Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор

БЕРЕНСЕ МАЙ

Беренсе май байрамын Яратам мин, яратам, Дуҫтар менән бер сафта Йырлап барам парадта...

БЕРЕНСЕ МАЙБЕРЕНСЕ МАЙ
БЕРЕНСЕ МАЙ

Фәүзиә Рәхимғолова

Беренсе май

Майҙың байрамдары күп,

Майҙың шатлыҡтары күп,

Майҙың сәскәләре күп —

Балҡып тора зәңгәр күк!

Шарҙар оса елпелдәп,

Күгәрсендәр гөрләшә,

Ал байраҡтар тулҡынып

Елдәр менән серләшә.

Беренсе май байрамын

Яратам мин, яратам,

Дуҫтар менән бер сафта

Йырлап барам парадта:

Еребеҙҙе һаҡларға

Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.

Атһын өсөн ал таңдар,

Ҡанат булһын тыныслыҡ!

Ҡанат булһын тыныслыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас