

Бөгөн район хакимиәтенең оператив кәңәшмәһе башҡорт телендә үтте. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының урынбаҫары Айнур Кәримов үткәрҙе. Шуны ла билдәләп үтер кәрәк, ойошма-учреждение етәкселәре Башҡорт теле көнөнә арнап милли орнаментлы кейемдә килгән ине.
Айнур Басир улы бер аҙна эсендә үткән сараларға баһаһын биреп, уларҙың яҡшы кимәлдә үтеүен билдәләне.
Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев Баймаҡта Яңы йылға әҙерлек эштәре менән таныштырҙы. Ул ҡала биҙәлешенә лә туҡталды.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина Яңы йыл алдынан үтәсәк саралар менән таныштырҙы.
Аҙна хәл-ваҡиғалары, гәзит-журналдарға яҙылыу, <Шыршы> операцияһы, балаларҙың киҫкен респиратор ауырыуҙар менән ауырыуы һ.б. мәсьәләләр күтәрелде кәңәшмәлә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.