Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тағы яҙ килә

Өләшәйек тирә-яғыбыҙға Күңелебеҙ тулы наҙҙарҙы!..

Тағы яҙ килә
Тағы яҙ килә

Тағы ла яҙ килә! Тағы бер яҙ!
Ҡаршылайыҡ, дуҫтар, яҙҙарҙы!
Өләшәйек тирә-яғыбыҙға
Күңелебеҙ тулы наҙҙарҙы!

Тағы бер яҙ килә! Яҙ һулышы!
Яҙ һулышы һулар һауала!
Ул ниндәй саф! Ошо саф һауанан
Күңелдәрҙә моңдар ярала!

Тағы ла яҙ килә! Беҙҙең байрам
Тиктән генә яҙҙа түгелдер…
Яҙ көнө бит ҡатын-ҡыҙҙарҙан да
Һөйөүҙәре күберәк түгелер…

Бар әҙәмдең яҙ һауаһын һулап
Күңелдәре тағы йәшәрер!
Бар тәбиғәт яҙға һөйөнгәндә
Әҙәм нисек хисен йәшерер!

Фәүзиә Алтынбаева. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: