Алда - яңы бурыстар, яңы маҡсаттар

Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим мәсьәләләрҙең береһе – берәҙәк эттәр проблемаһы булды. Был хаҡта Айнур Вәлишин мәғлүмәт биреп, ошо йүнәлештә үткәрелгән аукционда Өфө ҡалаһының яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең еңеп сығыуы күп проблемалар тыуҙырыуы хаҡында әйтеп үтте...

Алда - яңы бурыстар, яңы маҡсаттарАлда - яңы бурыстар, яңы маҡсаттар
Алда - яңы бурыстар, яңы маҡсаттар

Оператив кәңәшмәнән

Алда – яңы бурыс, яңы маҡсаттар

Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселәр менән үткәргән оператив кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, бар өлкәнән мәғлүмәт бирелде.

Бер аҙна эсендә 199 хәл-ваҡиға тураһында мәғлүмәт бирелгән. Ике янғын – мунса һәм усаҡлыҡҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡуныуы күҙәтелгән. Береһендә мейестең төҙөкһөҙлөгө сәбәп булһа, икенсеһе буйынса асыҡлау эштәре бара.

Салауат Ярҡынбаев 18 ғинуарҙан 19 ғинуарға ҡараған төндә христиан динендәге ҡәрҙәштәребеҙҙең Крещение байрамын билдәләйәсәге хаҡында һөйләп үтте. Был көндө уларҙың һыуға төшөүе билдәле. “Граф күлендә был байрамды үткәреү өсөн махсус урын әҙерләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, хоҡуҡ һаҡлау, медицина хеҙмәттәре иҫкәртелгән, улар һуңғы кешегә тиклем дежурҙа буласаҡ”,-тине Салауат Рафаэль улы.

Район башлығы Фәнис Әминев Таналыҡ йылғаһы, Талҡаҫ күле һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарын күҙ уңында тоторға ҡушты. “Беҙ христиан динендәге баймаҡтар өсөн бар шарттары һәм тейешле хеҙмәттәрҙең күҙәтеүе аҫтында булған матур урын әҙерләнек. Был хаҡта Яңы йыл алдынан уҡ дин әһелдәре менән берлектә махсус комиссия үткәрелеп, Граф күлендә урын билдәләнде. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары аша иғлан да яһалды. Әммә кемдәрҙеңдер башҡа йылға-күлдә һыуға төшөргә маташыуы бар. Ә был уларҙың һаулығы ғына түгел, ә ғүмере өсөн дә хәүефле! Шуға күрә һәр һыу ятҡылығы иғтибарҙа булырға тейеш, халыҡ иҫкәртелергә тейеш”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы. Шулай уҡ район башлығы купель яны яҡшылап яҡтыртылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ошо көндәрҙә Граф күле турбазаһында күсмә кәңәшмә үтте. Һәм был байрамды үткәреү өсөн бар шарттар тыуҙырыу маҡсаты ҡуйылды. Кешеләргә кейенеү өсөн палаткалар ҡуйыласаҡ, сәй эсереү ойоштороласаҡ, мунса яғыласаҡ. Шуға күрә был Крещение байрамын билдәләгән һәр кемгә тик Граф күлендә генә әҙер купелдә һыу төшөргә кәңәш итәбеҙ.

Ҡала мэры Радмир Иҫәнбаев “Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проектының уңышлы тамамланыуын белдерҙе. Әммә алда – яңы бурыс һәм яңы маҡсаттар. Радмир Фитрат улы әйтеүенсә, артабан улар конкурста ҡатнашып, С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү маҡсатын ҡуя. Радмир Фитрат улы шулай уҡ ҡарҙы таҙартыу буйынса өмәләр әүҙемләшеүе барыуы тураһында әйтте. Был йәһәттән район етәксеһе уны хуплауын белдерҙе һәм бөгөндән ошондай өмәләргә сығырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Малды ҡышлатыу тураһында ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин мәғлүмәт бирҙе. Шуныһы һөйөнөслө, был тармаҡта тик ыңғай яңылыҡтар ишетелде. Малды ҡышлатыу яҡшы бара, һөт етештереү, быҙау һәм артым алыу былтырғы менән сағыштырғанда күпкә юғары. Әйткәндәй, райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан репортажды “Һаҡмар” гәзитенең ошо йома һанында уҡый алаһығыҙ.

Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим мәсьәләләрҙең береһе – берәҙәк эттәр проблемаһы булды. Был хаҡта Айнур Вәлишин мәғлүмәт биреп, ошо йүнәлештә үткәрелгән аукционда Өфө ҡалаһының яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең еңеп сығыуы күп проблемалар тыуҙырыуы хаҡында әйтеп үтте. “Улар Баймаҡҡа килеп етмәй. Оҙаҡ вәғәҙә иткәндән һуң бер мәртәбә генә килеп уранылар. Бер сәғәт эсендә ҡаланы йәһәт кенә йөрөп сығып, бер берәҙәк этте лә тотмай кире юҡҡа сыҡтылар. Тағы килеүҙәрен кисәге йәғни дүшәмбе көнөнә вәғәҙәләгәйнеләр. Әммә һаман юҡтар”,-тип борсолоуын белдерҙе ул.

Был йәһәттән Фәнис Ғәбдрәшит улы ошоға тиклем эшләп килгән Динислам Усмановтың берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр менән яҡшы эш алып барыуын билдәләне. “Ҡайҙалыр берәҙәк эт тураһында ишетелһә, ул шунда уҡ барып етте. Үҙе лә ҡала буйынса туҡтауһыҙ йөрөнө. Хәҙерге ваҡытта халыҡтың берәҙәк эттәр буйынса ялыуҙары күбәйҙе. Теге йәки был төбәктә эттәрҙән таланыу тураһындағы ҡот осҡос хәбәрҙәрҙе ишетеп торабыҙ. Шуға күрә был йәһәттән аукционды еңеп сыҡҡан йәмғиәт ойошмаһына эшен намыҫлы башҡара башларға кәрәк йәки беҙ улар менән хушлашабыҙ. Бының тураһында етди һөйләшеү буласаҡ”,-тине район башлығы.

Эйе, был эшкә закон буйынса аукцион үткән ойошмалар тотона ала. Әммә уларҙың биш йөҙ саҡрым алыҫта ятыуҙары, өҫтәүенә халыҡ өсөн ниндәй мөһим көнүҙәк проблеманы иңдәренә алыуҙарын аңламауҙары борсоуға һала. Динислам Усманов менән бер нисә мәртәбә эт-бесәйҙәрҙең приютында ла, ул ҡала буйлап берәҙәк эттәрҙе тотҡанында ла аралашырға тура килде. Ә хәҙер халыҡ урам тулып йөрөгән эттәрҙең фотоһүрәтен интернет селтәренә һала. Эттәрҙең туйы барған мәл. Ә бындай осорҙа уларҙың кеше өсөн ни тиклем хәүефле булыуын һәр кем аңлайҙыр.

Мәшғүллек үҙәге директоры 2022 йылғы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Эшһеҙҙәр һаны кәмеүе, эшкә урынлаштырылған, уҡырға ебәрелгән, төрлө программаларҙа ҡатнашҡан граждандарҙың күбәйеүе ҡыуандырҙы.

Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ныҡлы иғтибар бирелергә тейешлеген тағы ла билдәләп үтте. “Әлеге ваҡытта тағы бер гуманитар ярҙам әҙерләнә башланы. Мин егеттәребеҙ менән һөйләшеп торам, уларға нимә кәрәк, шул әйберҙәргә өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ”,- тине ул. Район башлығы шулай уҡ яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам иткән ойошмаларға, ирекмәндәргә оло рәхмәтен белдерҙе.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас