Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ниңә ҡатындар оҙағыраҡ йәшәй?

Ә Әсәй һаман ятмай, йөрөй-эшләй...

НИҢӘ ҠАТЫНДАР ОҘАҒЫРАҠ ЙӘШӘЙ?

Ғаилә кискеһен телевизор ҡарай ине. Әсә кеше урынынан ҡуҙғалды. “Ярай, ятайым, йоҡом килә, арығанмын”, - тине ул. Шулай ҙа ул башта кухняға атланы: иртәгә аш бешерер кәрәк тигән уй менән туңдырғыстан ит сығарҙы, иртәнге бутҡаға тигән ярманы йыуып, ебей торһон өсөн өҫтөнә һыу ҡойҙо, шәкәр һауытын тултырып ултыртты, өҫтәл сепрәген сайып элде. Шул саҡ иҫенә төшөп пальтоһының көндөҙ өҙөлгән төймәһен таҡты. Унан залда туҙышып ятҡан әйберҙәрҙе йыйып, урындарына һалып сыҡты, телефонын зарядкаға ҡуйҙы. Сәскәләргә һыу һипте, сүп-сар биҙрәһенә яңы пакет ҡуйҙы. Ниһайәт, әсә йоҡо бүлмәһенә табан атланы. Юл ыңғайы ватсапҡа ата-әсәләр чатына күҙ һалды, уҡытыусының сәләмен уҡығас, балаһының сумкаһына музейға экскурсия өсөн аҡса эҙләп алып һалды, ултырғыс араһына ҡыҫылып ятҡан китапты шкафҡа ҡуйып китте. Унан йыуынды, тешен таҙартты, битенә крем һөрттө.

- Бәй, һин һаман ятмағаныңмы ней? – тип килеп сыҡты атай кеше.
- Хәҙер, - тип яуапланы әсәй.
Тышҡы ишекте бикләне, коридорҙа утты һүңдерҙе, ишек төбөндәге аяҡ кейемдәрен рәтләп теҙеп ҡуйҙы,бесәй һауытына һыу ҡойҙо. Балалар бүлмәһенә күҙ һалды — йоҡлайҙар икән — уттарын һүндерҙе, иҙәндә туҙып ятҡан ойоҡбаштарҙы кер һауытына илтеп һалды. Йоҡо бүлмәһенә барып еткәс, план дәфтәренә иртәгә башҡарырға тейешле бер нисә мөһим эште яҙып ҡуйҙы.

Был мәлдә атай кеше телевизорҙы һүндерҙе лә “Мин йоҡларға киттем”, - тине. Һәм ысынлап та тура йоҡо бүлмәһенә атланы. Күп тә үтмәй хырылдаған тауыш та ишетелде.

Шунан аңлағыҙ инде ҡатындарҙың ни өсөн оҙаҡ йәшәгәнен... Улар бер нисек тә ваҡытынан алда китә алмай: эштәре бигерәк күп...
Рәхимә Мусина.

Ниңә ҡатындар оҙағыраҡ йәшәй?
Ниңә ҡатындар оҙағыраҡ йәшәй?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: