Бөтә яңылыҡтар

Шаһитлы сер (хикәйә)

«Әсәй, күҙлегеңде кей, әйҙә Интернеттан кейәүҙәр һайлайыҡ, булмаһа», — тигән булды шаяртып кына. Мәрғизә ғәжәпләнеп: -Әстәғәфирулла… фотоларын ҡуйып тороп, быларҙың бөтәһе лә кәләш эҙләйме? Наргизә: «Быныһы Ҡаҙағстандан, Ҡаҙы исемлеһе Тайландҡа, фәкәт үҙ иҫәбемә йәйгә кәләшлеккә саҡыра. Иң матуры, мөһабәт кәүҙәлеһе Әзербайжандан — Ғәзиз. Бик бай ғаиләнәнмен, атайым ваҡытлыса сит илдә командировкала, хеҙмәт хаҡын тотҡарлайҙар, 50 мең һум аҡса ебәрһәң, осрашҡанда ҡайтарып бирермен, тип вәғәҙәләй. Араларында башҡорттар ҙа юҡ түгел, әйтәйек, 60 йәшлек, кәртә-ҡуралы, етеш донъялы -- Ғафар Заһитов. Баҫалҡы, тыныс тәбиғәтле 40-45 йәшлек балаһыҙ башҡорт ҡатынын эҙләй...

Шаһитлы сер (хикәйә)
Шаһитлы сер (хикәйә)
Әсәһенең үҙ алдына: “ Ташла уҡыуыңды. Әҙәмсә ғаилә ҡороп, берәй ейән бүләк итһәң, шул булыр ине минең иң оло бәхетем”,-- тип үҙ алдына һөйләнеп йөрөүен ишетеп, уянып китте Наргизә. Күҙенең ҡыры менән стенала текелдәп торған сәғәткә ҡарап алды. Ҡояш төшлөккә етеп бара ла баһа. Ярар әле бөгөн ял, эшкә түгел, тип үҙен тынысландырҙы. Шунда уҡ торорға ҡарар итте.
Ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләне Мәргизә. Иренең ғүмер ҡояшы һүнгәндә, ул имсәк бала ине әле. Әсәй кеше ултырған ерен өрөп, өҫтөнә саң ҡундырмай үҫтерҙе уны. Балаҡайы үҙе лә бик зирәк, итәғәтле, тыңлаусан булды: бер ҡыйынлыҡ та, мәшәҡәт тә тыуҙырманы. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, ә бөгөн иһә ике дипломға эйә. Тиҙҙән диссертация яҡлап, фән кандидаты буласаҡ. Наргизә әсәһенең бер үк нотоҡ-нәсихәтен көн дә тигәндәй ишетә. Ул күптән күнгән: ҡайһы саҡ хатта иғтибар ҙа бирмәй… Шул саҡ, һәр ваҡыттағыса, сәйгә ингән күршеһе Хәкимә әсәнең һүҙҙәрен эләктереп алды: «Борсолма, әхирәткәйем, берәгәйле бер бала үҫтергәнһең. Икегеҙ ҙә саф, салт, эшһөйәр. Үҙең дә бит, иреңдән ҡалғас, туҡталманың осраған бер еңел-елпегә. Мыжыма: йөрәк менән аҡыл килешеүе күңеленә ҡөҙрәт һалһа, бөтә булмышы сорналыр оло мөхәббәт хисенә. Ана шул миҙгел килмәйенсә, беҙ һөйләү менән түгел”… Әсә тынысланып, электер самауырын сыжлатып ебәрҙе лә: «Ҡыҙымдың ҡалған ғүмере яҡлаулы, арҡалы, булыр ине лә, үҙемсә… яңғыҙлыҡ йөгө ауыр…»
-Һе, минсе, мин - тере миҫал. Ҡыҙ булғансы табам тип, өс малай үҫтерҙем. Береһе лә эргәмдә юҡ, һау-сәл әмәт булһындар. Башты ташҡа бәреп булмай. … Һәйбәт кейәү табыуы бик ҡыйын ул бөгөн, әлбиттә, аңлағандарға. - Ихатаға эшкә сығып барған Наргизәгә аҫтыртын ҡараш ташланы Хәкимә…
Мәргизә уфтанып:
-- Әлләсе, йәше уҙып бара. Атай төҫөн күрмәгәс, емерелгән күңел менән кәмһенеп үҫтеме икән балаҡайым?..
- Минең уландарым Айрат менән Мараттың Наргизә тип йән атҡандарын оноттоңмо ни? -Юҡ та…
--Ай-йй, бик дорфа торҙоң… Ҡытай стенаһы инең бит. Ҡыҫылма башҡаса, уныһы киткән, бөткән — үткәнгә салауат.
–Шулай булмаған ҡайҙа ул.
--Әйткәндәй, әле лә һуң түгел, бөгөн Наргизә Маратҡа сығырға риза булһа, хәҙер үк ысҡындыра мәрйәһен…
- Наргизәм ир- атҡа хеҙмәт итергә, уның күңелен күреү өсөн яратылмаған кеүек шул. Арпа араһында үҫкән бер бөртөк бойҙай, тиҙәр бит уны һәр ерҙә.
—Ҡыҙың төшөп ҡалғандарҙан түгел. Кем белә… бер һүҙең етә…
— Былай ҙа минең теләкте уйламаҫтан килеп тыуған мөғжизә хәл итер һымаҡ. Өмөтһөҙ — шайтан.
Бына шулай ике күрше бер үк нәмәне әйләндереп-тулғандырып нисә тапҡыр һөйләгәндәрҙер — билгеһеҙ.
Бик ҡыҫҡа декабрь көнө кискә ауышты. Зәңгәр эңер пәрҙәһен матурайтып, төрлө сәскәле ҡар бөртөктәре яуҙы ла яуҙы. Тәү ҡарауға һиллек һәм сикһеҙ сыҙамлылыҡ туплаған ерҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе бар ҡылған бәндәләрҙе тәү тәғәйенләшенә ҡайтарыуға, эске донъяларын ағартыуға инандырыр һымаҡ серле көн ине был.
Ихатаның ҡарын көрәп, төрлө яҡҡа берләм юл асты Нәргизә. Солан күтәрмә- баҫҡыстарын һепереп бөтөүгә, аҡ ҡар өҫтөнә ябылған эңер зәңгәрлеген алыштырҙы төн пәрҙәһе. Йәш ҡарҙың сағыу аҡлығы уның күңелен күтәрҙе, сафланы. Эштән ләззәт алып, күңел күтәренкелеге менән өҫ башын ҡағыштырғылап өйгә инеүгә, әсәһе бешергән тәмле бәлеш еҫтәренән өйгә ҡот таралған. Киске сәй табынында әсә: «Өйҙә яңғыҙ ҡалғас, үҙ-үҙем менән һөйләштем. Бер төрлө уйлаһам, икенсе яғы китек, икенсеһен яҡшыға юраһам, өсөнсөһө … Күңел һалып, яратып бешергән ризыҡтарым алдында ҡолаҡҡа ятмаҫтай хәбәрҙәр һөйләү килешмәҫ…” Хис-тойғолар йәһәтенән үтә лә тотанаҡлы Наргизә: «Әллә берәй насар хәбәрең бармы?» Ҡатын был һорауҙан һуң тынып ҡалды, үҙ уйҙарына сумды. Наргизәгә әсәһе ныҡ йәл булып китте. Ғүмер буйы уға табынып ҡына йәшәгән бит. Уның күңелен күрер өсөн: «Әсәй, күҙлегеңде кей, әйҙә Интернеттан кейәүҙәр һайлайыҡ, булмаһа», — тигән булды шаяртып кына. Мәрғизә ғәжәпләнеп:
-Әстәғәфирулла… фотоларын ҡуйып тороп, быларҙың бөтәһе лә кәләш эҙләйме?
Һәр береһенең бер әтнәкәһе барҙыр… Шулай булмаһа...
Наргизә: «Быныһы Ҡаҙағстандан, Ҡаҙы исемлеһе Тайландҡа, фәкәт үҙ иҫәбемә йәйгә кәләшлеккә саҡыра. Иң матуры, мөһабәт кәүҙәлеһе Әзербайжандан — Ғәзиз. Бик бай ғаиләнәнмен, атайым ваҡытлыса сит илдә командировкала, хеҙмәт хаҡын тотҡарлайҙар, 50 мең һум аҡса ебәрһәң, осрашҡанда ҡайтарып бирермен, тип вәғәҙәләй. Араларында башҡорттар ҙа юҡ түгел, әйтәйек, 60 йәшлек, кәртә-ҡуралы, етеш донъялы -- Ғафар Заһитов. Баҫалҡы, тыныс тәбиғәтле 40-45 йәшлек балаһыҙ башҡорт ҡатынын эҙләй. Ул да мине оҡшатҡан. Әсәкәйем, һин ҡайғырма, ана бит барыһы ла ҡара ҡумта аша Наргизә тип йән ата. Артабан дауам итергә мөмкин һанһыҙ кейәүҙәр исемлеген… Күңелең булдымы?”
- Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, ти башҡорт аҡылы.
- Аҡыл тигәндәй, әсәй, иртәгә көнөм минең бик тығыҙ. Бер көнлөк командировка.
- Шул диссертация тип йүгерҙең дә йүгерҙең, ә, бәлки…
- Эшемдең 90%-ы әҙер. Был етәксемдең фекере. Башланған эш — бөткән эш, доғаларыңды ихлас уҡып, мин ҡайтҡансы өйҙә генә ултыр, әсәкәйем. Ә миңә иртә таңдан юлға…
¤йҙә яңғыҙ ҡалғас, уйҙарының осо -- ҡырыйы юҡ. Ниҙәр генә килмәне башына. Ирекһеҙҙән, тәҙрә аша баҡсаға күҙ һалды Мәрғизә.
…Эх, быйылғы ҡыштың хозурлығы, бигерәк тә ҡарҙың муллығы, беҙҙең бала саҡты хәтерләтә, тип, ғашиҡ булған ҡыҙҙай йылмайҙы ул... Оҙон-оҙаҡ ҡыш дауамында ап-аҡ бөҙрәләнгән ҡар тәңкәләренә төрөнөп, егетен көткән һылыуҙай, алма, сейә, муйыл, ағастары яҙҙы кинәнеп ихлас көтә. Тиҙҙән яҙ килер ҙә, аллы-гөллө сәскәләргә, төрөнөр баҡсам… Эре-эре емештәр өлгөрөр. Һай, был ғүмер тигәнең, аҡҡан һыу икән дә, үҙе бер ожмах. Үҙенең уй-кисерештәре тәъҫире тирбәлешендә яратҡан йырын һуҙҙы:
-Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә…
… Ишек шаҡырға ҡулын һуҙғанда, тап шул мәлдә, күңел ҡылдарын сиртерлек һәм шул уҡ ваҡытта албырғатҡыс моңло йыр туҡтатты Ғафарҙы. ¤й эсенән эс бауырҙы сайҡап үҙәктәргә үтерҙәй моң ағыла ла ағыла: береһе бөтөүгә икенсеһе, өсөнсөһө… әйтерһең дә йырҙар яҙылған яңы таҫма. Ир кешенең күңеле үрһәләнде, нисек кенә үҙен ҡулға алырға тырышһа ла, көй бөтөн булмышына хужа булды: тамырҙары буйлап аҡты, әйләнде, тулғанды, әрнетте, ярһытты, йыртты, тураҡланы Ғафарҙы.
…Ул бынан 2 йыл элек йәшләй яратып ҡауышҡан ҡатынын ер ҡуйынындағы мәңгелек йортона оҙатҡайны. Хәләленең ғүмер ахырын күреү, йөрәгендә әлегә тиклем юҡһыныу, һағыш, ауыр кисерештәрҙе һаҡларға мәжбүр итте. Аһ, тере сағында булһасы бөгөнгө аҡылы. Күҙенә генә ҡарап торор ине. Бер алдына, бер артына сығып, яғымлы ҡарашын йәлләмәй, йылы һүҙҙәрен әйтеп, иретер ине йәнен. Ваҡыты-ваҡыты менән рәнйетте ул хәләлен: ғаиләһен дә ташламаны, яйы тура килгәндә, йәш ҡатындарҙан да баш тартманы. Хәләле һәр саҡ: «Үҙем генә белһәм — бер хәл. Кешенән оят»,— тиер ине. Вафатынан бер нисә йыл элек: «Ҡәҙеремде белерһең белеүен, тик ул ваҡытта терһәгеңде тешләй алмаҫһың»,— тигән һүҙҙәре шәүлә һымаҡ эйәреп йөрөй Ғафарҙың артынан. Хоҙай тарафынан бирелгән һынаулы ғүмерен ашыҡтырғанмын, ҡыҫҡартышҡанмын…
Ауыр уйҙарынан арынып, үҙ хәленә ҡайтҡанда, моң ағышы күптән тынған: тирә-йүндә һиллек. ¤йгә инергәме, әллә боролоп китергәме, тип икеләнеп торғанда, кинәт йорт ишеге асылып китте. Унан: «Беҙҙең ҡапҡа алдына машина туҡтаған, берәй таныш-тонош, туған-маҙар килде микән», — тигән тауыш ишетте Ғафар. Ҡапыл сит ҡатынға күтәрелеп ҡарап:
- Ғәфү итегеҙ, кисә һеҙҙең менән Интернет аша сәләмләшкәйнек. Насип булғас, күрештек,- тине. Мәргизә һағайыбыраҡ ҡараны бөтөнләйе ят иргә. Ғафар ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, ышаныслы тауыш менән: “Йырығыҙҙы тыңланым, берсә әҫәрләндем, берсә һағышландым. Моңло йырлайһығыҙ…”
…Интернет һүҙен ишеткәс, кинәт йөҙө ағарып китһә лә, тартыныуһыҙ һөйләште әсә. Саяланырға, уҫалланырға, төрттөрөргә кереште: «Әкиәттәге һымаҡ, һә тигәнсе аҫыл ҡатын-ҡыҙ компьютерҙан пәйҙә булмай. Ирмен тигән ир баштары бәхетте һәр саҡ ерҙән эҙләй, үҙенә тәғәйен йәштәгеһен. Мәргизәнең тауышы шул хәтлем ҡәтғи һәм нәфрәт менән яңғыраны. Ғафар башын түбән эйеп, нимә әйтергә белмәйенсә, бер урында тапанды. Бер ҙә былай ҡатындар алдында баҙап ҡалғаны юҡ ине уның. Әсә йәнә асыулы итеп ҡарап алды иргә. Йән-бәғерен ҡанатырлыҡ һүҙҙәр табып, башҡа тупһаға баҫмаҫлыҡ итеп ебәрергә уйланы. Әммә өҫтө башы ыҡсым, бөхтә, һөйләшеүе тәү күреүгә әҙәмсә, йөҙө лә сирҡаныс түгел, асыҡ. Насар әҙәмгә оҡшамағанлығын күреп, ҡырыҫлығын кәметеп, бер аҙ имшей төшкән булып өндәште: «Ихатаға инеп, тупһаға терәлгән кешене өйгә индермәй ебәреү килешмәҫ. Үтегеҙ. Алыҫтан киләһегеҙҙер, моғайын…” ¤йгә инеү менән күңелгә рәхәт бер йылылыҡ, йәнгә дауа булырҙай мөхит ҡаршы алды Ғафарҙы. Хатта өйҙәге һәр йыһаз, әйбер мөғжизәле йән йылыһынан хасил булған кеүек. Ҡотло. Күркәм. Тәҙрә төбөндәге төрлө-төрлө яран гөлдәре шау сәскә. Икеһе лә һүҙһеҙ, тик стеналағы сәғәт туҡтауһыҙ әҙәм ғүмерен һанай: туҡ та туҡ, туҡ та туҡ. Тынлыҡты боҙоп Ғафар:
- Ишек артында йырығыҙҙы тыңлап оҙаҡ торҙом. Үҙ уйҙарымдан берсә икеләнеп, берсә үҙ яҙмышымдағы хәл-вакиғаларҙы кисерҙем. Мәргизә Ғафарға ҡарамайынса:
—Ҡатын эҙләү еңел эш түгел тимәксеһеңме?” – тине.
Яуап рәүешендә өҫтө-өҫтөнә тамаҡ ҡырҙы ла, йәнә тур-баш тирәһендә ниҙер ҡыялып маташҡан ете ят ҡатынға ҡүҙ ташланы Ғафар. Килешле буй-һыны, ап-ак йөҙө, алһыуланып торған бит остары, һанда-һаяҡ буй-буй аҡ төшкән толомдар — былар бөтәһе лә яһалма түгел, тәбиғи. …Инеүен ингәс, һөйләшә лә, сыға ла бел. Нисек сығып китергә белмәйенсә ихтиярһыҙланып ултырма әле, тип үҙен үҙе эстән әрләп, маңлай тирен һөртөп алды. Шул арала Мәргизә: “Кем тип өндәшергә лә белмәйем, яҡынлағыҙ сәй табынына…” – тип саҡырҙы. Уңайһыҙланып, Ғафар ҡапыл:
- Һеҙҙе маҙаһыҙлап, борсоп, мәшәҡәт һалдым, Наргизә…” – тине. Әсә ҡыҙының исемен ишетеү менән һөмһөрө ҡойолдо. Әлдә әле балаҡайы өйҙә юҡ… ¤ҫтәүенә, бер сүмес тигәндәй, күрше Хәкимә килеп инһә, Наргизә бабайға сығырға әҙерләнә икән, тип һөйләр ине бөтөн урамға. Китер хәбәр. Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап буламы. Имшей биргән күңеле ҡатты, бөрөштө. Фекер ағышын тотҡан ерҙән һындырмаҡсы булып, дөбөрҙәтеп ҡыуып сығармаҡсы ине, ниндәйҙер эске тауышы үрһәләнеп-үрһәләнеп туҡтаған сабыш аты һымаҡ ҡайтты үҙ хәленә. Оло ирҙең Наргизәне телгә алыуы йөрәген сығырынан сығарҙы, теҙ быуындары бәлтерәп төштө, күҙ алдары ҡараңғыланды.
- Наргизә, сәйегеҙ шундай тәмле… - Әсә ят ирҙең был һүҙҙәрен: Наргизәне алып китергә килгәйнем. Үҙ-ара килешкәнбеҙ”,- тип үҙенсә ишетте лә, ултырғысҡа ултыра төштө. Тын алыуы ауырлашты, һауа етешмәй башланы. Урынынан йәшен тиҙлегендә тороп, форточканы асты Ғафар.
- Дарыуҙарың ҡайҙа? Һыуытҡысҡа күрһәтте әсә. Ғафар тиҙ арала дарыу эсерҙе.
Ҡаушауҙан тыныслығын юғалтҡан ир:
—Ятып ҡына тороғоҙ, ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртам.
- Юҡ, кәрәкмәҫ…
Бер аҙ хәл алғас, иркен тын алды Мәргизә. Тағы үткер итеп, диккәт менән ҡараны ул ят иргә. Уныһы, тағы берәр сынаяҡ сәй эсеп алһаҡ, яҡшы булыр ине, тигәндәй, һынаулы ҡарашын йүнәлтте өҫтәлдәге ташып-ҡайнап ултырған электр самауырына. Тағы берәй ҡаты һүҙ әйтеп йөҙөн йыртырға булды хужабикә:
—Түшәкте йәш кәләш менән яңыртырға уйланығыҙ инде, ә? Ирҙәргә нимә… машинаны яңыртҡанда әлдән әле яңы маркаһын алып була ул. Бисәләрҙе алмаштырғанда — кәмегәндән-кәмей уларҙың сифаты …
—Кем менән нимә булмай, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Үҙ яҙмышыма оҡшағаныраҡ, күңел тартҡан менән ғүмерҙе уртаҡ итеп үткәрергә иҫәп.
Мәрғизә:
-Һеҙҙкң иҫәпкә инерҙәй һан юҡ бында. - - Һеҙгә бер тәкдимем бар, асыуланмаһағыҙ. Йөрәкте һаҡларға кәрәк. Йөрәк эше — гүргә яҡынайтыр ғазап. Яңғыҙ ҡалырға ярамай һеҙгә.
- Мин уны бик яҡшы беләм: ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләнем.
- Һәр кеше, балалары һәм яҡындары булған хәлдә лә, икһеҙ сикһеҙ донъя йөҙөндә бер бөртөк.
Ғафар хушлашып, ҡат-ҡат ғәфү үтенеп өйҙән сығырға торғанда, йәштәрсә биҙәнеп-төҙәнеп, иң һуңғы мода менән тектергән сейә төҫлө бәрхәт күлдәген кейеп, мәрйен -муйынсаҡтарын ялтыратып, Яңы йыл шыршыһы кеүек, күрше Хәкимә пәйҙә булды. Ул: “Хәйерле сәғәттә” “Кәңәштәрегеҙ берекһен”, - тип килеп керҙе лә, Ғафарға ҡарап: “Аҙашып килеп сыҡтыңмы беҙҙең яҡтарға. Күпме йылдар үтһә лә, Ғафарҙың машинаһы ялт итеп тора, бер сыйыҡ юҡ. Мине эҙләп килгән икән тип, әй көтәм, әй көтәм. Аптырап үҙем инергә булдым”,- тине.
Ғафар ҡоро ғына:
-Ҡайтырға торам, — тине лә Хәкимә яғына әйләнеп тә ҡараманы.
— Аһ, аһ, миңә лә инеп сыҡ. Нисек инде улай… Иҫке мөхәббәт иҫкермәй ҙә, тутыҡмай ҙа. Ҡатының иҫән саҡта, мине күреү менән һайрарға тотона инең бит…
Һүҙҙе ҡуйыртманы ир кеше. Ишекте асып, тамағын ҡыра-ҡыра атланы тышҡа. Артынан атлығып сыҡты Хәкимә. Машина эргәһендә ҡыҙыу-ҡыҙыу нимәлер һөйләне, Ғафар ишеттеме, юҡмы. Хәкимә кире боролоп инде лә Мәргизәгә яңылыҡ асҡандай: “Теге ваҡыт һөйләгәйнем бит, күршекәйем, ирем һәр бағананан көнләшкәнен. Донъялыҡтағыны донъялыҡта ысын иттем мин ошо ир менән. Ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмкәйемдең… Был мине эҙләп йөрөгән ул. Әле хушлашҡанда шулай тине үҙе...”
Мәргизә аны-быны һөйләп тормайынса сәйгә әйҙүкләне Хәкимәне.
… Ҡайтыр юлы тип-тигеҙ ялтлап ятҡан асфальт. Февраль урталары — селлә сыҡҡан мәл. Ҡулындағы рулен дә һиҙмәй, елә лә елә Ғафар. ”…Ниңә миңә яңынан ғаилә ҡорорға? Был йәштә яна аламмы кәрәгенсә? Кешене дөрләтер көсөм булып, һайлағаным менән ҡалған ғүмерҙе бер бөтөн итеп йәшәрҙәй ғәйрәт-аҡылым етәрме?.. Тағы Наргизәгә әйләнеп ҡайтты уйҙары. …Танышыу сайтына йәш сағындағы фото-рәсемен ҡуйған. Булғанға, уңғанға тартым, тик йөрәге сирле. Уның эргәһедә һәр саҡ кемдер булырға тейеш. Ҡем әйтмешләй, йәштәшеңде ҡарап ваҡыт уҙғарма, алтмыштағылар йәшерәкте шәйләй. Үҙем беләм: Хоҙай Тәғәлә менән мәрхүмкәй-хәләлем ҡаршыһында гонаһым ҙур ... …Ана бит, шайтан алғыры, йәштәр һымаҡ уйнаҡлап тора Хәкимә… Үҙе еңел ҡарағас, аҫтыртынлыҡҡа, мин булмай, кем булһын шуҡ. Уға әйләнеп тә ҡарағы килмәй, осрашҡас та йәнем ҡуҙғыны… ә Нәргизәнең үҙе лә, йыры ла күңелемдә”. Ҡыҫҡа юлдың оҙон уйы шул булды.
¤йөндә яңғыҙ ҡалғас, үҙ уйҙарын барланы Мәргизә. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, кинәт ауырып китеүен өнәмәне осраҡлы кеше алдында. Йылдар төпкөлөндә тороп ҡалған йәшлеген күҙ алдына баҫтырҙы. Уҙған тормошон ғәҙеллек бизмәненә һалып, бер нисә тапҡыр үлсәп ҡараны, әммә унда мөхәббәт яғы бер бөртөк тары ауырлығынан да кәм. Тик иренең бер һүҙе иҫендә ҡалған: «Мәргизәкәйем, һине ир-егеттәрҙең кеме булһа ла минең кеүек өҙөлөп яратыр». Хатта яңылыштан берәй ир кеше һүҙ ҡушһа ла, үҙ ире иҫенә төшә лә ҡуя ине. Ғәжәп: был юлы ул уйына икенсе төрлө инде. “Яңғыҙлығың менән миңә тоғролоғоңдо иҫбат иттеңме — берәй файҙа булдымы унан?” Ана бит уйнаҡлап тора Хәкимә. Хатта тартынманы асып һалырға, ҡырын эштәрен. Мейеһен йәшен тиҙлегендә бер уй сыйып үтте, хатта йөҙөнә нур ҡунды әсәнең. “Әһә… бер яҡтан уйлағанда… был бит яҡшыға… Хәкимә менән булған мажараларын һөйләһәм, башҡаса сәләмләшмәҫ компьютер аша атаһы рәтләш кеше менән”. Йәненә тыныслыҡ бөрктө үҙ уйҙары Мәргизәгә.
Ғафар һуштан яҙырлыҡ һылыуҙарҙы күп күрҙе йәш сағында. Был юлы ла үҙенән 10-15 йәшкә кесерәк байтаҡ ҡатындарҙы күрһәттеләр таныш-тонош, белештәре. Димселәр әйтмешләй: тәҡдиреңә яҙҙырт шалҡандайын, йәшерәген. Булдыраһың һин, Ғафар. Тамаҡ ҡырып ҡына яуапланы уларға. Күпме генә тырышһа ла, Мәргизә менән булған осрашыуҙы онота алманы. Үҙ йәштәше, өҫтәүенә, сирле. Йәшерәктәрен дә күрҙе – береһе лә ятманы күңеленә.
Уйҙарының осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Йәнә үҙ булмышына, күңел торошона ҡолаҡ һалды: баҡһаң, унда эңер ҡараңғылығы, яңғыҙлығының һағышы, хәләленең ҡәҙерен белмәүе алҡымына тығылған бер төйөн. Ғәзизе тере саҡта ундай шөбһәле уйҙар бер тапҡыр ҙа инеп сыҡманы уның башына. Ғүмер һәр саҡ шулай дауам итер һымаҡ ине лә. Арҡа терәр алтын бағана булған икән дә баһа үҙ ҡатыны.
Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны: “Атай,мин ҡайтам. Ваҡытлыса эштәрем тамамланды”.
Был яҡ остан: «Улым, бер нисә төрлө йөрәк дарыуы алып ҡайт. Дарыуҙарҙың исемлеген электрон почта аша ебәрермен. Ярай, осрашҡанға тиклем…” Ике улы бар Ғафарҙың: олоһо алыҫ Себергә йөрөп эшләй, ғаиләле. Икенсеһе —Германияла. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай шунда. Нимә, нимә уландарын тәрбиәләүгә күп көс һалды ул. Ҡатыны өсөн дә, балалары өсөн дә берҙәй яуаплы булды: ғаилә башлығы булараҡ, йәшәү шарттарын яҡшыртты, белем алыу мөмкинлектәре һ.б. уңайлыҡтар булдырҙы. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында был тәңгәлдә гонаһы юҡ, выжданы таҙа…
…Ҡарлы, буранлы йән өшөткөс һалҡын ҡыш та уҙып китте.
Инде ҡасандан бирле йәй ҡояшы йылыта йәнде. Тәҙрәгә һуғылған сейә сәскәләре емешкә бөрөләнгән. Алмағас, муйыл, балан, ҡарағат ағастары, аллы-гөллө сәскәләр — Мәргизә менән Наргизәнең күңел ығы-зығыларынан арыныр, йәндәренә тәбиғәт сафлығы, көс,ҡөҙрәт ҡайтарыр урын. Ерҙәренең һәр аҙымы эшкәртелгән. Картуф сәскәләренең моронланып килгән сағы. Ағастарҙың башта ап-аҡ сәскәгә төрөнгәне, аҙаҡ аҡлығын ҡып-ҡыҙыл емекшкә биргәне өсөн, йәнә тағы серлелеге, төп-төҙ һомғоллоғо, иҫ китмәле матурлығы өсөн сейә ағастары араһында йөрөргә ярата Наргизә. Шулай эше лә бара, йәне лә тыныс.
Шул саҡ әсәһе асыҡ тәҙрә аша:
- Наргизә, ҡояш төшлөккә етте, сәй эсергә ин…
Тап шул мәлдә, йәм-йәшел алма ағасы башына ике һандуғас килеп ҡунды ла, ҡарап туймаҫлыҡ нескә һәм нәфис томшоҡтарын ҡояш нурҙары һипкән зәңгәр күк йөҙөнә күтәреп, бер-бер артлы һайрарға кереште.
- Әсәй, һндуғастар беҙҙең баҡсаға осоп килде тәү тапҡыр.
- ¤ркөтә күрмә, бының был яғына көндә һайрарҙар…
Баҡса хозурлығынан әҫәрләнеп, ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаған машинаны аңғарманы әсә менән ҡыҙ.
Бик ҡабалан, шарт иттереп машинаһының ишеген япты егет кеше. Оҙон буйлы, еңел һөйәкле, йәш егет ихатаға йүгереп килеп инде лә: «Наргизә исемле апай кәрәк ине»,- тине. «Мин Наргизә», — тип яуапланы башына эшләпә кейгән ялан аяҡлы ҡыҙ, куҙҙәрен көлдөрөп. Һомғол буй-һын, тал сыбығындай бил, оҙон керфектәр менән биҙәлгән көрән-һоро йәшкелтем ҙур күҙҙәр, ҡарлуғас ҡанатындай ҡаштар, ап-аҡ мәрйендәй тештәре, йылмайғанда күҙҙәренең ҡояшта көҙгөләй ялтлап-ялтлап китеүе—былар барыһы бергә бер нисә секунд эсендә егеттең күңеленә осҡон һалды. Әллә фәҡәт ошо ҡыҙҙы күрһәтер өсөн ебәрҙе микән атаһы? Төрлө уйҙар килде егеттең башына. Егет үҙен бер ни булмағандай ҡулға алып: «Ул оло булырға тейеш, әллә яңылыштым… Улай тиһәм, адресы дөрөҫ”. Наргизәгә туп-тура ҡараны. Егеттең оҙон буй-һынынан электр тогы уҙып киттеме ни. Егет:
- Атайым ҡышҡы селләлә һеҙҙә булып киткән, оноттоғоҙмы? Бына 3-4 төрлө йөрәк дарыуҙары — барыһы ла зыянһыҙ. Германиянан алып ҡайттым, һеҙҙең өсөн.
- Теге ваҡытта һөйләгәйнем бит, Хәкимә апайыңдың танышы, — тип һүҙгә ҡушылды әсә, асыҡ торған тәҙрә аша.
Ҡапыл, ҡапҡа аҫтынан тәгәрәгән туптай, Хәкимә килеп инде. Һөйләп һүҙе бөтмәй: тегенеһен дә, быныһын да һорай, киләм, тигәйне, фәлән дә фәсмәтән һәм башҡалар. - Туҡта, туҡта… атайым дарыуҙарҙы әллә һеҙгә ебәрҙе микән? Шылтратайым үҙенә. –Кеҫә телефонынан атаһы менән бәйләнешкә инде егет. Теге остан: исеме лә, адресы ла дөрөҫ, тигән әмер яңғыраны.
Хәкимә нисек килеп ингән шулай кире сығып китте.
Дарыуҙар төргәген алыу менән, нур бөркөлдө әсәнең йөҙөнә. Эш килтерелгән әйберҙә түгел, ә бер тапҡыр инеп сыҡҡан ят ирҙең мәрхәмәтлелек йөҙөнән ярҙам ҡулы һуҙыуы, башҡаса баҫмалаҡлап йөрөмәүе оҡшай төштө Мәргизәгә. Һомғол буйлы, алсаҡ тауышлы йәш кеше йөҙөндә теге ваҡыт килеп киткән ят ирҙең ихласлығы сағылды. Мәргизә:
—Атайың ни хәлдә?
—Уттай эш ваҡыты бит. Хужалыҡ хәстәрҙәре менән мәшғүл.
—Улым, ҡабалан икәнеңде күрәм. Шулай ҙа беҙҙең менән төшкө ашҡа ултырығыҙ. Хужабикәнең өҫтәл янына саҡырыуын ихлас ҡабул итте егет. Ихатала матур ҡаралған баҡсаның аллы-гөллө сәскәләренән наҙ түгелһә, өйҙә йәнгә тыныслыҡ биргән камил матурлыҡ. Артыҡ ҡиммәтле йыһаз-мебелдәр күренмәй, ә ниндәйҙер албырғатҡыс көс бар. Егеттең бөтә булмышын күркәм өй йылыһы әсирлеккә алды. Оҙаҡ көттөрмәй, өҫтө-башын алыштырып, өҫтәл артына килеп тә ултырҙы Наргизә. Уғата һөйкөмлө лә, һылыу ҙа ҡыҙға күҙ һирпеп ҡарарға ҡыймаған Данир батырланып, минең атай менән нисек таныштығыҙ, тигән һорауҙы биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Виртуаль донъя киңлектәрен файҙаланып тапҡан таныштар бик күп бөгөн. Атайығыҙҙың үҙен күргәнем юҡ. Ул, күрәһең, әсәйемдең танышы. Рәхмәт инде, дарыуҙар ебәрткәненә…
Шул саҡ егет әсәһенең бөтөнләй хәле булмағанда ла тәмле-тәмле аштар менән һыйлаған яғымлы йөҙөн Мәргизәнекенә оҡшатты.
-Һеҙгә ниндәй дарыуҙар кәрәк, шул турала миңә хәбәр итеп тороғоҙ. Мин уларҙың барыһын да ебәрергә тырышырмын.
- Рәхмәт, яҡшы һүҙең өсөн, улым.
Хужабикәне үҙ әсәһенә оҡшатты ла Данир:
- Әсәйемдең йөрәге сирле ине. Ике улымдың бәхетенән йәнемде ҡыйма, тип Хоҙайға көнө-төнө ялбарһа ла, мәңгеллеккә китте лә барҙы. Беҙҙең дә йортобоҙ һеҙҙеке һымаҡ күңелдәрҙе иретеп, һәммәбеҙҙе бер урынға йыя ине. Йәнебеҙҙе ҡурсалап, ҡот өләшеп торған нигеҙебеҙ тынып, моңһоуланып ҡалды: унда — атайым яңғыҙы…
Асыҡлығы, алсаҡлығы, ябайлығы менән әсир итте егет әсәне.
-Улым, өйләнгәнһеңме?
- Юҡ, өлгөрмәнем. -Теремек, уйсан, аҡыллы ҡарашын Наргизәгә төбәне. Егеттең уй ағышын һиҙҙе, ундағы уяу зиһенде шәйләне ҡыҙ. Шул ҡараштарҙан ҡуҙлы һипкен балҡып сарпылды Наргизәгә. Атаһының йомошон йәһәт үтәп ҡайта торған егет тотҡарланды. Ҡояш төшлөктән ауышһа ла, көн эҫе, томра. Күптәнге таныштар кеүек йәнә баҡсаға сыҡтылар өсәүләп. Данирҙың кеҫә телефоны шылтыраны: «Имен-һауҙар, йомошто үтәнем, тиҙҙән ҡайтып етермен…”
… Тороп ут ҡабыҙҙы. Төнө буйы үҙ урынына ятмайынса ишекле- түрле йөрөп сыҡты Ғафар. ¤й тып-тын. Ҡояштың сабыр тәүге нурҙары тик уға һибелә төҫлө. Уйҙары тынғы бирмәй ағыла ла ағыла: “Ниңә һуң әле мин яңғыҙлыҡтың бөтмәҫ хәсрәтен ҡосаҡлағанмын. Уландарым, ейәндәрем бар бит. Уларҙан да ҡәҙерлерәк байлығым юҡ. Үҙ ҡанымдан хасил булған яҡындарымды баһалар, үлсәр, көйләр бизмән фәҡәт үҙем. Ишле ғаиләлә, балаларға һыйынып, уларға терәк булып ғүмер итермен”,- тип тынысландырмаҡсы булды үҙен. … Юҡ шул, ир-атты бары тик үҙе оҡшатып, эҙләп тапҡан ҡатын-ҡыҙ ғына артабанғы йәшәүгә өмөт уята ала. Уландарының үҙ донъяһы, үҙ ғәме, үҙ хәсрәте. Бер көн шулай өлкән улы командировканан ҡайтҡас, ғаилә хәлдәрен белештермәксе булып, унан да бигерәк ейәндәрен һағынып барһа, улы менән килене башҡасараҡ тотто үҙҙәрен. Аңлашылмаған сит һалҡынлыҡ барлыҡҡа килгән араларҙа. “Нисек ҡараһаң, шулай күрерһең” тигән әйтем дә бар бит. Бәлки, күңеле шуға ла китектер…” – Үҙе лә төшөнөп етмәгәнлеген аңлап, шулай уйланы атай кеше…
Ай әйләнә, көн үтә торғас, ваҡыт тән яраһын төҙәтә, әммә йөрәк яраһын уңалтырға етмәй көсө. Кем әйтмешләй, батша һарайындай йортта дин өсөн булмаһа, көн өсөн яңғыҙ булмаҫҡа кәрәклекте ҡәтғи рәүештә һеңдерҙе үҙ башына Ғафар.
Атаның уйҙарын шым ғына йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡҡан Данирҙың һүҙҙәре һағайтты:
- Атай, төнө буйы оҙон-оҙон төҫлө төштәр күреп сыҡтым: Наргизәгә өйләнгәнмен, имеш, ә һин туйҙың иң түрендә Мәргизә апай менән ултыраһың парлашып. Ә әсәйем туйҙа шатланып, иң матур изге теләктәрен яуҙыра… Уянһам, донъябыҙ буп-буш. Атай, тәү күреүҙән оҡшаттым Наргизәне. Әсир итте ул мине, йөрәгемдә тик шул ҡыҙ. Хатта бөгөн миңә диссертация мөһим түгел. Тәүге планда — Наргизә.
- Әсәйеңдең рухына хыянат итмә. Ул бит һинең ғалим булыуыңды теләне.
- Интернет аша хәбәрләшеп торабыҙ тороуын.” Юлығыҙ төшһә, килегеҙ беҙгә” тигән күңелде йылытырлыҡ хәбәрҙәре бар беҙгә, атай. Наргизәнең әсәһенең иртәгә тыуған көнө. Улар икәүләп ҡаршы алмаҡсы. Беҙ ҙә ҡушылайыҡ уларға.
Көтөлмәгән яңылыҡҡа ни әйтергә белмәй Ғафар: “Ярар, үҙең генә бар”,- тине.
- Нисек инде мин генә?! Ер аяғы — ер башынан һин алдырттың түгелме уға дарыуҙарҙы?! Тимәк, һеҙ яҡшы таныштар. Бындай уңайлы осраҡты һатып та алып булмаясаҡ, башҡаса. Таныш-белеш булыу йә иһә туғанлашыу гонаһмы ни? Минең был тәңгәлдә тәжрибәм булмаһа ла, һинеке етәрлек… Уйла, дөрөҫ һығымта яһа һәм әҙерлән юлға.
- Юҡ, юҡ, ҡыҙҙар күҙләй торған егет мин түгел…
Данир хәйләкәр йылмайып:
- Атай, бер тапҡыр барғанһың бит. Ниңә инәлтәһең. Миңә ҡалһа, табырмын сараһын да, рәтен дә. Килен итеп алып ҡайтырмын теге һин яратмаған сей һары Таняны.
—Ҡайһылай тиҙ үтә һинең мөхәббәтең? — Ул былай ғына, юл ыңғайында мауығыу, ә ысыны — Нәргизә. — Бер аҙнала ике йома яһама, улым, кеше яҙмышын боҙһаң, гонаһы ауыр, күтәрә алмаҫһың тормошта осраған ауырлыҡтарҙы. . — Юҡ, атай, оҙаҡ эҙләнем мин Наргизәне.
Ғафар уйға ҡалды. Ғәжәп: үҙенең уйы— әсәһендә, улыныҡы — ҡыҙында. Был ни хәл. Донъяла ундай осраҡҡа тап булғаны ла , ишеткәне лә юҡ. Данир хаҡына барып ҡайтайым, тынысланыр күңеле. Саҡырып та ятҡастар, ғәйеп итмәҫтәр, моғайын… Аҡыл менән ҡаршылашһа ла, эске аңы әйҙәне Ғафарҙы Мәргизәләр йортона.
…Йәй миҙгеленең иң ҡыҙыу осоро. Йәшел бәрхәт ҡырҙарҙың хозурлығына әҫәрләнеп,гөлтләп атҡан аллы-гөллө сәскә яландары аша, аҡлы-йәшел шәлъяулығын зифа иңдәренә һалған аҡ ҡайындар оҙатыуында аталы-уллы ултырған еңел машина елә лә елә.
- Ҡөҙрәтле йыһан иркенлегенән һәм мөхәббәттән туҡылған беҙең яҡтар,— тине боролоп улы атаһына.
— Эйе, тиңһеҙ аҡыл һәм камиллыҡ менән яратылған тыуған еребеҙ. Һәр кешегә тормош йәме ана шул тиңһеҙ гүзәл тәбиғәттән килә. Шуға күрә беҙ күңелдәребеҙҙе нурлаған офоҡтарға ынтылабыҙҙыр, бәлки. -Төрлө хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Ҡатын-ҡыҙҙарға хас мөләйемлеге,тәрбиәлеге менән ихлас ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы әсә. Ишектән инеү менән күстәнәстәрҙе тотторҙо Ғафар Мәргизәгә. Ике ҙур ялан сәскәләре бәйләменең береһен әсәгә, икенсеһен Наргизәгә тапшырҙы Данир.Улар икәүһе бергә:
- ¤йөбөҙ, баҡсабыҙ шау сәскә. Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһегеҙ, — тине.
-Һеҙҙең сәскәләр түтәлдәрҙеке, үҫһендәр әйҙә гөрләп, йәмле йәйҙе йәмләп. Һис бер тартыныуһыҙ оло хужабикә: --¤ҫтәлебеҙ - түңәрәк, теләгән урынға ултырығыҙ. Ҡунаҡ хужаның ишәге, тигәндәй, етешегеҙ барыһына да. Быныһы “Гранатлы беләҙек”, грек һәм француз салаттары. әйҙүк, етешегеҙ. Тик беҙ спиртлы эсемлектәрҙе өҫтәлгә лә ҡуймайбыҙ, эсмәйбеҙ ҙә, - тип табынға саҡырҙы.
Иҙәнгә тиклем төшөп торған ап- аҡ крахмалланған өҫтәл ябыуы, уның өҫтөндә төрлө-төрлө сәскәләр менән биҙәп сигелгән ҡыҫҡа ашъяулыҡ, һәр ҡунаҡҡа махсус көмөш беләҙеккә кейҙерелгән шундай уҡ туҡыманан салфетка. ¤ҫтәлдәге емеш-еләктең сәскә менән үрелеп ҡуйылышы үҙе айырым мөғжиэә.
Бал, аш ҡалаҡтары, сәнскестәр, бысаҡтар — барыһы ла боронғо көмөштән, гәлсәр һауыттарға һалынған төрлө-төрлө һуттар — тәғәйен үҙ урынында. Әйтерһең дә, оҫта дизайнер тарафынан сәнғәти кимәлдә ижад ителгән табын өҫтәле. Ҡалаҡҡа үрелеү түгел, өҫтәлгә ҡарап ултырыу-- үҙе бер оло кинәнес. Ниндәйҙер ылыҡтырғыс юғары хис-тойғо биләй һәр кемде: үҙеңдән үҙең яҡынаяһың бер-береңә, әйтерһең дә, күптәнге иң яҡын, бер-береһенә ҡәҙерле кешеләр йыйылған был мәжлискә...
Туйҙа ултырған кеүек йәнәш ултырғандар ҡыҙ менән егет. Улар бик яҡшы мөғәләмәлә, уртаҡ тел табып, байрам барышын ашыҡтырмай, күптәнге яҡын кешеләр һымаҡ, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшәләр. Атай кеше: «Һеҙ, Наргизә ҡыҙым, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?”— тип һорай ҡуйҙы.
—Мин тиҙҙән философия фәндәре кандидаты буласаҡмын: этика, эстетика һәм культурология буйынса. Бөгөн мин уға тулыһынса әҙермен: үҙем дә, фәнни эшемдә.
Ғафар аяҡсы ролен алды: «Рөхсәт итһәгеҙ, байрам уңайы менән әйтер һүҙем бар ине».
-- Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ,- тиеште әсә менән ҡыҙ бер тауыштан. Шул саҡ ишек ҡыңғырауы зыңланы. «Үҙең тураһында ни уйлағанын белгең килһә, күрешеңә саҡырылмай бар ҙа ин”, ти ниндәйҙер бер милләт мәҡәле. Оло хужабикә ихластан әйҙүкләне: “Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә, өҫтәл янына уҙ, Хәкимә. Көнөнә бер нисә тапҡыр инеп йөрөгән күршеһенең көтмәгәндә килеп инеүе уңайһыҙлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуҙырманы, әлбиттә. Шулай ҙа һүҙ әйтергә йыйынған оло ҡунаҡ албырғаны, фекер ебен төйнәй алмай бер аҙ торғандан һуң: “Теге ваҡытта Наргизә тип өндәшкәнем өсөн, зинһар, ғәфү итегеҙ, Мәргизә… Алсаҡ йөҙөгөҙҙә ҡотло,ҡояшлы тыуған көн байрамы сағыла. Был күңел хазиналарығыҙҙың киңлеге тураһында бәйән итә. Тәҡдимем бар: шәхси йортта көн күргәс, ир-ат ҡулы кәрәк булһа, Интернет аша сәләм ебәрегеҙ беҙгә. Данир оҫта ҡуллы. Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы, тигәндәй,ҡымыҙ эсергә үҙебеҙгә саҡырабыҙ… Килегеҙ”.
Хәкимә Ғафарҙың Мәргизәгә булған һәр хәрәкәтен, һүҙен, йылмайған ҡарашын күңел иләгенән үткәреп, балтаһы һыуға төшөп, үҙенсә уйлап, баһалап ултырҙы. Ана бит, ике күҙе Мәргизәлә, Хәкимәне бар тип тә белмәй. Хатта күптән икеһе бер уйҙа һымаҡтар. Юҡ, быға юл ҡуймаясаҡ Хәкимә. Әҙерләп алып килгән һүҙҙәре бар уның ут күршеһенә. Аҡыллыға ишараны аңламаһа, үткәнен иҫкәртер өсөн бик уңайлы мәл. Ғафар ҡайғыһы ары китер. Табышлы уйҙарына ҡыуанып, ҡырыҫ, аҫтыртын күҙҙәрен башта атай кешегә, артабан улына ҡаҙаны.
Ҡөтмәгәндә Ғафар: « Зиһенде яҡтыртырлыҡ йырҙарығыҙҙы һуҙһағыҙ ине, Мәргизә, байрам хөрмәтенә», — тип хужабикәгә ҡараны.
Хужабикә һис бер инәлтмәй «Түрәкәй» көйөнә Мәжлес йырын башлап ебәрҙе.
Төйәләҫ тә буйы, ай, ҡуш тирәк,
Башҡынайын суҡламаҡ кәрәк.
Бал эскәндә кем йырламаҫ тиһең,
Сәй эскәндә йырламаҡ кәрәк…
Көрәгәһе йәмле,ҡымыҙы тәмле,
Нисәү икән һауған бейәһе?
Теләһә нисәү булһын бейәһе,
Иҫән булһын һауған эйәһе.
- Һай,афарин, беҙҙең күстәнәсте, ҡымыҙҙы күтәрәйек, - тине Ғафар күтәренке кәйеф менән.
«Ни бысағыма кәрәк булды миңә күрәләтә килеп инеү бында», —тип үҙен һүкте эстән Хәкимә.
Ҡымыҙҙан бер йотом да ауыҙ итмәне күрше ҡатын. Бер һүҙһеҙ ҡымшанмай ултыра торғас, яуызлығын,ҡара көнсөллөгөн башҡаларҙан аҫтыртын йәшереп, яһалма битлек кейҙе лә, ҡотлау һүҙҙәре яуҙыра башланы күршеһенә:
— Мәргизә менән бер һүҙле булып, иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ, Хоҙайға шөкөр. Бәләкәй пенсияға етеш йәшәй. Сумарт. Ике ғаиләне берләштереп йәшәйәсәкбеҙ әле үҙ нигеҙебеҙҙә… Һау булайыҡ, бергә булайыҡ.
Байрам табынының төп һыйы бишбармаҡ алдынан саф һауаға сығып, баҡсаны ҡараштырып, үҙ-ара әңгәмәләшеп алыу өсөн тәнәфес иғлан итте оло хужабикә. Ҡояш күптән Сыбар тауға табан юл алған, байыуына әле иртәрәк. Көн тымыҡ. Ағас япраҡтары түгел, хатта сәс һелкенерлек ел дә юҡ. Тирә-яҡ йәм-йәшел. Төрлө гөл-сәскәләр менән биҙәлгән кескәй-кескәй түтәлдәр, картуф баҡсаһына төшкән берләм юлдар — барыһы ла күргәҙмәгә әҙерләгән өлгө кеүек.
Сәскәләр араһында Наргизә менән Данир, әйтерһең дә, гөл телендә һөйләшкән пар һандуғастар. Бер кемде күрмәйҙәр ҙә, ишетмәйҙәр ҙә…
Ишек алдына сыҡҡас, ҡапҡаға күҙ ташланы Ғафар. Машинаһынан ҡайһы бер инструменттарҙы алып, ҡапҡаның күгәндәрен күтәрҙе, һыу крандарын нығытты. Шәхси йортта үҙ хужалығы менән йәшәгәндәрҙең мәшәҡәте күп, ҡайҙа ҡарама — шунда эш. Нәмә эшләп була, барыһын да йүнәтте оло ҡунаҡ.
Хәкимә бөтөн донъянан үс алырға теләгәндәй, бишбармаҡ әҙерләп өйҙә ҡалған Мәргизәгә ябырылды. Күптән әҙерләгән һүҙҙәрен теҙҙе.
- -Асылды һинең ысын йөҙөң. Бөтәһен дә һөйләнем бит, Ғафар менән осрашыуҙарыбыҙҙы асыҡ итеп әйттем үҙе алдында. Хистәребеҙ таңғы ысыҡ һымаҡ саф ине ул саҡтарҙа. Тик ул мине көнләштерер өсөн, күрше булғаның өсөн генә килә һиңә. Туҡтат саҡырып ятыуыңды.
Йәһәт кенә йөрәк дарыуы ҡабып ебәрҙе лә ҡырау төшкән үлән һымаҡ кесерәйҙе әсә. Бер аҙ хәл алды ла: “ Мин Наргизәм өсөн тырышам…” – тине.
—Һе, Наргизәм, имеш, үҙ әсәһе эҙләй уны. Әгәр ҙә Ғафарҙы эйәләтеүеңде туҡтатмаһаң...
- Эй,Хәкимә, бер яҡшылығың өсөн ғүмер буйы хеҙмәт иттем бит һиңә: өс улыңды үҫтерештем, йәшерен-боҫорон эштәреңде йәшерештем. Йүнле кешегә кейәүгә бирһәм Наргизәмде — үҙе әсә булғас ҡына һөйләп бирәм барыһын да.
—Һе, Ғафар минең кеүек, тамырын, затын - ботон тикшерә ул.Ташландыҡ бала икәнен белһә, Наргизәңә лә, үҙеңә лә әйләнеп тә ҡарамаҫ.
-Күпкә түҙҙең бит,әҙенә түҙ инде,- тип илап ебәрҙе хужабикә.
Хәкимә оторо ярһыны:
-Һинең бер ҡулың майҙа, икенсеһе — балда, әллә нисәмә миллион һумлыҡ машинала ултырып ҡалған ғүмеремде уҙғарам, тип уйлағайныңмы? Ете ҡыҙылды тиҙ уңдырырмын мин…
Ишәк ҡысҡырғанда һандуғас тынып ҡалыр, тигәндәй, бер-ике минут тынып торҙо ла Мәргизә, көсөргәнешле эске тауыш менән:«Ҡыҙымды ун көнлөк сабый сағынан күкрәк һөтөмдө имеҙеп үҫтерҙем. Балаҡайымдың йөрәк-бауырында минең ҡаным аға. Күреп торам, хыялында йөрөткән үҙ кешеһен тапты, күҙ тейә күрмәһен. Ҡалғаны минең өсөн ваҡ мәсьәлә”.
Ҡапыл тамамланды ҡыҙыу низағ. Эш бөткәс, уйнарға ярай, тип, артҡы ишектән килеп инде Ғафар. Ни тиклем үҙен тәртәлә тоторға тырышмаһын, аяуһыҙ һүҙҙәр яңғыратҡандан һуң, ҡырау төшкән сәнскеле билсән үләне кеүек ҡарайҙы Хәкимә. Шулай уҡ төртмәле теленең ағыуын сәсеүҙән туҡтаманы. Сөсөләнеп, мин-минлеген, көнсөллөген еңә алмайынса: «Ғафар бүләк иткән көмөш беләҙектәремде кейеп алдым»,— тип сутылданы. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙән һуң уңайһыҙлыҡ кисергәндер, бәлки, Ғафар. Һәр ваҡыттағыса тик тамаҡ ҡырыу ине уның яуабы. Ни хәл итәһең, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ошолай итеп өсәүләп ултыра бирһәләр, тағы ниндәй һүҙҙәр ысҡындыррыр ине -- билдәһеҙ. Мөхәббәт осҡоно сәсрәтеп баҡсанан йәштәр инде, әйтерһең дә, улар ғүмер буйы бергә булғандар. Тормошта шулай: оҙаҡ эҙләгәнеңде тапһаң, хистәреңде эсеңә йәшерә алмайһың. Ул һинең бөтә булмышыңды ялмап ала ла, теләйһеңме, теләмәйһеңме, һөйөү уты уны үҙенән-үҙе тышҡа бәреп сығара. Донъяла ундай хис-тойғоларҙы тыйырҙай йәки баһаларҙай әмәлдәр юҡтыр. Һәр кемдең мөххәббәт тауына алып барыр үҙ һуҡмағы, үҙ мөҙҙәте. Наргизә менән Данирҙың да үҙ юлдары …
Байрам табынының төп һыйы бишбармаҡ ултыртылды өҫтәлгә. Ихласланып оло
хужабикә:
- Етешегеҙ итенән, картуфынан, ҡоротонан — барыһынан да… Баҡсала эшләтеп тә алдым үҙегеҙҙе.
Танауға бәрелгән ит һурпаһының тәмле еҫтәре өйгә таралды. Бер аҙ тын ҡалған табындың тыныслығын боҙоп тороп баҫты атай кеше. Белә ул һүҙҙең рәтен. Эш һүҙҙәр бәйләмендә түгел, ә әйтә белеүҙә. Заманында Мәскәүҙә Тимерязов исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлаған һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе урындарҙы биләгән кеше һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙманы: “Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, - тип, ҡиммәтле бүләк тапшырҙы Мәргизәгә. Әле генә телгеләнгән күңеле уңалған һымаҡ булды әсәнең. Шул саҡ Данир ҡыйыуланып: «Йөҙ тапҡыр виртуаль киңлектәрҙә аралашҡансы, бер тапҡыр күрешеү артыҡ икән»,— тип, икеләнеп тә, борғоланып та, һүҙ уйнатып та торманы, күңелен асты ла һалды. --Күптән ғаилә ҡороу ваҡыты еткән миңә лә, Наргизәгә лә. Бер нисә көндән мин Германияға юлланасаҡмын, ә Наргизә диссертацияһын яҡлаясаҡ. Иң ҡәҙерле, яҡын кешеләребеҙ — һеҙ. Киләсәктә ике ғаилә дуҫлығының нығыныуын хуплап, фатихағыҙҙы бирһәгеҙ, беҙҙең эштәр көйлөрәк, үҙебеҙ ҙә ышаныслыраҡ булыр инек».
-Эйе, оҙаҡ өйләнмәй йөрөүен йөрөй ул беҙҙең нәҫел. Бер күреүҙә оҡшаһа, оҙон- оҙаҡ, яп-яҫы һуҙмай, ике-өс көн эсендә кәләшле була ла ҡуя. Мин үҙем дә балаларҙың әсәһен, бер нисә егеттең ауыҙын астырып, үгеҙҙең мөгөҙөн һә тигәнсе эләктергән кеүек, алдым да ҡайттым Мәскәүҙән, — тине Ғафар.
-Атайым бигерәк, маҡтанған һымаҡ, тураһын әйтте лә ҡуйҙы, — тип бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙе улы. Наргизә ялт итеп әсәһенә ҡараш ташланы. Уныһы ихлас ҡәнәғәтлеккә төрөнөп:
- Ашым һыуына, байрамға һаҡлаған ҡаҙылығым, ҡош иттәре — барыһынан ауыҙ итегеҙ. Кешене ризык йөрөтә,ти торғайны әсәйем. Бөгөн һәммәбеҙгә матур итеп бергә-бергә ултырырға яҙған, Аллаға шөкөр. Рәхмәт килеүегеҙгә. Һурпаһы зәһәр булһа, ҡоротлағыҙ, етешегеҙ, етешегеҙ… Бишбармаҡты үҙ ваҡытынан уҙғарырға ярамай.
Бөтәһе лә шым ғына үҙ тәрилкәләренә эйелде. Наргизә, тынлыҡҡа йән өрөп:
— Милли аштарҙы әсәйемдән дә тәмле бешергән кеше бар икән? — тип наҙланды. Данир:
- Бик тәмле... – тине.
Күңеле иреп китте әсәнең. Үҙе йәшенә ҡарата былай ҙа сибәр йөҙө балҡыған ҡояштай яҡтырҙы. Ҡарлуғас ҡанаты һымаҡ ҡаштары аҫтындағы ҙур күҙҙәренә серле мөләйемлек ҡунды. Хәкимә—сая, үткер, һәр ерҙә еңеүсе булып йөрөһә лә, был юлы биреште. Көнсөллөгөн тыя алмай, һаубуллашмай ҙа: “Марат улым өй телефонына шылтыратырға тейеш ине”,- тип, юҡ ҡашын емерә төйөп, кинәт урынынан тора һалып, сығып китте. Мәргизә был күренешкә бер аҙ уңайһыҙланды, әлбиттә. Ҡалғандары һиҙмәмешкә һалышты, буғай. Еңел тын алды Ғафар.
- Беҙгә лә ҡуҙғалырға ваҡыт. Ҡунаҡтың үҙ ваҡытында ҡайта белеүе килеүенән дә яҡшыраҡ, - тигән булып, еңел тын алды Ғафар. Мәргизәнең ир-ат ҡатнашлығындағы тәүге ҡунаҡ йыйыуы онотолмаҫлыҡ булып тамамланды. Артабан, ҡунаҡлашып йөрөүҙәр ике яҡта ла бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Данирҙарҙың икенсе тапҡыр ҡунаҡҡа саҡырыуҙарында әсәне аптыратҡаны шул булды: уларҙың да Мәргизәләр йәшәгән ҡалала бик матур өс ҡатлы йорттары булыуы. Хатта ки шыңғырлап торған сайырлы ҡарағайҙан һалынып, газға тоташтырылған өс-дүрт бүлмәле мунса-саунаһынан сыҡҡас та - киноларҙа ғына күргән төрлө йәшмә таштар менән биҙәлгән әкиәти бассейн. Йортта — хеҙмәсе. Хәкимә алабарманланып, һикертә-һикертә, аша-төшә һөйләһә лә, хәүефләнерлек урын бар… “Ай-һай, Наргизәм уларға төҫ булыр микән? Белһәләр… балаҡайымды эшкә һынамай башлаһалар?” Әллә нисәмә төрлө уй бер юлы шаңҡытып үтте мейеһен, ә ҡулдары дарыуҙарҙы эҙләне…
Кеҫә телефонының зыңлауы Мәргизәнең уйҙарын бүлде. Теге остан Ғафарҙың ҡөр тауышы яңғраны: “Иҫәнлек-һаулыҡмы? Мәргизә, һеҙҙе тынысландырмаҡсы булдым. Әлеге лә баяғы туй тураһында инде. Үпкәләштән булмаһын: туйҙың бөтә сығымдары беҙҙең өҫтә. Борсолма. Барыһы ла яҡшы буласаҡ…” Йәнә үҙ уйҙарына сумды Мәргизә: бөтә нәмә майланған һымаҡ барһа ла, әллә нисек бит әле. Буласаҡ кейәүе оҡшаны: төҫө, башы, буйы, һыны, үҙен тотошо, урынлы итеп һөйләшә белеүе. Донъя түп-түңәрәк булырға тейеш тә, ә күңеле тыныс түгел. Ҡатлы-ҡатлы уйҙарына сумып, айлы, йондоҙҙар емелдәшеп йөҙгән кис ҡосағында Нәргизәһен көттө, ә ул юҡ та, юҡ. Телефон зыңы айнытып ебәрҙе әсәне. Наргизәнең тауышы:
-- Туй мәшәҡәттәре һәләк күп Данирҙарҙа ҡалам бөгөнгә.
…Бына шулай башланды яңы тормошҡа юл башы…
---------------------------------------------------------------------------------------------------------------
Шул тиклем дә ҡәҙерле булыр икән Ғафарға аттар. Уларға ҡарау менән күңелендәге бар хәсрәте юйыла. Ала бейәһе, Турыҡайы, Байталы күңеленең тыныслығы. Донъяның ҡоты, ырыҫы шуларға ҡунып ҡалған, күрәһең. Малҡайҙары текләп-текләп ҡарайҙар ҙа, ел ыңғайына ебәк ялдарын таратып: “Бик ҡәҙерләр инең, әгәр йән һөйгәнең булһа эргәңдә…”-- тап ана шулай аттарының тауышы ҡолағына салынған һымаҡ. Мал йәнле ине шул хәләле. Һөйә-һыйпай ат эсерер ине күк күлдә. Ҡайһы саҡ, әллә йәшлек йылдарын һағынып, әллә Ғафарҙың йәнен баҙлатыр өсөн, Байталдың теҙгенен ҡулында оҫта уйнатып, гөлт итеп саптырып, һыбай уҙа ине янынан. Шул саҡта ҡабындымы икән ҡатынына ҡарата йылы хистәре? Нимә уйланы икән йән һөйгәне? Бәлки, ярһыуҙарын баҫҡандыр атта елеүе… Хаҡлы ялға сыҡҡас, шул аттарҙың тоҡомон үрсетә башланы. Мал йәнен үҙ йәненә көйләне. Хыял иткән — мораҙына еткән, тигәндәй, ат аҙбары, ҡымыҙ фермаһы төҙөттө. Заманында тура һүҙле, ҡаты ҡуллы етәксе булһа ла, ихтирам итер ине үҙен йәше, ҡарты ла. Бөгөн ул — фермер. Эшләһәң эш ҡарышмай, яйлап-яйлап уңышы ла, табышы ла күңеленә сәм һәм дәрт өҫтәне. Әле ферманан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан балаларҙың йәйге ял лагерын аҙнаһына бер тапҡыр шифалы ҡымыҙ менән тәъмин итә ул. Иң мөһиме был донъяла — кешеләргә кәрәк булыу. Ана шул ҙур көс бирә Ғафарға. Күптән түгел Перемь, Ырымбур, Төмән, Ҡаҙағстан, хатта Бурят яҡтарынан, ҡымыҙ яһау ысулдары менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, ҡунаҡтар килеп киткәйнеләр. Нисек кенә булмаһын, Ғафарҙың эше тығыҙ: береһе - икенсеһенең, икенсеһе өсөнсөһөнең өҫтөндә ҡатлы-ҡатлы. Ике сәғәт элек район үҙәгенән шылтыраттылар: Швейцарияның Нортботте провинцияһынан эш сәфәре менән килгән делигацияны алып киләсәктәр. Үтә яуаплы ваҡытта улы менән Наргизәнең үҙ янында булыуы һөйөндөрҙө Ғафарҙы.
Ауылынан бер аҙым да ситкә сыҡмаған ҡымыҙ бешеүсе ҡатындарҙың береһе: «Беҙ сит ил кешеләрен телевизорҙан ғына күргәнебеҙ бар, берәй нәмә һораһалар, нисек яуап бирербеҙ»,— тип шаулашты. Ғафар: «Матур итеп йылмайып, эшләп тик йөрөгөҙ, улар егәрлеләрҙе ярата», — тип дәртләндереп ебәрҙе.
- Эй Хоҙайым, килеп тә туҡтанылар ҡапҡа төбөнә, шулар, ахрыһы, — тип сәбәләнде ҡатындарҙың береһе. Ул саҡта инде Данир менән Наргизә ҡунаҡтарҙы ҡаршылай ине. Ғафар бер аҙ һуңлабыраҡ уларға табан йүгерҙе. Наргизә ҡымыҙ тәҡдим итә, ә Данир шундай иркен итеп инглиз телендә улар менән аралаша. Ҡул ҡыҫышыуҙар, ым-ишара, йылмайышыуҙар аша бер-береһенә яҡынайҙы ике яҡтар ҙа. Нәҙек оҙон, немцкә тартым олорағы, бер ҙур кәсә ҡымыҙҙы эсеп ебәрҙе лә, ике ҡулының баш бармағын өҫкә күтәрҙе. Үҙ-ара геүләшеп алдылар. Ҡымыҙ бешкәнде күҙәтеп, иң йәше үҙ телендә: «Ҡул көсө менән әллә ни ыратып булмайҙыр , бында техника кәрәк»,— тип ҡарап тора башланы. Шунда уҡ Данир:«Беҙҙең эсемлек тәменең төп үҙенсәлеге— фәкәт ябай ҡулдан,” – тине. Бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, ҡаушауһыҙ һөйләй, ара-тирә көлдөрөп тә ала. Ғафар улының сит ил кешеләре араһында үҙен шундай иркен тотоуын, теле телгә йоҡмай аралашыуын ғорурланып, һоҡланып ситтән ҡарап торҙо. Наргизәгә күҙ һирпте: йәнәһе, бына ниндәй минең улым. Уныһы ихлас йылмайҙы. Делегацияның етәксеһе Ғафарҙан:
- Улың сит телдә бик иркен аралаша, ҡайҙа белем алды?
- Әсәһе инглиз теленән уҡытты. Кесе йәштән сит телдәр менән мауыҡты. Англияла уҡыны, Германияла диссертация яҡланы.
- Филологмы?
- Юҡ, технарь ул. Үҙе ҡаҙа, үҙе сәсә, үҙе йыя торған машина уйлап тапты, мәҫәлән, картуф, сөгөлдөр, шалҡан һәм башҡа йәшелсәләр өсөн.
- Үҙегеҙҙең илегеҙҙә ҡулландығыҙмы?
- Бөгөн ул Германияла һынау үтә. Киләсәктә Голландия һатып аласаҡ. Ҡунаҡтар йәнә бер аҙ геүләшеп алды. Теге ҡаҡса, олорағы тәржемәсеһенә әйләнеп, ҡәҙерләй беләбеҙ үҙебеҙгә кәрәк кешеләрҙе, улың менән киленеңде Швейцарияға саҡырһаҡ, ҡабул итерҙәрме икән беҙҙең тәкдимде?” — тип һораулы ҡараны.
-- Юҡ, итмәҫтәр… Улар эргәмдә булғанда, күңелем бөтөн. Икенсенән, мин бит улар өсөн тырышам.
- Һеҙҙе лә ҡушып аттарығыҙ менән бергә алып китәбеҙ. Йәнә үҙ-ара геүләшеп, фекер алыштылар.
Берсә аттарҙың ялынан һыйпап, тештәрен, тояҡтарын ҡарап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр тураһында ап-аруҡ һөйләштеләр. Тау һарҡылған үҙәнгә алып килеп туҡтатты Ғафар менән Данир сит ил ҡунаҡтарын. Һиҙелер-һиҙелмәҫ ел тарай сал ҡылған баштарын. Сәскәләрҙә иңкештәр, күбәләктәр. Тау битләүҙәренән емеш-еләк еҫе аңҡый. Ғафар тәржемәсегә ҡарап: « Ҡаныбыҙға һеңгән еребеҙҙең йомартлығын күрегеҙ»,— тип өндәште.
Улар, затлы бүләккә юлыҡҡандай, зәңгәр тау итәген уратып алған ебәктәй аҡ ҡылғандарға ҡарап, нисек ҡыйып баҫырға белмәй, бер-береһенә ҡарашты.
- Һөттөң дә, иттең дә тәме ошо ҡылған көсөнән. --Ирәйеп, ғорурланып әйтте был һүҙҙе Ғафар.
— Эйе, ымһынырлыҡ, ҡөҙрәтле ерҙәрҙә йәшәйһегеҙ икән. Төйәгегеҙ байлығының ҡайнар һулышы иркәләй табанығыҙҙы, -- тине иң оло ҡунаҡ.
…Эргәлә, аҫта, күҙ күремеләй алыҫлыҡта, өйөр башы Ҡырасъял аттарҙы һыулауға төшөрҙө. Сейәле тау итәгендәге тигеҙлектә бер-бер артлы теҙелеп киткән аҡ тирмәләрҙе күреп, тәржемәсе һораулы ҡараш ташланы Ғафарға:
-- Геологтар эшләйме?
- Юҡ, иртәгә алдығыҙҙа баҫып торған улымдың туйы. Йәмле йәйҙең хозурлығынан файҙаланып, тәбиғәт ҡосағында уҙғарасаҡбыҙ байрам мәжлесен. Йәштәрҙе ҡотлап, һәр береһе Данир менән Наргизәнең ҡулын ҡыҫты. Хушлашыр алдынан телефон номерҙары, визиткалар менән алмаштылар. Иң олоһо Ғафарҙың яурынына дуҫтарса ҡулын һалып: “ Аттарың оҡшаны, яҡшы ҡарайһың. Рәхмәт үҙеңә”,-- тине. Ҡосаҡлашып, ҡул ҡыҫышып, ихлас хушлаштылар.
------------------------------------------------------------------------------------------------------------
Яҡын туғандар, дуҫтар, тиң-тош ҡатнашлығындағы онотолмаҫ, хис-тойғоларға бай туй ваҡиғаһы Наргизә менән Данирҙың ярһыу мөхәббәтен тағы ла ҡыҙыулатты. Мәргизәнең ике туған ҡустыһының улы туй теҙгенен шаулатып -гөрләтеп алып барҙы. Моңло йыр һәм дәртле бейеүҙәрҙән тыш, мәжлестең иң мөһим өлөшө — ат сабыштырыу, көрәш майҙанына батыр ҡоҙаларҙы сығарыу ине. Ат сабышында беренселекте Ғафарҙың оло улының улы Арыҫлан алһа, көрәш майҙанында һимеҙ һарыҡты үҙ елкәһенә Мәргизәнең ике туған апаһының улы һалды. Шарап-араҡыһыҙ ҙа күңелле итеп туй үткәреп була икән, тип бер-береһенә ҡарашты йәш ҡоҙалар. Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Олораҡтары, ултырған ҡыҙ үҙ урынын таба, тип итәғәтлек күрһәтте киленгә ҡарата. Ысындан да, әле ҡасан ғына, ҡарт ҡыҙға йүнле кеше өйләнәме, тигән һорауҙы нисә тапҡыр бирҙе Наргизә үҙ-үҙенә. Ошо минуттарҙа туйҙағы матур теләктәр, бүләктәр, ә иң шатландырғаны — Данирҙың наҙлы ҡарашы, ипле мөнәсәбәте солғанышында Наргизәгә батша ҡыҙҙарына хас ҡыйыулыҡ өҫтәлде. Әйтерһең дә, май эсендәге бөйөр ул. Ҡыҙына ҡарап ҡаушаны әсә. Эстән доғалар уҡып, хәйерлегә булыуын теләп, өндәшмәй, баҙнатһыҙ йөрөнө. Ғафар уның янына килеп: “Ҡоҙағый, күңелегеҙ китек һымаҡ. Улай итмәгеҙ, һеҙгә ҡунаҡтар ҡарай бит”.
- Юҡсы, ҡәнәғәт булып йөрөүем ошо. -- Әлбиттә, йәшерҙе ни уйлағанын Мәргизә. Ҡояш тауҙар артына ултырғансы дауам итте, туйҙың күңелле мажаралы .
Туйҙан һуң, ҡыл тартҡан һымаҡ, теп-теүәл туғыҙ ай үткәс, малай тапты Наргизә. — Таң алдынан күргән төш һымаҡ, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ҡоҙағый. Ҡотлайым,оләсәй булдың!..
Телефан аша хәбәр ителгәнгәме, рәхмәттән башҡа бер ни ҙә әйтә алманы Мәргизә. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгәндәй булды әсәнең. Тик Данирҙың океан аръяғында, сит илдә булыуы, улын балалар тыуҙырыу йортонан ҡаршы алырға килеп өлгөрмәүе көйөндөрҙө йәш әсәне. Сабыйҙың атаһы ҡайтҡанға тиклем, әсәһендә йәшәргә ҡарар итте Наргизә… Балдан бала татлы, тигәндәй, бәпесенән башҡаны күрмәй йәш әсә. Көнөн дә, төнөн дә аяҡ өҫтөндә. Ауыр тапты баланы. Шуға ла оҙағыраҡ тоттолар уларҙы балалар табыу йортонда. Бар хәленсә тәрбиәләне икеһен дә Мәргизә. Сабыйға ҡарап, ике аҙналыҡ баланы иҫкә төшөрҙө лә әсә:
-- Икәүләгәс, баланы һыу индереүе лә йәтеш, бына шулай, күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп үҫтерәһең баланы. Үҙең һымаҡ ирәйеп ята. Миңе тап һинеке кеүек, муйынында. Һөймәлекле булыр…
-Әсәй, онотманыңмы ни?
- Бөгөнгөләй хәтеремдә. Тәү тапҡыр әсәй тип әйтеүең, атлап китеүҙәрең — барыһы ла... Бала тип йәшәгәс ни, Алла бойорһа, һин дә шулай булырһың.
...Мәргизә бала менән мәж килеүҙән йонсоно. Берсә үҙен ғәйепләп, берсә аҡлап, төнө буйы күҙенә йоҡо эленмәне. Йомшаҡ түшәк-юрғандары, әйтерһең дә, ҡаҡ таҡта. Диңгеҙҙәй төбө юҡ уйҙарының осона сыға алмай, уңға, һулға борғаланып ята торғас, таң һыҙылып атҡан мәлдә бер уйға килде: серҙең төйөнөн сисергә уңайлы мәл… Дөрөҫлөктән күңеле таҙарыр… Еңеләйеп серемгә талды ул. Бала тауышланып, илап уянғас, йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан әсә менән ҡыҙ икеһе бер юлы бәпес эргәһенә килеп баҫты. Мәргизә тәҙрәнән төшә башлаған ҡояш нурҙарынан йөҙөн бороп, ҡабаланмай, тигеҙ, һалҡынса тауыш менән: «Бала әсәһен йоҡонан уянғансы һағына ул. Һин мәктәптә уҡып йөрөгән сағыңда, мине шулай һағынып уяныр инең...” Әсәһенең тауышында, уға туп-тура ҡарап әйткән һүҙендә мәғәнәле иҫкәртеү ятҡанын һиҙемләне ҡыҙы.
—Наргизәкәйем,балаҡайым, ғүмер буйы уйҙарымдың шәүләһе булып эйәреп йөрөгән серҙәремде асам бөгөн һиңә. Башта миңә дарыу килтер… Ах, был тынғыһыҙ йөрәкте… Мине туҡтатмайынса тыңларға әҙерлән. -- Дарыуҙы эскәс, бер аҙ ултырҙы, йәнә торҙо. Карауатта ак төргәктә ятҡан ике аҙналыҡ йәш балаға ҡарап, дауам итте һүҙен: — Бала һөйөү өсөн бар мөлкәтен бирергә әҙер була һәр әҙәм заты. Шулай инем мин дә. Тик ҡыҙым тыуғас та оҙаҡ торманы, вафат булды. Башҡа балаң булмаясаҡ, тигән хәбәрҙе еткерҙеләр миңә врачтар. Ауыр операциянан һуң, хәлем бик мөшкөл ине. Хәкимә апайың һәр ваҡыттағыса сос булды, танышмаҡлығы арҡаһында, шунда уҡ, бала табыу йортонда, ун көнлөк баланы ҡосағыма һалдырҙы. Ул һин инең, ҡәҙерлем.
Ни әйтергә белмәй албырғаны Наргизә. Бер аҙ шаңҡып торғандан һуң, зиһене таралғанын, йөрәге ярһығанын тойҙо. Буталсыҡ уйҙары мейеһен бырауланы. Ауырлы йөрөү, бәпәйҙе нисек тыуҙырасағын уйлау, сабыйын ҡулға алыу мәлдәре һәм башҡа ошоға бәйле ваҡиғалар — былар бөтәһе лә күңелен йоҡартҡайны йәш әсәнең.
—Минең донъя йөҙөндә бер генә әсәйем бар,— тип ҡысҡырып ебәрҙе бар көсөнә Наргизә.
Бер нисә секунд эсендә әсәһе бөтөнләй сит кешегә әүерелгән һымаҡ булды. Өй эсендәге һауа етешмәй, балам тонсоға инде... Балаһын барып йәһәт ҡулына алды. Бала минеке. Бер кемгә лә бирмәйем,теймә…
—Ҡуй, ни эшләүең, өйҙә таҙа һауа. Балаң өсөн ҡулайлаштырҙыҡ бит. Һал үҙ урынына сабыйҙы.
—Тимәк, мин— ташландыҡ… --Наргизә, ике ҡулы менән битен ҡаплап, ултырғысҡа ултыра төштө.
— Юҡ, тау булып өйөлөп ятҡан арпа араһындағы бер бөртөк бойҙайҙы һаҡлаған кеүек, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡәҙерләп үҫтерҙем мин һине. Хоҙай Тәғәлә үҙе шаһит: һине ҡурсалап яңынан ғаилә лә ҡорманым.-- Йүгереп барып әсәһен ҡосаҡланы Наргизә. Уның яуырыны аша биләүҙә ятҡан сабыйына ҡарап:” Бөтөн донъям,тормошом— балам. Ә уны ташлап китер өсөн кем булырға кәрәк? Йөрәкһеҙ, бәғерһеҙ…” Туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Бер төптән үҫеп сыҡҡан ҡуш ҡайындай, күҙ йәштәренә мансылып, оҙаҡ торҙо әсә менән ҡыҙ. Ниһәйәт, Наргизә телгә килде: «Хәкимә апай был хәбәрҙе ҡайнымдың апаһы менән еҙнәһенә күптән еткергән. Телдән телгә күсеп, миңә лә килеп етте ул йылы көйөнсә. Мин ышанманым».
Әсә күҙ йәштәрен һөртә – һөртә:
—Һине тыуҙырған әсәйең менән дә осрашҡан Хәкимә апайың. Ул хәҙер беҙҙең ҡалаға ҡайтҡан, имеш, һәм һине эҙләй… — Был турала ишетмәгәнем яҡшы булыр ине. Улын алып күҙ йәштәре сорлап аҡҡан битенә терәне: -- Нисек инде, нисек шулай кәкүк булырға? Ҡарарға ине уның күҙенә. Ишетергә ине яуабын... Әсәй, һин уны күрмәгәнһеңдер бит?
-- Беҙ икебеҙ бер үк көндө тыуҙырҙыҡ баланы. Минән бик күпкә кесе, студенка ине... Йөҙөн хәтерләмәйем. Күпме өгөтләһәләр ҙә, ыҡҡа барманы.
—Етте, һөйләмә башҡаса.
— Юҡ, оҙаҡ көттөм мин был көндө. Балаҡайым, донъяның иҫәре булмаһа, аҡыллыны таный алмаҫ инек. Юҡты тоймаһаҡ, барҙың ҡәҙерен белмәҫ инек. Мин үҙ ваҡытында юҡты тойғас, һине бар иттем. Нисек кенә булмаһын, әсәйең һиңә йән биргән, ә мин һиңә йүн бирҙем. Алып килеп еткерҙем иң бәхетле көндәреңә. Һин уны йәшәй-йәшәй нығыраҡ аңларһың. Әгәр мине ташлап, тыуҙырған әсәйеңде таныһаң— үҙ иркең, үкенмәйем,сөнки был донъяла бөтә нәмә үҙгәреүсән. Ә мин үҙ бурысымды үтәнем…
Ҡапыл әсәһен ҡосаҡлап алды Наргизә.
- Мин һиңә уҡмашҡанмын, айырыла алмайым. Ә шулайҙа юҡҡа һөйләнең барыһын да… -- Бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәре аша:
-- Әсәй, кейәүең килеп туҡтаны ҡапҡа ҡаршыһына. Ҡайным бөтәбеҙҙе мунсаға саҡырып ҡалған. Йыйынайыҡ… тип йылмайҙы.
-- Минең исемдән ғәфү үтенегеҙ. Бара алмайым. Хәкимә апайың ҡаты ауырый. Кисә-бөгөн хәлен белгәнем юҡ. Нисәнсе ай инде түшәк тартып ята.
Мәргизәнең аяҡтары үҙенән-үҙе атланы Хәкимәнең өйөнә. Ишекте асып инеү менән, күршеһе сеңләп илап ебәрҙе: «Ҡарт көнөмдә ҡайһы балам мине ҡарап, рәхәтлек күрһәтер, икән тип уйлай торғайным. Һанда-һаяҡ булһа ла береһе килеп китһәсе». Мәргизә ярҙамында ҡалтырана-ҡалтырана саҡ урынынан тороп ултырҙы. Уның бойоҡлоғо тауышында һәм күҙендә. Ялт-йолт уйнап торған йәм-йәшел теремек күҙҙәре күкшел бысраҡ төҫөнә ингән. Уларҙа сараһыҙлыҡ,меҫкенлек. Бынан дүрт - биш ай самаһы элек йүгереп йөрөгән кеше күҙ алдында ирене.
Мәргизә килтерелгән нәмәләрен өҫтәлгә ҡуйып:
-- Аш килтерҙем,әйҙә, йылыһында… Хәкимәнең ҡапҡаны — бер ҡалаҡ һурпа, ике йотом сәй. Ятты ла күҙен йомдо. Арыны. Уяулы-йоҡоло кеше һымаҡ:
-- Мәргизә, һин эргәмдәме? Ғәфү ит барыһы өсөн дә. Бер-бер хәл тыуып китһә, уландарымдың телефон номерҙары өҫтәлдә.
 
ТАҢҺЫЛЫУ ҒӘЙНУЛЛИНА.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: