

Һәр Яңы йылды дауаханала ҡаршылаған мәлем булды. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән инем. Дөрөҫөн әйткәндә, йүнәлеремә табиптар ғына түгел, яҡындарым да ышанмай ине.
Дауаханаға ятырға кәрәк. Был фекергә Яңы йыл алдынан үҙем килдем. Сөнки еңгәмдең ағайыма <байрамды боҙоп хәҙер өйҙә ятырға уйлаймы? Минең атай-әсәй, апайҙар килергә тейеш. Ҡушып ҡунаҡ саҡырырмын тип уйлағайным> тип асыуланғанын ишеттем.
Иртәнсәк шым ғына илаған әсәйемде ҡосаҡлап һау булашып, дауаханаға киттем. Үлһәм ине тип хыялландым. Яңы йыл төнөндә ғәжәйеп төш күрҙем. Ысын һымаҡ тойҙом үҙем барыһын. Ниндәйҙер ап-аҡтан кейенгән бер бабай миңә көсләп ниҙер эсерҙе. <Ваҡытың етмәгән әле, йәшә> тине.
Иртәнсәк үҙемдә ниндәйҙер көс тойҙом. Әкренләп эш һауығыуға китте. Хәҙер минең барыһы ла бар. Миңә ҡул һелтәгәндәр ине, ә минең хәҙер мөхәббәтем дә, балаларым да бар. Бына шулай - бар ул мөғжизә!
Т.