

Нефтекамаға кисләтеп кенә килеп еттек тә,талиптар йәшәгән ятаҡҡа урынлаштыҡ. Артист тормошо шулай: тәгәрмәс -ҡунаҡхана, тәгәрмәс - клуб.
Бөгөнгө юл алыҫ булды,көнө буйы килә торғас, янбаштар һыҙлай башланы, бил ҡалманы,а яҡтар ойоп, зымбырҙығы сыҡтылар.
Ноябрь башы. Көҙгө гастрольдар. Быҫҡаҡлап яуған ямғыр көнө буйына һуҙылды. Юл асфальт булһа ла, ямғырҙа әллә ни шәп тиҙлек менән елеп булмай. Шофер егет бер туҡтауһыҙ дворниктарын "эшкә ҡуша".
Донъяны күҙәтәм. Ағастар күптән япраҡтарын ҡойғандар. Бар тәбиғәт һоро төҫкә ингән. Кәбәндәр,тәпәшәк ҡыуаҡтар, ара-тирә быҙауҙарын, башмаҡтарын эйәрткән һыйырҙар осрап ҡуялар, көләпәрәле плащ кейгән һыбайлы сыбыртҡыһын уңлы-һуллы шартлатып, һарыҡ көтөүен тау түбәһенә ҡыуып алып китте.
Ялбыр ҡолаҡлы эте аты артынан йүгергән булды.
Телеграф бағаналарының сымдарына ҡунған ала ҡарғалар күшегешеп кенә ултыралар.
-Берәү, икәү, өсәү, дү...
Йоҡлап киткәнмен.
-Сулпан апай, уян, килеп еттек!-Римма яурыныма төртөп уятты. Аяҡтарҙы яҙып, һуҙып алғансы, Риммам сумаҙан, сумкаларын йөкмәп, автобустан төшөп тә китте.
Римма менән икәүләп урынлаштыҡ бер бүлмәгә. Бигерәк уңған ҡатын инде. Мин сисенгәнсә, сәйнүгенә һыу һалып индерҙе лә, ҡайнатырға ҡуйҙы.
-Бутҡа ашайыҡ, тип, мультиваркаһын ҡумтаһынан сығара һалды. Ярмаһын йыуа һалып, һөтөн ҡойҙо ла, әллә нимәләренә төрткөсләп, режимын һайлап, бешерергә ҡуйҙы.
-Әл дә генә бергә төштөк,-эсемдән генә ҡыуанам.
-Сулпан апай, душтары шәп, таҙа ғына, әле разведка яһап килдем. Сайынып ятырбыҙ. Биттәргә маскалар эшләрбеҙ. Өйҙә саҡта, үҙебеҙҙе ҡарарға ваҡыт юҡ, юлда үҙебеҙҙе "яратып" йөрөп ҡайтайыҡ. Диета тотабыҙ, иртәнсәк атлайбыҙ, төнгөлөккә сәй эсмәйбеҙ, кефир ғына.
-Әә, хәҙер сәй...
-Бөгөн анау сама ер килдек, сәй эсмәйенсә лә булмай. Кафела эскән сәй -сәй түгел инде. Иртәгә ҡала менән танышабыҙ, магазин ҡыҙырабыҙ. Миңә шарф менән шапка кәрәк. Сәс буяуы алырбыҙ. Сулпан апай, үҙеңде донъя баҫҡан, аҡ сәстәрең мыж.
-Мыждыр... Ярай...
-Ярай түгел, иртәгә буяйбыҙ. Татарстанға матур ғына булып барып инәбеҙ.
Мине ҡайғыртыусым булғанға һөйөнөп ятам үҙем:
-Минең менән теләһә нәмә ҡылан, мин һинеке, Римма.
Бутҡа ашап,сәйләп алғас,душ төшөп сыҡтым. Әле Римма минең битемә туҡландырыусы маска һылап, 20 минут тын ғына, битемде сирыштырмайса, түбәгә генә ҡарап ятырға ҡушты.
-Телефонға тексәйеп ятырға мөмкин, -тип рөхсәт бирҙе.
"Класташтар"ға инеп, ҡыҙҙарға хәйерле төштәр, татлы йоҡолар теләп, смайликтар ҡуйҙым. Үҙемдем Нефтекамаға килеүемде белдерҙем. Галина исемле класташым шундуҡ сәләм яҙып, смайликтар ебәрҙе. Бер аҙ үткәс:
-Расуль из 10 "А" в Нефтекамске работает, пригласи на спектакль, тип өҫтәп яҙҙы.
Рәсүл... Рәсүл... Ул Нефтекамаламы ни?
-Галя, кто такой Расуль? -юрый һорап яҙҙым.
-Твоя любовь из параллельного!!!- көлөп торған кеше һүрәте ебәрҙе Галя.
Ыста! Бынау Галяның онотмауына иҫең китер. Иҫкә төшөрҙө Рәсүлде! Минең күҙем төшөп,аҫтыртын ғына яратып йөрөгән малай! Малай, тип,малай түгел инде, егет ине! Күҙ алдыма ап-аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙле Рәсүл килеп баҫты ла, ауыҙымды йыйып ала алмай оҙаҡ ҡына йылмайып яттым.
-Мин һиңә йылмайырға ҡушманым!- Римма танауым төбөндә бармағын янап китте.
10 "А"-лағы Рәсүл миңә оҡшай, тип серемде сискәйнем Галяға. Уның карауаты минекенә төкөлөп тора.
Төнө буйы икәүләп серләшеп ятабыҙ.
Вестибюлдә "Уҡыу алдынғылары" араһында торған Рәсүлдең фотоһын уңайы сыҡҡан һайын төшөп ҡарап китәм.
Шулай бер кисте Галя теге фотокарточканы ысҡындырып алған бит. Минең яҫтыҡ аҫтына тығып китте был. Минең түбәм күккә тейҙе! Йыһандағы иң бәхетле әҙәм мин инем!
Һуңғы ҡыңғырау, имтихандар, сығарылыш кисе... Көндөҙ "А", "Б", "В" кластары "Луч" кинотеатрына барҙыҡ. Уҡытыусы билеттар таратты. Баяғы Рәсүл менән урындарыбыҙ йәнәшә генә тура килде бит. Бөгөнгөләй хәтеремдә! Рәсүл минең ҡулымды ипләп кенә ҡулына алды ла :
-Мин һинең фотоңды урланым,-тине
-Ә мин һинекен...-ҡолағына шыбырланым. Ул егеттең хатта сәстәренең еҫе иҫемдә ҡалған .
Аҙаҡ хаттар яҙыштыҡ, шунан нисектер юғалыштыҡ...
Мәктәпте бөткәнгә 29 йыл үткән! Үҙгәргән микән? Олоғайған микән?
Йөрәгем әллә нисек итеп өлпөлдәп киттесе...
-Маскаңды йыу инде, апай! Әллә йоҡлап киткән инде?-Римма ҡып -ҡыҙыл булып душтан ҡайтып инде.
-Йоҡламаным. Бер Рәсүл исемле егетте уйлап ята инем. Хат яҙыштыҡ та, юғалттыҡ бер-беребеҙҙе аҙаҡ. Ошо ҡалала йәшәй.
-Аһ-аһ! Саҡыр спектаклгә.
-Уны нисек тапмаҡ кәрәк?
-Кем булып эшләй һуң ул кешекәйең?
-Ул кешекәйем -врач!
-Врачтарҙы больницанан эҙләйһең инде. Иртәгә "ауырып" китәһең дә, ольницаға барабыҙ. Иртәнсәк. Әкиәткә тиклем.
-Шаяртам, Римма. Мин уны хәҙер танымайымдыр ҙа инде. Ул мине...
Насар йоҡланым, тиктомалға йөрәгем ҡағып алып китте. Таңға йоҡлап киттем.
-Сулпан апай, торайыҡтан сәләм килгән!
Риммам сәй бешереп йөрөй.
-Атлап йөрөп киләйек. Бауыр аҫтына ел үткәреп. Кеше ҡарап, үҙебеҙҙе күрһәтеп.
Буйһонмай әмәлем юҡ. Ә ямғыр туҡтамаған.
-Әллә сыҡмайыҡмы, яуып тора бит?-тим. Ниңәлер сыҡҡым килмәне, аяғым тартманы.
-Зонтик тотоп сығабыҙ,-бойороҡ ҡаты Риманың. Конвой менән алып китеп бара мине был ҡыҙ. Парк буйлап атланыҡ, магазинға инеп Риммаға шапка менән шарф алдыҡ. Баҙарға барып индек. Ямғыр һибәләп торһа ла кеше күп кенә. Тауарҙарын пленка менән ҡаплап ҡуйғандар сауҙа итеүселәр.
Перчаткиҙар кейеп ҡарап торһаҡ, затлы хушбуй һөртөнгән, ҡыҙыл пальтолы һылыу ғына ҡатын эргәбеҙгә килеп тороп, ирҙәр перчаткиһы ҡараны. Ләкин алманы. Уның зауҡындағы әйбер табылманы, шикелле. Миңә лә оҡшағаны булманы, ары киттек.
-Һылыу ғына ҡатын, эйеме, Римма?
-Әлләсе, йөҙөнә ҡараманым. Мин егеттәрҙең генә йөҙөнә ҡарайым,-Римма көлдөрөп алды үҙемде. -Ҡатын-ҡыҙға ,ана, ирҙәр ҡараһын.
-Ҡатын кеше булһам да, һылыу ҡатындар күрһәм, күҙҙәремде ала алмай ҡарап торам мин.
-Ана, һинең һылыу ҡатының бер ирҙе ҡултыҡлап китеп бара.
-Һылыу ҡатын яңғыҙ йөрөмәҫ инде.
-Аһ-аһ! Бына мин яңғыҙ йөрөйөмсө,- Римма көлөп ебәрә.
-Сөнки, ирҙәрҙең күҙҙәре һуҡыр. Һиндәй һылыу ҡатынды күрмәйҙәр. Мин егет булһам, һиңә өйләнер инем!
-Уй, Сулпан апай, мин һиңә сыҡмаҫ инем!
-Нишләп?
-Һин матур ҡатындарҙы күрһәң, аңшая ла тораһың!
Икәүләп көләбеҙ.
Баяғыларҙы ҡыуып еттек. Балаҫтар һатылған ерҙә, әзербайжандан килгән елле генә танаулы иркәй емеш, сәтләүектәр менән сауҙа итә.
Баяғы ҡыҙыл пальтолы ханым емеш һатыусынан сәтләүектәр, гранат үлсәтте. Тегенеһе рәхмәт әйтте: -Ешшо прихадиты, дарагая!-тип ауыҙын йырып ебәрҙе.
Аңғармай ҙа ҡалдым, һылыу ҡатындың ире, әзербайжандың моронона тос ҡына йоҙроғо менән тондорҙо бит!
Сауҙагәрем төрөлгән балаҫтар араһына осоп барып ятты! Уның өҫтөнә балаҫтары ҡоланы. Ҙур танау балаҫтар аҫтынан килеп сыҡҡансы һуғыш суҡмары курткаһын сисеп ергә ташланы ла, сауҙагәрҙең өҫтөнә йәнә килә башланы. Йоҙроғо тағы тегенең елле танауына барып тейҙе. Был юлы нығыраҡ эләкте, ҡан атылып сыҡты танауҙан. Йөҙтүбән кире балаҫтар араһына барып төштө әзербайжаным. Һылыу ҡатын:
-Не надо, Расуль, хватит!-тип ялбара.
-Сулпан апай, был ир һинең Рәсүлең түгелме?
-Юҡ әлбиттә,-тим, үҙем ҡай арала теге икәүҙең араһына барып инәм дә, күҙе аларған һуғыш суҡмарына барып йәбешәм:
-Рәсүл, туҡта хәҙер үк! Зинһар туҡта, үтенәм!
"Был ниндәй ят бисә минең исемемде белә икән",тигән һымаҡ, миңә ҡарап туҡтап ҡалды был. Ә мин күҙҙәренә ҡарағанмын да, ҡатҡанмын: төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр, ҡара ҡаштар, ап -аҡ ҡына йөҙө. Сәстәренә саҡ ҡына сал ҡунған да, маңлайында аҙ ғына һырҙар ятҡан! Рәсүл үҙе! Таныным! Меңдәр араһынан таныр инем! Күҙҙәрем бәйле булһа ла таныр инем! Еҫенән таныр инем!
Ҡатыны курткаһын алып килде. Рәсүл кейенде. Римма зонтигымды алып килде. Беретым ҡайһы арала башымдан шыуып төшкәндер, батҡаҡҡа төшөп бысранған. Сәстәрем туҙып киткән.
Баҙар ҡапҡаһына ыңғайланым.
-Сулпан апай, әллә иланың инде?
-Юҡсы, ямғыр яуа бит...
Ә мин ысынлап та илай инем.
Кисәге матур, саф хәтирәләремә бөгөнгө ваҡиға ҡапыл ғына ҡара ҡором булып яғылды. Кисә генә йөрөгемде рәхәт кенә итеп өлпөлдәтеп торған бер хис ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты...
Шуларҙы юғалттым, шуға иланым...
Аяғым тартмағайны бит! Нишләп кенә килдем икән?
Ямғыр яуғанда...
-Римма, әйҙә минең сәсемде буяйыҡ...
С.Тамимдар.