Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Тәңкәле ҡыҙҙар... Кемдәр улар?

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Ишмөхәмәт ауылында “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Ишмөхәмәт, Байыш, Кәрешкә, Йәнйегет, Урғаҙа, Иҫке Сибай, Төркмән, Әхмәр, Күсей ауылдарынан йәмғеһе 9 башҡорт һылыуы ҡатнашты. Бәйгене асып, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы конкурсанттарға уңыштар теләне, урындағы Ағинәйҙәр ҡыҙҙарға изге теләктәрен юрап, сылтыр тәңкә бүләк итте. Тамашасы һәм баһалама комиссияһы береһенән-береһе сағыуыраҡ сығыштарға тамаша ҡылды. Бәйгеселәр сәхнә түрен, халыҡтың күңелен яулап йырланы ла, бейене лә, оҫта итеп шиғыр һөйләне, әҙәбиәт, фольклор, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, белемдәрен күрһәтте. Бәйге шарттарының береһе – Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереү ине. Был һынауҙы ла бәйгелә ҡатнашыусылар уңышлы үтте. Сәхнәлә яҙыусының “Ҡарлуғастар”, “Китмәгеҙ, торналар”, “Тәңкәбикә”, “Ай менән ҡояш бер генә”, “Бөйрәкәй” һәм башҡа әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Шулай уҡ ҡыҙҙар стилләштерелгән милли кейемдә дефиле күрһәтте. Милли биҙәкле, үҙенсәлекле кейемдәрҙәге ҡыҙҙарҙың сығышы сағыу тамашаға әйләнде. Саф башҡортса һөйләшкән, йөрәктәре тыуған ерем, телем, әҙәбиәтем, халҡым тип типкән ҡыҙҙарҙың һәр сығышы ихлас алҡыштар менән оҙатылып барҙы. Төбәк бәйгеһе йомғаҡтары буйынса 1-се урынды Күсей һылыуы Баймөхәмәтова Айгүзәл һәм Иҫке Сибайҙан Ишмырҙина Нәркәс яуланы. 2-се урында – Йәнйегеттән Әбүбәкирова Әҡлимә, 3-сөлә – Вәлиева Эльвина (Байыш) һәм Баймөхәмәтова Илгенә (Ишмөхәмәт). Шөгөрова Самира (Әхмәр) – “Сая ҡыҙ”, Хоҙайғолова Азалия (Кәрешкә) – “Наҙлыҡай”, Ихсанова Зөлфиә (Төркмән) – “Өмөт”, Әҙеһәмова Роза (Урғаҙа) – “Гүзәллек” номинацияларында еңеү яулап, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, конкурс символы булған тәңкәле сулпылар менән бүләкләнде. Төбәк бәйгеһен йомғаҡлап, баһалама комиссияһы исеменән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы бәйгеселәргә сағыу сығыштарына һоҡланыуын белдерҙе, матур теләктәрен еткерҙе һәм “Тәңкәле ҡыҙ” төбәк бәйгеһенең ойошҡанлы үтеүенә көс һалған барыһына ла, шулай уҡ тамашасыларға рәхмәт әйтте. Бәйге сағыу, ойошҡанлы үтте, уның барышында Фирүзә Кәлимуллина тамашасыларға йырлы сәләмен юлланы, Рәсих Үлйәбаев ҡурай моңдарын ишеттерҙе.

Район китапханаһы. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в