Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Теле барҙың – иле бар

Тел тәрбиәһе – ул нигеҙ ташы. Был нигеҙҙе ҡороуҙа иң мөһиме – балаға дөрөҫ үрнәк күрһәтеү. Ағас тамырынан һут алған кеүек, йәш быуындың да үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе мотлаҡ.

Был йәһәттән ҡалабыҙҙың “Айыуҡай” балалар баҡсаһында кескәйҙәр рух һәм туған телебеҙгә һөйөү менән һуғарылған мөхиттә тәрбиәләнә. Халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны телле лә, рухлы ла булып үҫһен өсөн баҡсабыҙҙа бар мөмкинлектәр булдырылған. Төп йүнәлештәрҙең береһе булып, баланың телмәрен үҫтереү, туған телдә иркен аралашҡан һәм фекерләгән, телебеҙ булмышына битараф булмаған шәхес тәрбиәләү.

Телгә һөйөү уятыуҙа, баланың тел байлығын үҫтереүҙә ҡулланылған төп материал – башҡорт балалар фольклоры. Халыҡ һүҙен, ата-бабаларыбыҙҙың аҡылын туплаған, халҡыбыҙҙың ижади гәүһәре булған балалар фольклоры аша ауыҙ-тел ижадын бала күңеленә еткерәбеҙ ҙә инде. “Урал батыр мәктәбе” инновацион майҙансығы сиктәрендә мәшһүр эпосты балалар араһында яттан һөйләүселәр бәйгеһенең даими үткәрелеп тороуы – күп төрлө эштәребеҙҙең бер генә миҫалы.

Беҙ ғилем, мәғрифәт, техника, ғөмүмән, үҫеш кимәленең аҡыл етмәҫ дәрәжәлә юғары күтәрелгән бер заманында йәшәйбеҙ. Телмәр үҫтереү йүнәлешенә лә ниндәйҙер яңы алымдар, яңы эш төрҙәре индермәйсә мөмкин түгел. Был йәһәттән баҡсабыҙҙа даими эш алып барыла. Шул уҡ фольклор материалдары ҡулланып төҙөлгән электрон уйындар, компьютер технологиялары ярҙамында төшөрөлгән башҡорт телендәге йәнһүрәттәр, квест-уйындар – былар барыһы ла бик отошло эш төрҙәре. Үҙе актер ролендә һөйләп төшөрөлгән ҡурсаҡ театры барышында телдең бөтә нескәлектәрен тойоп үҙенә һеңдергән баланы күреү үҙе бер тамаша.

Баҡсабыҙҙа даими үткәрелеп торған шиғри аҙналыҡтар сиктәрендә ойошторолған конкурстарҙа, нәфис әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл ташы булған шиғырҙар, эпостар, бәйеттәрҙе һөйләгән балаларҙың бер ваҡытта ла телебеҙ яҙмышына битараф булмаясағына ышаныс тыуа.

Телмәр үҫтереү барышында башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Сөнки тап балалар баҡсаһында ғына был эшкә айырым баҫым яһау мөмкинселеге бар. Артабан мәктәпкә барғанда бала рус класын һайлай икән, был йүнәлештең бөтөнләй ситкә китеүе бар. Шуға күрә телебеҙҙең үҙенсәлекле өндәрен ҡуйыу, телмәргә индереү өҫтөндә даими эш алып барыла.

Нәфис тә, моңло ла булған телебеҙҙә матур итеп һөйләшкән һәм аралашҡан баланы күреп күңелгә йылы йүгерә, телебеҙҙең шул хәтлем йомшаҡ та, бай ҙа икәненә тағы бер тапҡыр инанаһың.

Ләйсән Иманғолова,

Айыуҡай” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: