ҠЫШ

Ә елдәр йөрөй маһайып, Ыжғыра ла һыҙғыра. Ер өшөһөн тигән кеүек, Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра...

ҠЫШҠЫШ
ҠЫШ

Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,

Эй, ҡар яуған да яуған.

Яландар, ҡырҙар, урмандар

Шул ҡар аҫтында ҡалған.

Эштән арып ятҡан кеүек,

Тынғандар инде ҡырҙар.

Мамыҡ юрғанға төрөнөп.

Хәл йыя төҫлө улар.

Ҡояш та ялда шикелле,

Йылытмай ерҙең өҫтөн.

Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа

Тиҙ генә ята төҫлө.

Ә елдәр йөрөй маһайып,

Ыжғыра ла һыҙғыра.

Ер өшөһөн тигән кеүек,

Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.

Яланғас ҡала ер йөҙө,

Һалҡындан китә туңып.

Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,

Йылыта алмай уны...

Назар Нәжми.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас