ҠЫШ БАБАЙ БҮЛӘГЕ

- Ҡыш бабай, һинең һаҡалың ысын түгел, ә мамыҡтан ғына икәнен яҡшы беләм. Мин ҙур бит инде. Булһын мамыҡтан! Уның ҡарауы һин беҙгә мөғжизә бүләк иттең! Әсәйем дә хәҙер бер ҙә иламай, көлөп кенә йөрөй. Атайым да ҡайтты...

Ҡыш бабай бүләге

булған хәл

Тәслимә йүгереп тигәндәй күршеһенә инде. Иртәгә – Яңы йыл. Әммә Ғәйшәнең бөтөнләй кәйефе юҡ. Күршеһен күргәс, күңеле бөтөнләй йомшарҙымы, илап ебәрҙе.

- Илама, ҡыҙым, барыһы ла яҡшы булыр.

- Ҡайҙан ғына яҡшы булһын инде? Иртәгә – Яңы йыл. Минең Моратҡа бүләк һатып алырға түгел, өҫтәлгә тәмлекәстәр алырға ла аҡсам юҡ. Особоҙҙо- осҡа көскә ялғап йәшәйбеҙ...

- Дамирҙан һаман хәбәр юҡмы?

- Юҡ. Ярты йыл үтте бит инде! Ә бер ниндәй хәбәр-маҙар юҡ.

- Борсолма, ҡайтыр. Ҡасып китмәне бит, эшләйем тип китте.

- Эйе, башта аҡсаһын да ебәреп торҙо, шылтыратты ла. Үҙе имен-һау ҡайтһа булды инде...

- Ҡара әле, ҡыҙым, мин дә яңғыҙ бит. Әйҙә, Моратты ал да, миңә ин Яңы йыл ҡаршылырға.

- Юҡ, Дамир ҡайтып ҡуйһа. Өйҙө буш ҡалдырмайым. Үҙең ин Тәслимә инәй. Мин картуф ҡурырмын.

- Ярай улай булғас, ә мин бәлеш бешерермен, һинең яратҡан турамаңды эшләрмен. Барыһы ла яҡшы булыр.

Әсәһе менән күрше өләсте тыңлап ултырған алты йәшлек Мораттың кәйефе төшөп китте.

- Әсәй, миңә урамға сығырға яраймы?

- Бар, тик алыҫ китмә, йәме.

Морат урамға сыҡты. Балалар майҙансығын үҫмерҙәр баҫып алған. Мораттың дуҫтары күренмәй. Ул күңелһеҙ генә эскәмйәгә барып ултырҙы. “Их, тиҙерәк атай ҡайтһа ине! Әсәйемә нисек ярҙам итергә икән?”-тип уйланы ул көрһөнөп.

Шул саҡ малай туҡталыш яғына китеп барған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы күреп ҡалды. Яңы йыл тылсымсылары көлә-көлә һөйләшеп китеп бара. Морат уларҙың артынан йүгерҙе:

- Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! Ҡыш бабай!..

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәренә осоп килгән малайҙы күреп туҡтап ҡалды.

- Бүләк кәрәкме, улым?-тип йылмайҙы Ҡыш бабай.

- Беҙ бар бүләктәрҙе таратып бөттөк шул. Мә, шоколад аша!- тип Ҡарһылыу малайға тәмлекәс һуҙҙы.

Малай кәнфитте рәхмәт әйтеп алып, кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Әсәһе менән бүлешеп сәй эсерҙәр.

- Ҡыш бабай, ә һин мөғжизә эшләй алаһыңмы?

- Ниндәй мөғжизә кәрәк һуң?

- Әсәйемә ярҙам итегеҙ, зинһар. Ул әле өйҙә ... илай...

- Үҙең эш боҙоп илаттың да, хәҙер әрләнгең килмәйме?

- Юҡ-юҡ, мин илатманым! Миңә бит инде алты йәш, икенсе йыл мәктәпкә барам! Ул өҫтәлгә тәмлекәстәр, ә миңә бүләк һатып ала алмауына ҡайғырып илай. Ә миңә бер ниндәй ҙә бүләк кәрәкмәй! Тик әсәйем генә иламаһын! Шуны эшләй алаһығыҙмы?

- Һинең исемең нисек?-Ҡыш бабай эйелеп Моратты ҡосаҡлап алды.- Атайың ҡайҙа? Ни өсөн ул һеҙгә ярҙам итмәй?

- Атайым ҡырға эшкә киткәйне. Ярты йыл элек юғалды ла ҡуйҙы...

- Ярай, ҡайғырма, ҡайтыр атайың. Һин ниндәй йорттан?

Морат ҡулы менән өйҙәренә төртөп күрһәтте.

- Бар ҡайт, әсәйеңде тынысландыр барыһы ла яҡшы булыр.

Иртәнсәк Морат әсәһе менән Тәслимә өләстең ҡыуаныслы ҡысҡырышыуына уянып китте. “Мөжизә бит был, мөғжизә!”-тигән тауыштарға йүгереп сыҡты. Ишекте туҡылдатҡанға барып ҡараһалар, тупһала кәрзин тулы ризыҡ ҡалдырылған. Унда нимә генә юҡ! Тәмлекәстәре лә, затлы колбаса-сыры ла, төрлө сәйе. Ә емеш-еләктәрҙең күплеге! Өҫтөндә “Ҡыш бабайҙан” тип яҙылған матур асылма ла ята ине.

- Бына бит, ҡыҙым, ниндәй мөғжизә. Ә һин яҡшылыҡҡа ышанмайһың. Күрәһең, ниндәй һәйбәт кешеләр бар яныңда ғына. Ярай, мин ҡайтып киләйем әле.

- Инәй, тиҙерәк кире килегеҙ. Хәҙер шундай өҫтәл әҙерләйәсәкмен!

- Ярай-ярай, бесәйемде генә тәрбиәләп киләйем дә...

Шул саҡ Морат аҙыҡ-түлек араһындағы конвертты күреп ҡалды.

- Әсәй, нимә ул был?

Әсәһе уҡып ҡараны ла:

- Ә был һиңә Яңы йыл әкиәтен ҡарарға саҡырыу. Улым, һиңә лә бик шәп байрам буласаҡ!

Әсәһе улын ҡосаҡлап алды. Уның күҙҙәренән йәштәр субырлап аға ине.Тик был юлы ул – бәхет йәштәре ине. Миһырбанлы, изге күңелле кешеләргә рәхмәт һүҙҙәренең ташҡыны булды улар.

Шул саҡ ҡапыл ишек асылып китте лә, атаһы килеп инде.

- Дамир, Дамир, һин тере, имен-һау!

Әсәһе ярты йылдан хәбәре булмағандан һуң ҡапыл килеп ингән иренең ҡосағына ташланды. Һаман аптырап торған Моратты атаһы ҡосаҡлап алды. Өҙөк-өҙөк һүҙҙәрҙән атаһының телефонын юғалтҡанын, унан Яңы йылға ҡайтыу өсөн алыҫтағы участкаға эшкә барырға ризалашыуы аңлашылды. Ә унда элемтә юҡ икән.

- Күберәк аҡса алып ҡайтайым тип уйланым,- тине атаһы ғәйепле төҫ менән.

Яңы йыл көнө лә, төнө лә улар өсөн ғәжәйеп тылсымдарға төрөлгән булып сыҡты. Шыршы янына баҫҡан Морат Ҡыш бабайға рәхмәттәрен уҡыны.

- Ҡыш бабай, һинең һаҡалың ысын түгел, ә мамыҡтан ғына икәнен яҡшы беләм. Мин ҙур бит инде. Булһын мамыҡтан! Уның ҡарауы һин беҙгә мөғжизә бүләк иттең! Әсәйем дә хәҙер бер ҙә иламай, көлөп кенә йөрөй. Атайым да ҡайтты, ә мин бөгөн һинең әкиәтеңде ҡарарға барам. Һин ебәргән тәмлекәстәрҙе Тәслимә өләскә бүлеп бирҙек, дуҫтарыма ла тараттым. Сөнки атайым да күп итеп күстәнәс алып ҡайтты.

Ҡыш бабай, ҙур рәхмәт һиңә! Киләһе Яңы йылға беҙгә мөғжизә кәрәкмәй. Тәслимә өләстең алыҫта йәшәгән улы уға йышыраҡ шылтыратһын ғына ине. Сөнки өләс уны ныҡ һағына...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас