Уйлағыҙ һуң!

Ир ышығы – бары ышыҡ ҡына, Терәүҙәре тағы ҡатын-ҡыҙ! Күргәнегеҙ бармы ир-аттарҙың Матур йәшәгәнен ҡатынһыҙ?..

Уйлағыҙ һуң!Уйлағыҙ һуң!
Уйлағыҙ һуң!

Уйлағыҙ һуң!

Күптәр уйлай:

Бына рәхәт йәшәй,

Тибеп донъяларҙың артына:

Ирҙең ышығында, еңел эштә,

Аҡса услап тотоп, шат ҡына!”

 

Кеше эше һәр саҡ еңел инде!

Үҙеңдеке генә ҡатмарлы…

Зарланырлыҡ сәбәп һәр кем таба,

Һөйләмәйбеҙ генә аһ-зарҙы.

 

Ир ышығы – бары ышыҡ ҡына,

Терәүҙәре тағы ҡатын-ҡыҙ!

Күргәнегеҙ бармы ир-аттарҙың

Матур йәшәгәнен ҡатынһыҙ?

 

Аҡса тиһәң… Осранымы һеҙгә

Аҡса етте!” - тигән кешеләр?

Булғанына риза булып ҡына

Йәшәйҙәр тик минең ишеләр!

 

Тибешергә мин маташам ғына –

Донъя тибә артҡа нығыраҡ!

Шуныһы бар: типкеләгән һайын

Кәүҙәм генә бары турыраҡ!

 

Уйлағыҙ һуң, әйҙә, рәхәтлектә

Иркәләнеп кенә йәшәй тип,

Хоҙай, бәлки, йөктө еңеләйтер,

Һеҙҙең уйлағанды ишетеп…

Фирүзә Абдуллина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас