Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет...

Акция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телендәге яратҡан китабын бүләк итә. Был сара социаль селтәрҙәрҙә #подарикнигу народномязыке хэштегы аҫтында яҡтыртылып бара.

Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет...
Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет...

15 февралдән 21 февралгә тиклем  Башҡортостанда “Дуҫыңа туған телдәге китапты бүләк ит” акцияһы үтә. Ул 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан ойошторола. Рәми Ғариповтың

“Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет

Китап ҡәҙерен белгән кешегә”

тигән шиғыр юлдары акцияның девизы итеп алынған.

Акция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телендәге яратҡан китабын бүләк итә. Был сара социаль селтәрҙәрҙә #подарикнигу народномязыке хэштегы аҫтында яҡтыртылып бара. Ҡатнашыусылар үҙе бүләк иткән китап ни өсөн уның иғтибарын йәлеп итеүе һәм уны ни өсөн башҡаларға ла уҡырға кәрәклеге тураһында һөйләй.

Был акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә күтәрмәләп алды, улар республика мәктәптәренә ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмалар бүләк итте. Сараға шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, педагогтар ҙа ҡушылды. Акцияның ойоштороусыһы – БР Мәғариф министрлығы теләге булған һәр кемде “Дуҫыңа туған телдәге китапты бүләк ит” акцияһына ҡушылырға саҡыра.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: