Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Телебеҙҙең бәҫен күтәрәйек

Балалар менән аралашҡанда күп һүҙҙәрҙе тик урыҫса ҡулланғандарына иғтибар итергә тура килә. Бигерәк тә төҫтәрҙе урыҫса атау, хайуан атамаларын урыҫлаштырыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Балалар араһында ғына түгел, ә ололарҙың да күп һүҙҙәрҙе урыҫлаштырыуы күҙәтелә. Мәҫәлән “ейән”, “ейәнсәр” һүҙҙәре телмәребеҙҙән бөтөнләй төшөп ҡала бара. “Внуктар килде”, теләк теләгәндә лә “внук, внучкалар” тип әйтеүгә шаһитбыҙ. Ҡайһы бер осраҡта башҡортса аңлаған ейән-ейәнсәрҙәренә русса өндәшеп торған өләсәй-олатайҙарҙы күрергә тура килә. Үҙ телебеҙҙә үҙебеҙ матур һәм дөрөҫ итеп һөйләшмәһәк, балаларға ниндәй өлгө бирербеҙ икән?

Телебеҙҙең бәҫен күтәрәйек
Телебеҙҙең бәҫен күтәрәйек

Телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү өсөн ниндәй генә яңы алымдар, программалар уйлап тапмаһындар, кешегә туған телгә һөйөү һәм аңлы ҡараш ғаиләләрҙә һалынмай икән, телебеҙҙең киләсәгенә юл ябыҡ буласаҡ.

Ғаилә – бөтә башланғыстарҙың нигеҙен һалыусы, баланың үҫешенә йүнәлеш биреүсе генә түгел, ә әсә теле аша милләттең киләсәген тәьмин итеүсе иҫ киткес ҙур көс. Һәр ғаилә үҙенә аңлы рәүештә тел киләсәге өсөн яуаплылыҡ алһа, әлбиттә, бындай проблема булмаҫ ине. Туған тел аша ғына баланы тәбиғи һәм уңышлы тәрбиәләргә, уның рухи донъяһын байытырға була. Бала әсә телендә һөйләшһә, уйлаһа, фекерләһә, уның төрлө һәләттәре асылыуын, уның эске донъяһы бай, фекерләү ҡеүәһе кимәленең юғары буласағы күптән иҫбат ителгән.

Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуының кәмей төшөүө, балаларҙың телевизор, компьютер менән “дуҫлығы” башҡорт теленә иғтибарҙы кәметте. Күпселек ата-әсәләрҙең үҙ балалары менән аралашыуы көнкүреш телмәргә генә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө заманса цифрлаштырыу, төрлө технологияларҙың тормошобоҙға үтеп инеүе лә телебеҙ киләсәгенә кире йоғонто яһамай ҡалманы. Балалар менән аралашҡанда күп һүҙҙәрҙе тик урыҫса ҡулланғандарына иғтибар итергә тура килә. Бигерәк тә төҫтәрҙе урыҫса атау, хайуан атамаларын урыҫлаштырыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Балалар араһында ғына түгел, ә ололарҙың да күп һүҙҙәрҙе урыҫлаштырыуы күҙәтелә. Мәҫәлән “ейән”, “ейәнсәр” һүҙҙәре телмәребеҙҙән бөтөнләй төшөп ҡала бара. “Внуктар килде”, теләк теләгәндә лә “внук, внучкалар” тип әйтеүгә шаһитбыҙ. Ҡайһы бер осраҡта башҡортса аңлаған ейән-ейәнсәрҙәренә русса өндәшеп торған өләсәй-олатайҙарҙы күрергә тура килә. Үҙ телебеҙҙә үҙебеҙ матур һәм дөрөҫ итеп һөйләшмәһәк, балаларға ниндәй өлгө бирербеҙ икән?

Рус мөхитендә лә ғаиләлә тик туған телдә генә аралашып, балалар үҫтереп, уҡытып, балалары бик уңышлы кешеләр булып киткән ғаиләләр бик күп. Күптән түгел билдәле Өфө социологы, тел белгесе, тәүге улын тик башҡорт телендә тәрбиәләп үҫтереүҙәре тураһында яҙҙы. Улдары тик мәктәпкә барғас ҡына рус телен өйрәнеүе, уның фекерләү ҡеүәһенең юғары кимәлдә үҫешә алыуын, әле өлкән йәштә булған улының рухлы һәм алдынғы ҡарашлы булыуы өсөн ғорурланыуын йәшермәй. Кесе улы ла башҡорт мөхитендә үҫһә лә, балалар баҡсаһында аралашыуы рус телендә булыу арҡаһында улдар араһында айырма ҙур, тип таный ул. Башҡорт телен белгән кеше сит ил телдәрҙе лә аңлап, аралаша ала. Ҡаҙаҡ, төрөк, татар, үзбәк телдәре беҙҙекенә ауаздаш булыуы башҡорт теленең бәҫен арттырһын ине.

Туған телебеҙҙе нығыраҡ өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн телебеҙҙең дәрәжәһен һәм бәҫен күтәреү өҫтөндә эшләйек, тип әйткем килә. Әлбиттә, мәктәптә һәм балалар баҡсаһында педагогтар үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара. Дәрестәрҙе юғары кимәлдә ойоштороу, яңы технологиялар, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын ҡулланыу уңышлы эшләргә булышлыҡ итә. Дәрес һәм шөғөлдәр ҡыҙыҡтырғыс, ижади булыуы балаларҙың фекерләү һәләтен аса, ынтылыш барлыҡҡа килтерә.

Бөгөн үҙен башҡорт тип таныған һәр кеше башҡорт телен бөтә камиллығында белеү генә түгел, ә уны һаҡлап алып ҡалыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанарға тейештер. Ата-бабаларҙан быуаттар буйы тапшырылып килгән хазинаны юғалтһаҡ, беҙҙе киләсәк быуын ғәфү итмәҫ. Телебеҙҙе бөтә камиллығында өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек. Рух һәм аң кимәленә өлгәшеүҙең нигеҙе – телебеҙ.

Рәмзиә Ғайсина,

Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: