Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

АПРЕЛЬ

Апрель... Ағастарҙа бөрө Шартлар сиктә – тулышҡан.

АПРЕЛЬ
АПРЕЛЬ

Апрель

Апрель... Ағастарҙа бөрө

Шартлар сиктә – тулышҡан.

Хәҙер йәшәрәм, - ти донъя,-

Яҙғы һулыштан.

 

Ҡайындар тора, әйтерһең,

Ҡымыҙға тулы тәпән.

Ҡан ҡайнатыр ҡымыҙ-һуттан

Кәүҙәһе бер аҙ кәпән.

 

Күгәрсендәр бала баҫа,

Сыйырсыҡтар урманда,

Ҡарҡылдап ҡарға ла тынған,

Томан шаршау ҡорғанда.

Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: