Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Улым үпкәләмәһен, тигәйнем...

Әсәй аптырап: “Кисә кис кенә килде түгелме?”-тип һораны. Әхирәте: “Ул беҙгә оҡшаманы”,-тигәс ҡолап китә яҙҙыҡ. Бер йыл буйы ҡатындың маҙаһына тейеп, ун өс йәшлек баланы килтерттереп алдылар ҙа, тәүлек тә үтмәҫ элек кире оҙатҡандар...

Улым үпкәләмәһен, тигәйнем...
Улым үпкәләмәһен, тигәйнем...

Барыһын да аңланы...

Әсәйемдең әхирәте бар. Ул көнөнә ике-өс мәртәбә инеп сыға, өҫтәүенә әллә нисәне шылтыратып өлгөрә. Мин әсәйем менән иркенләп һөйләшеп ултыра ла алмайым. Мотлаҡ ул килеп инә йә шылтырата. Һөйләшеү темаһы – уның улы. Әллә нисәмә йыл дауамында. Хәҙер ул иргә 47 йәш, әсәһе менән йәшәй. Йәш сағында өйләнгән булған, әммә айырылышҡандар. Улдары бар. Был бала менән ҡартәсәй ҙә, атай ҙа оҙаҡ йылдар аралашманы. Сөнки әсәйҙең әхирәте баланың атаһы икенсе кеше тип уйлай. Улына ла шул фекерҙе һеңдергән, күрәһең. Икенсе районға күсеп киткән килен башҡа күренмәне. Тик әсәле-уллы һуңғы йыл: “Баланы беҙгә ебәр”,-тип талап итә башланы.

Малай килде. Икенсе көнөнә әсәйҙең әхирәте тағы килеп инде. “Малайҙы ҡайтарып ебәрҙек”,-ти. Әсәй аптырап: “Кисә кис кенә килде түгелме?”-тип һораны. Әхирәте: “Ул беҙгә оҡшаманы”,-тигәс ҡолап китә яҙҙыҡ. Бер йыл буйы ҡатындың маҙаһына тейеп, ун өс йәшлек баланы килтерттереп алдылар ҙа, тәүлек тә үтмәҫ элек кире оҙатҡандар. Ә малайҙың үҫмер осоро, хәүефле мәле. Социаль селтәрҙәр аша малайҙың әсәһен табып, быға тиклем баланы белергә лә теләмәгән кешеләргә ни өсөн улын ебәреп ултырыуын һораным. Ҡатын яҡшы кешегә кейәүгә сыҡһа ла, улының һуңғы осор үҙ атаһын таптырыуын, шуға күрә ебәреүен әйтте. “Ҙурайғас миңә атайымды күрһәтмәнең тип үпкәләп йөрөгәнсе, әйҙә, барһын, күрһен, аңлаһын тип уйланым. Уларҙың холҡон беләм бит инде. Улым аҡылға ултырып, шым ғына ҡайтып инде. Хәҙер үгәй атай тип һанламай йөрөгән иремә лә атай тип кенә өндәшә. ”Әсәй, һин уларҙан китеп ҡайһылай дөрөҫ эшләгәнһең”,-тине. Шулай үҙе барып күреп кенә барыһын да аңланы”,-тип яҙҙы.

Р.

Һүрәт - интернеттан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: