҙеңде кәм тояһың. Бигерәк тә күрше Надира осраһа, тишерҙәй булып, һиңә оҙон-оҙаҡ итеп ҡарап тора. Ире Себерҙә вахтала эшләй. Ҡатын модалы сумкаһын элеп, магазиндар буйлап сабыуын белә, теләгәнен алып кейә. Их, тормош! Кемгәлер ҡутарғансы, кемгәлер тине лә юҡ.

Алдында кәртәләр осраһа, кеше һәр саҡ унан сығыу юлын эҙләй башлай. Хәмиҙә лә тапты, хәйләләшергә өйрәнеп алды. Ауылға ҡайтып килә лә: “Һеңлем, әсәйем аҡса бирҙе”, — тип ебәрә. Ә һарандың йөҙө яҡтырып китә: “Тәк-тәк, күпме аҡса янда ҡалды бит инде”, — тип ҡулын-ҡулға ыуып ҡуя. Былы ҡылығы уның артыҡ ҡәнәғәт булыуын белдерә. Уф, нисек күрә алмай шул саҡта Хәмиҙә ирен. Ботарлап ташларҙай хәлгә етә. Эстән генә:

“Осар ҡанаттарым булһа

Тормаҫ инем бер минут”, — тигән йыр юлдарын ҡабатлай. Һарундың ҡомһоҙ ҡыуаныс менән йылтыраған күҙҙәрен күрмәҫ өсөн аш-һыу бүлмәһенә ашыға, һауыт-һаба шалтырата.

Бер көн сираттағы рәнйеүенән күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн стенала эленеп торған ҙур календарға ҡарап тора ине, 21 март датаһы уның нисек итеп тун алғанын иҫенә төшөрҙө...

Бергә эшләгән ҡатындар менән магазинға ингәйнеләр. Ә унда йылтыр-йолтор тундарҙы теҙеп элеп ҡуйғандар, күҙең ҡамашыр. Һатыусылары ла, үткәрергә тырышып, үтескә бирәбеҙ, яҙ еткәс хаҡын кәметәбеҙ, тип өлтөрәп торалар. Ҡатын-ҡыҙ матурға тиҙ ҡыҙыға. Һәр береһе үҙенең размерын табып көҙгө алдына баҫа башланылар. Хәмиҙә лә кейеп ҡарарға ғына ризалашты. Көҙгөгә баҫҡас, хатта үҙен танымай торҙо. Ах, ниндәй килешә икән яңы кейем! Үлсәп теккәндәрме ни. Матурлығы һуң, матурлығы — йылҡылдап ҡына тора. Тунды сискәс тә, күкрәгенә ҡыҫып тотоп, кире бирәһе килмәгәндәй, икеләнеп ҡуйҙы. Һатыусы ла, әхирәттәре лә: “Ал, Хәмиҙә, бик килешә үҙеңә. Аҡса эшләп йөрөйбөҙ бит”, — ҡыйыулыҡ өҫтәп торғастар, түҙмәне, бөтә батырлығын йыйып, үтескә алды ла ҡайтты. Алыуын алды ла, әммә өйөнә етер саҡта йөрәген ҡурҡыу баҫты. Әкрен генә ҡапҡаны асты, ишеккә күҙ һалды, ул бикле ине. Тәненә йылы йүгерҙе. Һаран эштән ҡайтып өлгөрмәгәйне.

Бына хәҙер бер мәсьәлә — ҡайҙа йәшереп торорға. Ире белеп ҡалһа, туныңды битеңә ҡаплап, бәргеләп, өйҙән ҡыуып сығармаҫ, тимә. Диванда ҡаты уйға батып ултырғанда, шифоньер башында ятҡан өр-яңы матрасҡа күҙе төштө. Бына бит, миңә юлды хоҙай үҙе күрһәтә, тип шатлығынан ырғып торҙо. Шул матрас эсенә тунды һалып, белендермәй генә тегеп тә ҡуйҙы. Һай, оҫта ла һуң үҙе, белмәй тегенсе һөнәренә уҡымаған ул!

Ҡәнәғәт йылмайып, ире яратҡан бишбармаҡты бешерә һалды. Һарун ишектән кереүгә, тәмле еҫтәр танауына бәрелеп, сирышҡан бите яҙылып китте. “Эх, эштән ҡайтыуыңа йылы өй, тәмле аш, шым ғына ҡатының булыуы бәхет бит ул”, — тип ҡулын сайҡаны ла өҫтәл янына килеп ултырҙы. Ҡатынындағы үҙгәреште күреп: “Һин нимә ҡояш кеүек балҡыйһың, миллион оттоңмо әллә?” — тип тексәйгәс, Хәмиҙә ҡойолоп төштө. Әйтерһең дә, тун алыуын һиҙеп ҡалған. Төҫө бөтөп, бер һүҙ ҙә әйтә алманы, теле тотлоҡто, ҡулдары ҡалтыранды, ҡарашын йәшерергә тырышты. Үҙен оло гонаһ ҡылып тотолған кеүек тойҙо: “Уй аллам, әллә юҡҡа ғына алдым инде”, — тигән уй мейеһен телгеләне. Аш тәрилкәһен бер алды, бер ҡуйҙы. Ҡыйыш тотоп һурпа сайпылды. “Бала-саға кеүек ҡыланаһыңмы шул?” — тип ир ҙә аптырап ҡалды. Хәҙер ғауға ҡуба, тигән уйҙа Хәмиҙә яуап бирергә әҙерләнде. Әммә һаран тәмләп ашауын белде. Тун тураһында һүҙ сығарманы. Көсөргәнешлек шулай үтеп китте.

Яҙы ла, йәйе лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән артта ҡалды. Бөтөн донъяны алтынға мансып көҙ килде. Һалҡындар башланды. Ҡар яумағас, ҡара һыуыҡ үҙәккә үтә. Йоҡа пальтоһында өшөгән Хәмиҙә сер бирмәне. Тундарын кейеп, рәхәтләнеп йөрөгән әхирәттәренә: “Аҡсаһы түләнеп бөтмәгәс, уңайһыҙланам”, — тигән булды. Ә үҙе осон сығара алмай аптыраны. Йылтыр тун матрас эсендә ята бирҙе.

“Йән биргәнгә, йүн биргән”, — тип ҡабатларға ярата әсәһе. Ысынлап та, был хәлдән ҡотолоу юлы ла еңел генә табылды ла ҡуйҙы.

Һарун урам баҡсаһына һөйәлеп торғанда, кузовына таҡта тейәгән йөк машинаһы килеп туҡтаны: “Ағай, таҡта кәрәкмәйме, һатабыҙ”, — тине шофер егет, кабина тәҙрәһенә башын тығып. “Күпме һуң?” — тип ҡыҙыҡһынды Һарун да. Һатыулаша торғас, хаҡына килештеләр, әлбиттә, һаран файҙаһына. Күршеһе менән ике өй араһындағы ярыҡ-йороҡло тәпәшәк ҡойма әллә ҡасандан йәнен ҡарайтып тора торғайны. Бынауында күктән төшкәндәй, бөтөнләй юҡ хаҡҡа ғына, осһоҙға тура килде. Ҡыуанысынан Һарун ҡулдарын ыуғылап ебәрҙе. Йүгереп йөрөп, дөбөр-шатыр таҡта бушаттылар. Тауышҡа күршеһе сыҡты: “Һарун ағай, берәй нәмә төҙөйһөңмә әллә?” — тип белешә ҡуйҙы. “Эйе, бына урталағы ҡойма бигерәк тәпәшәк бит”. Һарун таҡталарҙы бер урынға өйә башланы. “Һы, нимәңде ҡаплайһың, йолҡош бисәңдеме?” — тип һалмаһынмы теге һәм, артығын ысҡындырҙым шикелле, тигән кеүек, тиҙ генә тайыу яғын ҡараны. “Хәмиҙәне йолҡош тинеме шул?” — Һарундың иҫе китте, һарыуы ҡайнаны. Ғәрлегенән ни эшләргә белмәй, таҡталарҙы тегеләй-былай ырғытырға тотондо. “Йолҡош, имеш...” — тип ҡайта-ҡайта һөйләнде.

Бер аҙ һыуынғас, ысынында дөрөҫ әйтә бит күрше, тигән уйға килде. Хәмиҙәһе һәр ваҡыт бер үк кейемдә. Нисек шуға элек иғтибар итмәгән. Әлеге аҡса, аҡса, тип донъя ҡыуыу. Шул саҡ баҙҙағы аҡсаларын иҫенә төшөрҙө, уларҙың кәмеүен күҙ алдына килтереп, бите сырышып ҡуйҙы. Ауыр булһа ла, расходланырға тура килер инде. Кемдеке — шуныҡы. Бисәң “йолҡош” исеме күтәреп йөрөһөн әле. Әҙәм мәсхәрәһе. Уның урынына таҡтаһы осһоҙға төштө әле, тигән булып үҙен-үҙе йыуатырға тырышты. Күршеһенең танауына сиртер әле ул! Эшләүенең рәте китте. Алай-былай итеп таҡталарҙы өйҙө лә өйгә инде. Бер аҙ ҡатынына ҡарап торғас: “Хәмиҙә, ҡышҡы пәлтәң бигерәк иҫкергән, әллә тун алып ебәрәйекме?” — тине ҡапыл ғына. Нисәмә йылдар бергә йәшәп, бындайҙы ишеткәне булмаған Хәмиҙә иренә ҡарап шаҡ ҡатты.

Был ни хәл, ысынмы-шаяртамы, яңылыш ишетмәйемме, тигәндәй ғәжәпләнеп, күҙҙәрен ҙур асып бер урында тора бирҙе. Телен болғандырып: “Яҡшы булыр ине”, — тип саҡ әйтә алды. “Ярай, килештек, иртәгә үк барып ал”, — һаран бойороп уҡ ебәрҙе.

Бына ғәжәп, Һарундың да йомарт саҡтары була икән! Бер юбка алғанға ғауға ҡуптарған кеше, бөгөн килеп, тун ал, тиһен әле. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Хәмиҙә. Ҡыуаныстан быуыны бөтөп, еңелсә башы әйләнде, йөрәге дуланы. Әллә ирем үҙгәрерме икән, тигән өмөтлө уйҙар йүгереп үтте.

Ул төндө икеһе лә йоҡоһоҙ үткәрҙе. Хәмиҙә ныҡ тулҡынланыуҙан арына алмаһа, Һарун китәсәк аҡсаһына көйәләнеп күҙен дә йомманы. Таң атыр-атмаҫтан аяҡ өҫтөндәләр ине инде. Хәмиҙә ишек алдына ҡош-ҡорт ҡарарға юлланды. Һаран йәһәт кенә баҙға төшөп китте. Ана бит ул уның күңел йыуаныстары! Ҡалтыранған ҡулдары менән быяла һауыттарҙы һыйпап-һыйпап, кинәнеп бер аҙ ҡарап ултырҙы. Бөтә тәне буйлап рәхәт тулҡындар йүгереп үтте. Кәмерәгенең ҡапҡасын асты. Теүәл ун меңде һанап алғас, банканы кире ябып, билдәләп үк ҡуйҙы. Артығын ысҡындырмаҫ, ире тун алып биргән исеме булһа, шул еткән.

Былай ҙа күпме бирергә икән, тип төн буйы баш ватып сыҡҡайны. Иртәнге сәй янында аҡсаларҙы Хәмиҙәнең алдына һалып: “Ҡалғанын үҙең кредит итеп түләрһең”, — тине. Хәмиҙәгә шул ғына кәрәк ине, ун меңде магазинға индереп түләне лә иртәгәһенә үк тунын кейеп эшкә китте. Иренең ни өсөн йомартланғаны уға оло бер сер, йомаҡ булып ҡалды. Әммә уныһы мөһим түгел. Бөгөнгө көндә Хәмиҙәнән дә бәхетле кеше юҡ ине!

Һарунды һаранлығы өсөн, бәлки, ғәйепләп тә булмайҙыр. Был уға олатаһынан ҡалған “ҡомартҡы”. Ҡарт аҡсаһын йәшереп, иҫке-моҫҡола урамға сығыр, мине кейендермәйҙәр, аҡсамды бирмәйҙәр, тип һөйләнеп йөрөр булған. Алама холоҡ быуындан быуынға эйәреп йөрөүсән. Ул атай ҡаны менән күсә, тиҙәр ғалимдар. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде. Исемде лә үҙенекенә йоҡаш итеп ҡуштырған бит әле: Һаҙый — Һарун. Бөтөнләй заманса түгел. Килен булып төшкән көндәре Хәмиҙәне апһындары иҫкәрткәйне: “Былар һарандың һараны, төҫ-башың һыйлы саҡта тай һин бынан”. Әммә йәш ваҡытта киләсәкте уйлайһыңмы ни. Һәр төрлө кәңәштәргә ҡолаҡ тишеге ябыҡ. Донъя мәшәҡәттәре бер артын, бер алдын күрһәтә башлағас ҡына иҫкә төшә.

Шуныһы үкенесле: XXI быуатта йәшәйбеҙ, кешелек цивилизацияһы алға бара, ә йүнһеҙ сифаттар артыҡ үҙгәреш кисермәгән дә кеүек. Киреһенсә, ҡатындарын язалаған, бер ерҙә лә эшләмәгән, нервы ҡылдарында уйнаған, аҡса бирмәй ыҙалатҡан ирҙәр; әсәлек бурысын, әҙәпте онотоп, урам буйлап хәмер эсеп, тәмәке тартып йөрөгән ҡатын-ҡыҙ күбәйҙе. Ире йә ҡатыны өҫтөнән уйнаш иткән әҙәмдәр ҙә йәнде ҡарайта. Ана, ҡаршы урамдағы Әлфинә, өс балаһын ҡалдырып, егет кешегә эйәреп сыҡты ла китте. Бына һиңә әсә! Йөрәге ауыртмаймы икән? Береһенән-береһе ваҡ сабыйҙарҙы ҡәйнәһе ҡарап үҫтерҙе.

Ә үрге яҡта Фәниә исемле ҡатын ире менән ҡушарлап йөрөп эсә башлағайны. Ярай уны закон менән ҡурҡытып туҡтаттылар. Әле генә тыуған сабыйҙарын сүплеккә, подъездарға, тәҙрә төптәренә ташлап киткән ҡатын-ҡыҙҙы бөтөнләй аңларлыҡ түгел.

Хәмиҙә ҡайсаҡ ана шундай фәлсәфәүи уйҙарға ла бирелеп китә. Бындай ваҡытта уның тормошо шөкөр итерлек кеүек тойола. Нисек кенә булмаһын, ғүмеренең иң гүзәл, шәп саҡтарын һаран менән үткәрҙе инде. Ҡыҙы ла, улы ла буй еткереп, Өфөлә уҡып та, эшләп тә йөрөйҙәр. Хәмиҙәнең әсәһе теләгәнсә етем үҫмәнеләр, атайлы булдылар. Инде үҙем хаҡында уйларға ла тейешмендер, тигән төплө ҡарарға килде ул. “Тимер ҡоршауҙар” эсендә күпме йәшәргә була?! Аталарының холҡон белгәс, балалар ҙа ҡаршы килмәне.

Бер нисә көн өйөн гөлдәй итеп йыйыштырып, тәртипкә килтерҙе Хәмиҙә. Иренең кейем-ҡараларын да ҡараштырып ҡуйҙы. Миңә рәнйеп йөрөмәһен, тиеүе ине. Юлға тигән аҡсаларын оло сумкаһының төбөнә йәшерҙе. Эшкә урынлашҡансы йәшәргә лә, фатирға түләргә лә кәрәк буласаҡ. Документ-фәләндәрен дә Һарунға белдермәй генә алдан әҙерләп ҡуйғайны.

Иренең эш көнөн тура килтереп Хәмиҙә йыйына башланы. Тауыш сығарып, талашып китергә теләмәне. Яңғыҙы ғына, тыныс ҡына хушлашты. Һарандан уға бер ни ҙә кәрәк түгел.

Бөтә әҙерләнеп бөткәс, шифоньерҙан берҙән-бер ризалыҡ биргән “бүләген” алды. Тағы ла бер тапҡыр яратып кейеп ҡараны ла кире элгескә элеп, күренеп торған урынға ҡуйҙы. Һәм кеҫәһенә: “Мин һинән киттем. Эҙләмә”, — тигән яҙыу һалды.

Ишекте бикләп, урамға сыҡҡас, йәшәгән йортона ҡарап торҙо. Моңһоу ҙа, йәл дә булып китте...

Шул ваҡытта ҡапҡа төбөнә такси килеп туҡтаны. Ҡыйыу аҙымдар менән Хәмиҙә яңы тормошҡа аяҡ атланы...

Фәриҙә Ситдыҡова. 

Учалы районы, Ураҙ ауылы. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: