Ҡуян ниҙәр вәғәҙәләй?

Ҡуян (Бесәй) йылына аяҡ баҫабыҙ. Йомшаҡ, наҙлы хайуан йылдың да тыныс үтәсәген вәғәҙәләй. Ҡуян уртаҡ тел табыуҙы, татлы телде һәм тыныслыҡты ярата. Күберәк ғаиләгә, яҡындарығыҙға иғтибар итергә, улар янында булырға кәрәк. Ҡуян йылында бәпестәр ҙә донъяға йыш ауаз һаласаҡ...

Ҡуян ниҙәр вәғәҙәләй?Ҡуян ниҙәр вәғәҙәләй?
Ҡуян ниҙәр вәғәҙәләй?

Ҡуян ниҙәр вәғәҙәләй?

Ҡуян (Бесәй) йылына аяҡ баҫабыҙ. Йомшаҡ, наҙлы хайуан йылдың да тыныс үтәсәген вәғәҙәләй. Ҡуян уртаҡ тел табыуҙы, татлы телде һәм тыныслыҡты ярата. Күберәк ғаиләгә, яҡындарығыҙға иғтибар итергә, улар янында булырға кәрәк. Ҡуян йылында бәпестәр ҙә донъяға йыш ауаз һаласаҡ. Һәр хәл-ваҡиғаны тыныс ҡабул итеп, барыһын да ваҡытында хәл итеп барған кешеләргә уңыш йылмаясаҡ...

Ҡуҙы

Ҡуҙыларҙы 2023 йылда мөғжизәләр көтә. Ҡуян йылы – ыңғай үҙгәрештәр һәм уңыштар ваҡыты. Ҡуҙылар өсөн ныҡлы абруй яулар ваҡыт. Һуңғы бер нисә йыл менән сағыштырғанда - иң уңышлы йыл. Һеҙҙең ныҡышмал рәүештә гел алға ынтылыуығыҙ Ҡуянға бик тә оҡшаясаҡ, шуға күрә ул һеҙгә ярҙам итәсәк. Көтмәгәндә ошонан алдағы йылдарҙа ла башҡарған эштәрегеҙҙең емештәрен татырһығыҙ. Ә инде ялҡауыраҡ булған ҡуҙыларға үҙен ҡулға алырға ваҡыт. Сөнки Ҡуян һеҙгә бар мөмкинселектәрҙе бүләк итә. Тор һәм тотон ғына! Эштә карьера баҫҡысынан күтәрелеү, эш хаҡы артыуы, һеҙҙең тырышлыҡты күреүҙәре көтә. Ә бына барыһын да яңынан башларға әҙерләнгән ҡуҙыларға ҡыйынлыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Әлбиттә, барыһы ла килеп сығасаҡ, әммә тиҙ арала түгел. Аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Йондоҙҙар һеҙгә йыл башынан йәй бөткәнсе ҙур аҡса сарыф итмәҫкә кәңәш итә. Һәр саҡтағыса аҡсаны һаҡсыл тотоноғоҙ һәм бының һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Ә бына октябрь-ноябрҙә күптән хыял иткән әйберҙәрҙе алырһығыҙ. Ғаиләле ҡуҙыларҙы тыныс тормош, бәпәй табыу ҡыуанысы көтә, ә яңғыҙҙар, ниһайәт, үҙ яҙмышын осратасаҡ.

Буға

Барыһын да башлар ваҡыт етте. Ҡуян йылы һеҙгә бик күп яңы эштәрҙе башларға ярҙам итергә уйлай. Һәм һеҙ был эштәрҙең уңышлы һөҙөмтәһен оҙайлы йылдар дауамында тойорһоғоҙ. Бер ҡасан да артҡа сигенмәйһегеҙ, бар эште аҙағына еткерәһегеҙ, был һыҙатығыҙ Ҡуянға бигерәк тә оҡшай, шуға күрә ул һеҙҙең менән буласаҡ. Һеҙҙең барыһы ла уңышлы барғанын күреп, яңы эш тәҡдим итеүҙәре бар. Тик карьера үҫеше, ҙур эш хаҡында уйлап, алданып ҡуймағыҙ. Сөнки һеҙгә шикле проекттар тәҡдим итеүселәр ҙә күп булыр. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән буғаларға был эшкә нығыраҡ иғтибар биреп, тулы көс һалырға кәрәк. Сөнки бер һумығыҙ мең һумға әйләнер ваҡытығыҙ етте. Иң мөһиме – көстө йәлләмәҫкә һәм һеҙ бер нисә йылға үҙегеҙҙе матди яҡтан тәьмин итәсәкһегеҙ. Ҡуян йылында эре әйберҙәр, мөлкәт һатып алыу, сәйәхәт өсөн дә бик уңышлы мәл. Яңғыҙҙарҙы яңы мөнәсәбәт, ә ғаиләле ҡуҙыларҙы күптән көткән һөйөнөслө хәл-ваҡиғалар көтә.

Игеҙәктәр

2023 йыл игеҙәктәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм ваҡиғаларға бай буласаҡ. Йондоҙҙар һеҙгә уңыштар вәғәҙәләй. Шул уҡ ваҡытта йыл көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ла бай булмаҡсы. Әммә игеҙәктәргә борсолорға урын юҡ. Улар һәр саҡтағыса һәр килеп тыуған хәлдән еңел һәм юғалтыуһыҙ килеп сығасаҡ. Игеҙәктәр һынауҙарға бирешмәй, көс туплап, яҡшыраҡ ҡына булып китәсәк. Һеҙгә энергия йыйырға һәм һәр үҙгәрешкә әҙер булырға кәрәк. Ҡайһы саҡта барыһын да ташлап, яңынан башларға теләк уяныр. Әммә игеҙәктәргә Ҡуян йылында кире артҡа барырға ярамай. Сабырлыҡты туплап, үҙегеҙҙе ҡулға алып, барыһын да дауам итергә һәм Ҡуян һеҙҙе ныҡышмалылығыҙ һәм тырышлығығыҙ өсөн лайыҡлы бүләкләр. Эшһөйәр игеҙәктәр йыл башынан уҡ уңыштарға өлгәшер. Һеҙ эштә үҙегеҙҙе бөтөнләй икенсе яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Был да һеҙгә ҙур уңыштар килтерер. Эште алмаштырыу теләген онотоп торорға тура килер. Финанс яғынан да бик уңышлы йыл. Игеҙәктәр ҡурҡмайынса яңы проекттарға тотона ала. Уларҙың барыһы ла яҡшы ғына килем килтерәсәк. Ғаиләле игеҙәктәр үҙ яртыһынан күпте талап итеп, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы бар. Шуға күрә сабыр булығыҙ. Ә яңғыҙ игеҙәктәр һаман эҙләнеүҙә. Тик йыл аҙағында ғына һеҙгә лайыҡлы булған кеше осрауы бар.

Ҡыҫала

Ҡыҫалаларҙа һиҙгерлек тойғолары бик көслө. Шуға күрә ул үҙен генә түгел, ә башҡаларҙың да хистәрен яҡшы тоя. Был Ҡуян йылында һеҙгә бик тә кәрәк буласаҡ. Ҡыҫалалар өсөн тыныс һәм матур йыл килә. Ҡуян һеҙгә бер ниндәй һынауҙар ҙа, ауырлыҡтар ҙа килтермәҫ. 2023 йылда һеҙҙе бар өлкәлә лә тик уңыштар көтә. Ҡайһы бер ҡыҫалалар карьера баҫҡысы буйынса күтәрелер, бәғзеләре һаулығын нығытыр, кемдәрҙер килемен ныҡлап күтәреүгә тотонор. Һәм уларҙың барыһында ла ҡыҫалаларҙы тик еңеүҙәр көтә. Ҡатын-ҡыҙ, ир-егет ҡыҫалалар ҙа сикһеҙ энергия, көс тойор. Ҡыҫалаларҙың бик үҙгәреүсән булыуын иҫәпкә алып, йондоҙҙар уларға бар маҡсаттарын ҡағыҙға теркәп, анализлап, унан эшкә тотонорға кәңәш итә. Квалификация күтәреү, һөнәр яңыртыу өсөн дә уңышлы осор. Икенсе эшкә күсергә теләк уяныр. Бының өсөн май – август уңайлы. Яңы эшкә күсһәгеҙ ҙә, элекке урынығыҙҙа ҡалһағыҙ ҙа, һеҙҙе тик ҡыуаныстар көтә. Бер көн эсендә байып китмәһәгеҙ ҙә, Ҡуян йылында һеҙҙең финанс проблемаларығыҙ хәл ителеп, килемегеҙ артыр. Үҙ эшен асырға теләгәндәргә март – июнь айы уңайлы. Яңғыҙ ҡыҫалаларҙың ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы ихтимал, ә ғаиләлеләрҙең барыһы ла тыныс буласаҡ.

Арыҫлан

Арыҫлан өсөн сағыу, хәл-ваҡиғаларға бай, әммә көсөргәнешле йыл килә. Ҡуян йылында һеҙгә мөһим ҡарар ҡабул итергә тура киләсәк. Ул һеҙҙең тормош сифатығыҙға туранан-тура йоғонто яһар. Төрлө һынауҙар һәм ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуыр. Уны хәл итеү өсөн өҫтәмә ваҡыт һәм көс кәрәк булыр. Әммә арыҫландар һәр һынауҙы еңел үтә алыр. Ҡуян ниндәй генә кәртәләр ҡуйһа ла, был һеҙҙе тик көслөрәк кенә итер. Арыҫландарға ян-яғына ҡарамай, ҡурҡмай эш итергә, ваҡ мәшәҡәттәргә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә кәңәш ителә. Ваҡытығыҙ етмәүе һиҙелер. Шуға күрә бар эшегеҙҙе планға һалып башҡарығыҙ. Апрель – июлдә ниндәй ҡағыҙға ҡул ҡуйһағыҙ ҙа, үтә иғтибарлы булығыҙ. Был һеҙҙе күңелһеҙлектәрҙән ҡотҡарыр. Финанс мәсьәләһе яҡшы булһа ла, сығымдарығыҙ ҙа артыр. Яҡындарығыҙға аҡса менән ярҙам итергә лә кәрәк булыр. Шуға күрә эре әйбер һатып алыу һәм аҡса талап иткән эшкә тотонмай тороғоҙ. Ә бына октябрь – декабрҙә матди мәсьәләгеҙ тағы ла яҡшырып, күптән хыял иткән мал-мөлкәткә эйә булыуығыҙ бар. Яңғыҙ арыҫландарға янындағы кешеләргә иғтибар итергә кәрәк. Сөнки һеҙгә лайыҡлы булған мөхәббәтегеҙ һеҙҙе күптән көтә. Ғаиләлеләргә тормошҡа балаларҙың ҡарашы менән бағырға кәрәк.

Ҡыҙ

2023 йылда Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар үҙҙәренең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыр. Йондоҙҙар һеҙгә шәхси тормошоғоҙға һәм финанс мәсьәләләргә ныҡлы иғтибар бирергә саҡыра. Нисек кенә сәйер булмаһын, әммә Ҡуян йылында ошо ике яҡ һеҙҙең өсөн тығыҙ бәйле буласаҡ. Барыһы ла тыныс һәм тәртипкә һалынғанса барыр. Әммә бының өсөн йондоҙҙарҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк булыр. Ул: яҡын кешеләрегеҙ янында ваҡытты күберәк уҙғарыу, яңы танышыуҙарға асыҡ булыу, һаулыҡты хәстәрләү, аҡсаны айҙыҡын-айға иҫәпләп тотоноу. 2023 йылда Ҡыҙ беренсе урынға финанс мәсьәләне ҡуясаҡ. Бының өсөн карьера үҫеше кәрәк буласаҡ. Әммә был осраҡта өҫтәмә бурыстар һалынасағына ла әҙер булығыҙ. Был һеҙгә оҡшамаясаҡ, әммә маҡсатығыҙға ирешергә теләһәгеҙ, түҙергә тура килер. Ни тиклем матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға теләһәгеҙ ҙә, аҡса күктән төшмәйәсәк. Быны тик тырыш хеҙмәт кенә алып киләсәк. Шуға күрә ең һыҙғанырға тура килер. Шулай уҡ һеҙҙе эш хаҡы артыуы, премиялар көтә. Яңғыҙаҡтар үҙ парын табып, йыл аҙағына парлы ла булып ҡуйыр. Ә ғаиләле Ҡыҙ үҙ яртыһының мөхәббәтен тойоп йәшәр. Шул уҡ ваҡытта балаларығыҙға күберәк иғтибар бирергә кәрәк.

Үлсәү

2023 йылда үлсәүҙәрҙе яңы үҫеш мәле көтә. Һеҙ күптән икенсе кимәлгә сығырға, яңы кешеләр менән аралашырға, ниндәйҙер хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға теләй инегеҙ. Бының мәле етте. Күптән осрашмаған дуҫтарығыҙ ҙа һеҙҙе көтә. Ғинуарҙың тәүге көндәренән үҙегеҙҙә сикһеҙ энергия һәм көс тойорһоғоҙ. Быны мотлаҡ эшкә ҡушығыҙ. Ҡуян йылы карьера үҫеше яғынан да отошло булмаҡсы. Тик бының өсөн һеҙгә етәкселек һәм коллегаларығыҙ менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Әҙ һөйләгеҙ һәм күп тыңлағыҙ. Үҙегеҙҙе шул рәүешле тотоу ғына һеҙҙе уңыштарға алып киләсәк. Ҡайһы бер үлсәүҙәргә эш урынын алмаштырып, карьера баҫҡысы буйынса күтәрелеү бәхете тейер. Был үҙенең телен тыя һәм аҡылын эшкә ҡуша белгәндәргә генә тәтейәсәк. Бизнес менән шөғөлләнеүселәргә лә күберәк сит кешеләр менән аралашырға кәрәк. Шундай мәлдә һеҙ отошло килешеүҙәр төҙөй алырһығыҙ. Финанс мәсьәләһе лә үлсәүҙәрҙең кеше менән аралаша белеүенә бәйле буласаҡ. Әгәр эргә-тирәләгеләр менән уртаҡ тел таба алаһығыҙ икәне, тимәк, матди хәлегеҙ ҙә яҡшырасаҡ. Йыл башында кәйеф-сафа ҡороуҙан, яңы кейем һатып алыуҙан баш тартып тороғоҙ. Яҡындарығыҙға һеҙҙән матди ярҙам кәрәк булыуы ла бар. Ғаилә хәлегеҙ ныҡлы булыр, ә яңғыҙҙарға күптән мөнәсәбәтте өҙгән кешене ғәфү итергә кәрәк. Ул һеҙҙең яҙмышығыҙ.

Саян

Ҡуян йылы һеҙгә яңы мөмкинселектәр аса. 2023 йыл һеҙҙең өсөн иң уңышлы осорҙоң береһе буласаҡ. Тик барыһы ла еңел генә бирелмәйәсәк. Бәхетле булыу өсөн ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ һалырға кәрәк булыр. Йондоҙҙар һеҙгә иң ныҡ теләгән хыялдарығыҙға тотонорға ҡуша. Бар шик-шөбһәләрҙе ситкә ҡуйып, йәшәй башларға ваҡыт. Һөнәрҙе, эш урынын алмаштырыу, тормошто үҙгәртеү өсөн уңайлы мәл. Тик саяндарҙың һәр нәмәлә, һәр кешелә иң тәүҙә насарлыҡты күреүе яңы йылдағы бәхеткә аяҡ салыуы бар. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, тормош матурлығын күрергә өйрәнегеҙ. Әгәр һеҙ эшегеҙҙе яратмайһығыҙ һәм икенсе урын тураһында хыялланһағыҙ – Ҡуян һеҙгә ярҙам итәсәк. Икенсе урында эшләү өсөн уҡып алыу ҙа отошло булыр. Үҙ эшегеҙҙе асыу өсөн дә бик уңайлы осор. Тырыш саяндарҙың матди хәле лә яҡшы булыр. Эш урынын алмаштырғандарҙы өҫтәмә килем көтә. Бизнес менән күптән шөғөлләнеүселәр мул аҡсаға һөйөнөр. Шул уҡ ваҡытта матди хәлегеҙҙең ҡапыл яҡшырыуынан башығыҙ әйләнеп, шикле килешеүҙәр төҙөүҙән һаҡ булығыҙ. Яңғыҙ саяндар депрессияға бирелеүе бар, шуға күрә кешеләр менән күберәк аралашығыҙ. Ғаиләле булғандарға көнләшеүҙән һаҡ булырға кәрәк.

Уҡсы

Ҡуян йылында уҡсылар төрлө хәл-ваҡиғалар уртаһында булыр. Һөнәри яҡтан үҫеш, карьера, эш бигерәк тә ҙур иғтибарҙы талап итер. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, яҡындарының терәк-таянысын тойған уҡсылар күпкә өлгәшер. 2023 йыл уҡсылар өсөн һынауҙар йылы. Күп мәсьәлә һеҙҙән етди ҡарарҙы талап итер һәм уларҙың ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй сит кешеләргә ҡағылыр. Был һеҙгә оҡшамаҫ, тынысһыҙлыҡ тойорһоғоҙ, әммә һалҡын ҡанлы булып ҡалыу ярҙам итер. Карьера яғынан бик уңышлы йыл. Айырыуса апрель һәм август айҙарында ҡапыл ғына күтәрелеп китеүегеҙ бар. Тик уңайлы мәлде тоя белергә кәрәк. Ҡайһы бер уҡсылар етәксе урынын биләр. Тик һеҙ өҫтәмә мәшәҡәт, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе үҙегеҙгә алырға әҙер булырға тейешһегеҙ. Карьера баҫҡысы буйынса күтәрелеүегеҙ яңы таныштарға бәйле буласаҡ. Улар менән бәйләнеште өҙмәгеҙ. Карьера үҫешенән тыш күп уҡсылар яңы белем алырға теләр. Бының өсөн дә уңайлы осор. Матди хәлегеҙ ҙә ҡыуандырыр. Шуға күрә күптәнге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр. Ғаиләле булғандарға яҡындарына ныҡлы иғтибар бүлергә, ә яңғыҙҙар июнь – август эсендә танышҡан кешеләр араһында үҙенең яҙмышын осратыуы бар.

Кәзәмөгөҙ

Ҡуян йылы һеҙгә яңы мөмкинселектәр асып, бик тә уңышлы килә. Йыл төрлө ваҡиғаларға бай буласаҡ. Уларҙың уңышлы тамамланыуы һеҙҙең лидерлыҡ сифаттарығыҙға бәйле. Йыл башында көндәрҙең бер төрлө һәм төҫһөҙ булыуынан арып китерһегеҙ. Әммә йондоҙҙар һеҙгә был мәлдә көс тупларға ҡуша. Ә бына апрелдән һеҙҙе уңыштарға килтергән осор башланасаҡ. Барыһын да тиҙ һәм теүәл, шикләнеүһеҙ башҡарыу мөһим. Энергияғыҙҙы бөтә ергә лә өлгөрөрлөк итеп сарыф итергә өйрәнегеҙ. Карьера яғынан ыңғай үҙгәрештәрҙе яҙҙан көтөргә турк килер. Ҡайһы бер кәзәмөгөҙҙәр оҙайлы командировкаға юлланыр. Был уларға артабанғы үҫешендә ярҙам итер. Август – октябрҙә документтар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда һаҡ булығыҙ. Үҙ бизнесы булғандарҙы ла уңышлы йыл көтә. Матди яҡтан тотороҡһоҙ йыл буласаҡ. Йыл башында аҡса етмәгәнен тойған кәзәмөгөҙҙәр төшөнкөлөккә бирелеүе бар. Әммә сабыр итә белегеҙ – был ваҡытлы ғына. Яҙға ҡарай барыһы ла яйға һалынасаҡ. Мөлкәт менән бәйле эштәрҙе октябрҙә башҡарыу уңыш килтерәсәк. Ғаилә кәзәмөгөҙҙәргә яҡындары менән бергә ял итергә, ә яңғыҙҙарға күберәк аралашырға кәрәк булыр.

Һыуғояр

Ҡуян йыл һеҙгә тормош күренештәренә яңы ҡараш ташларға, нимәгәлер мөнәсәбәтте бөтөнләй үҙгәртергә мәжбүр итер. Иң мөһиме – һеҙҙең күңел торошо. Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр ваҡыт етте. Әммә бының өсөн ныҡлап тырышырға, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләргә кәрәк булыр. Үҙегеҙгә бикләнеүҙән һаҡ булығыҙ, Ҡуян йылында һеҙ күберәк аралашырға, халыҡ уртаһында булырға тейешһегеҙ. Йылдың тәүге өс айында һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар биреп, ял итеп алығыҙ. Кәйефегеҙ йыш төшә башлаһа медитация, йога, спортты үҙ итегеҙ, күңелегеҙгә ятҡан башҡа шөғөлдәр табығыҙ. Йыл башынан уҡ күп һыуғоярҙар бар тормошон ҡырҡа үҙгәртергә теләр. Бының өсөн дә уңайлы мәл. Ҡуян һеҙгә ҡабат-ҡабат ҡылынған хаталарығыҙҙы ғәфү итеп, барыһын да яңынан башларға ярҙам итер. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәрҙең ыңғай яғын йыл уртаһында уҡ тойорһоғоҙ. Йылдың башында көсөргәнешле булған матди хәлегеҙ ҙә яҡшыра башлар. Йыл аҙағына матди проблемаларығыҙ хәл ителер. Яңғыҙаҡтарҙы көҙгөһөн яҙмышын хәл иткес осрашыу көтә. Ғаиләле һыуғоярҙарҙы тыныс тормош көтә.

Балыҡ

Күптән хыял иткән, хатта бала саҡтан хыялланған эштәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу ваҡытты етте. Ҡуян йылы балыҡтарға бигерәк тә мәрхәмәтле буласаҡ. Һеҙҙе карьера өлкәһендә уңыштар көтә, матди хәлегеҙ ҙә яҡшыра ғына барыр. Иң мөһиме – бер-бер артлы теҙелеп килгән уңыштарға аптырамай, уларҙы тағы ла күбәйтеү өсөн эшкә тотонорға кәрәк. Айырыуса яҙғыһын балыҡтар сикһеҙ энергия һәм көс тойоп хыялдарын тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Иң ҡатмарлы эштәрҙе март-октябргә ҡалдырығыҙ. Сөнки был осорҙа һеҙ хәл итмәҫ булып күренгән эштәрегеҙҙең осона сығып, ҙур шатлыҡ кисерерһегеҙ. Әммә балыҡтарҙы яҡындары менән көсөргәнешле мөнәсәбәт борсоуға һалыр. Уларҙы яйлау күп ваҡытты һәм нервыны аласаҡ. Эштә иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итеүегеҙ етәкселеккә бик оҡшар һәм был премияларға булышлыҡ итер. Яҡшы ғына килем Ҡуяндың төп бүләге булыр. Ғаиләлеләргә яҡындарына иғтибарлы булырға кәрәк. Яңғыҙҙарҙы етди мөнәсәбәттәр көтмәй әле.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас