

Көлгәнгә - көлкө
Минең танышым интернеттан шыршыны түбәгә эләктереп ҡуйһаң, нығыраҡ һәм ышаныслыраҡ тора тигәнде уҡыған. Ҡатыны менән балалары ҡайтмаҫ борон эшкә тотонған. Элеп ҡуйған да тынысланған, биҙәүҙе яҡындарына ҡалдырған. Ҡатыны һәм балалары ҡайтып ингән дә, түбәлә аҫылынып торған шыршыны күреп телһеҙ ҡалған. Ҡатыны: “Ә беҙ уны нисек биҙәргә тейеш?”-тип һораған аптырап.
“Мин өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып эләктерҙем, һеҙ ҙә шулайтып биҙәрһегеҙ”,-ти икән ир.
Ҡатын тағы нығыраҡ аптырап: “Ә нимәгә элдең һин уны түбәгә? Ул бит хатта күренмәй ҙә!”-тигәнгә танышым: ”Бына һиңә бер ни ҙә оҡшамай. Мин тырыштым, һин ҡайтҡансы шыршыны ҡуйып ҡуйҙым. Интернетта шулай тип ҡуйһаң ныҡ тора тигән. Үҙең йыл һайын балаларҙы шыршыны ҡолатҡан өсөн әрләйһең”,-тип ярһып киткән.
Ҡатын интернеттан иренең шыршыны түбәгә элеү тураһындағы кәңәшен табып уҡый башлаған. Ә унда бейеклеге түбәгә еткән шыршы тураһында һүҙ бара икән. Танышыма интернетты әрләй-әрләй, бейеклеге бер метрға ла тулмаған шыршыһын түбәнән ысҡындырырға тура килә. Бына шулай күңелле булып яҡынлаша Яңы йыл!