ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа. Ел ниндәй иркә! Йылмайығыҙ яҡты таңға: Хәйерле иртә!..  

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Хәйерле иртә!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.

Ел ниндәй иркә!

Йылмайығыҙ яҡты таңға:

Хәйерле иртә!

 

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ

Үҙ еребеҙҙә,

Хәйерле көн! – тип әйтәйек

Бер-беребеҙгә!

 

Матур көндө оҙатһындар

Иң яҡты хистәр,

Теләйек бер-беребеҙгә

Хәйерле кистәр!

 

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,

Мәле ҡәҙерле!

Көтөп алған төнөбөҙ ҙә

Булһын хәйерле!

 

Бер-беребеҙгә һуҙылһын

Ярҙам ҡулыбыҙ,

Хәйерле, уң була күрһен

Ғүмер юлыбыҙ!

Фирүзә Абдуллина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас