

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған конкурс 12 февралдә, шағирҙың тыуған көнөндә башланып, өс этапта уҙҙы. Беренсе, ситтән тороп ҡатнашыу этабына 800-ҙән ашыу эш килде. 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурстың икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатовҡа тапшырылды, ул 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Шуныһы һөйөнөслө, Таулыҡай ауылынан булған, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыған Илназ Исхаҡов беренсе урын алды! Ул 70 000 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Афарин, Илназ!