Берҙәм ғаилә

Аҙбар тулы мал-тыуар,  Баҡса тулы йәшелсә. Ялҡауланып тормайбыҙ,  Һәр кем эш белеп үҫә...

Берҙәм ғаиләБерҙәм ғаилә
Берҙәм ғаилә

БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ

Гөрләп тора өйөбөҙ,

Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,

Атай, әсәй, олатай,

Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.

Аҙбар тулы мал-тыуар,

Баҡса тулы йәшелсә,

Ялҡауланып тормайбыҙ,

Һәр кем эш белеп үҫә.

Хәрәкәттә- бәрәкәт,

Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,

Эшләһәң, Аллаһ бирә,

Табын тулы һый-ниғмәт:

-Күршеләргә хөрмәтле,

Кешеләргә хөрмәтле,

Булығыҙ, - ти, - олатай,

- Беҙ - Мөхәммәт өммәте!

(Г.Ситдиҡова)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас