Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Аҡмулла картаһы”н булдырырға тәҡдим иттеләр

Уны “Пушкин картаһы” кеүек ҡулланырға мөмкин буласаҡ

17 декабрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Ата-әсәләрҙең республика форумы үтте. Унда республиканың барлыҡ райондарынан да вәкилдәр ҡатнашты. Сара ата-әсәләр йәмғиәте һәм БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты араһындағы диалог форматында ойошторолдо.

Форумда “Аҡмулла картаһы”н булдырырға тәҡдим иттеләр.

“Беҙ бер нисә ҡыҙыҡлы тәҡдим менән сығыш яһаныҡ. Шуларҙың береһе – “Аҡмулла карта”һын булдырыу. Ул “Пушкин картаһы” кеүек булырға тейеш. Карта ярҙамында балалар һәм йәштәр Башҡортостандың тарихын, телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә аласаҡ”, - тине БР Мәғарифты үҫтереү институтының Милли белем буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова.

Форумда яңғыраған бөтә тәҡдимдәр резолюцияға индерелеп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм РФ Дәүләт Думаһына ебәреләсәк.

Фото: https://i-gazeta.com/

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: