Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Асыу тотмағыҙ!

Асыу тотҡандарға мин асыуланмайым Рәнйеткәндәрҙе мин кисерәм...

Асыу тотмағыҙ!
Асыу тотмағыҙ!

Асыу тотмағыҙ

Мине бәлки кемдер яратмайҙыр,

Ә кемдер йәнен әҙер бирергә

. Бар кешегә ярап булмай икән,

Заманалар шундай хәҙерге.

Асыу тотҡандарға мин асыуланмайым,

Рәнйеткәндәрҙе мин кисерәм.

Дошман иткәндәрҙе дуҫ итәм

Хоҙайымдан һорайым, үтенәм.

Ғәфү һорайым һеҙҙән барығыҙҙан.

Яңылыш ҡына ауыр һүҙ әйтһәм.

Насар уйҙар тотмайым йөрәгемдә

Әгәр кемде мин үпкәләтһәм.

Тормош булғас яңылыштар ҙа була,

Үпкә тотоп, ара боҙмағыҙ.

Күңел түрем барығыҙға асыҡ,

Зинhар өсөн асыу тотмағыҙ.

Фирая Ғәбдуллина

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: