Бөтә яңылыҡтар

Ерҙә халыҡ йәшәй икән – теле лә йәшәй

Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында 14 декабрь көнө бөгөнгө заман өсөн әһәмиәтле булған матур байрамдарҙың береһе – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан 2016 йылдың 22 мартында раҫланған бойороғона һәм Республика Башлығының 2019 йылдың 29 октябрендәге “Башҡорт теле көнө” бойороғона ярашлы 14 декабрь мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде.

Ерҙә халыҡ йәшәй икән –  теле лә йәшәй
Ерҙә халыҡ йәшәй икән – теле лә йәшәй

Йыл да Башҡорт теле көнө һәр белем усағында, ауыл-ҡалаларҙа, республикабыҙҙа юғары кимәлдә үтә. Был байрам төрлө йәштәге кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ, йәш быуынды ылыҡтырырлыҡ матур эштәрҙе үҙ эсенә ала. Быйыл да 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем бай йөкмәткеле саралар үтә. Һәр көнгә Аҡмулланың ижад юлдарынан девиз билдәләнеп, шул йүнәлештә эштәр ойошторолған. Мәҫәлән, 7 декабрь – “Башҡорт теле – иманлы тел” девизы аҫтында “Иманлы кеше ниндәй була” иншалар яҙыуға, мәктәп телевидениеһы көнөн үткәреүгә, “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” конкурсы еңеүселәрен билдәләүгә арналһа, 8 декабрь – “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө”, тип теләгән кеше Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләне, башҡорт теле кабинеттарына байрамса төҫ индерелде, башҡорт теленән яңы китаптарға презентация үткәрелде. Ә 14 декабрь көнө аҙналыҡты йомғаҡлап, берҙәм дәрестәр, класс сәғәттәре ойоштороласаҡ.

Бындай сараларҙың ыңғай әһәмиәтен әйтеп бөтөргөһөҙ. Телебеҙҙе өйрәнеү, уны үҫтереү маҡсатында ойошторолған сараларҙа теләгән һәр кеше үҙ зауығына тура килгән эш төрөндә ҡатнаша ала. Заман уҡыусыларын интернет селтәренән сығышмауҙа ғәйепләһәк тә, был саралар төрлө социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртып барылыуы менән отошло. Сәмле уҡыусылар билдәләнгән хештегтар ярҙамында тиҫтерҙәренең эше менән таныша, үҙ эшен баһалай һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуя ала. Шулай уҡ интернет селтәрендәге төрлө ҡушымталар ярҙамында башҡорт телендә иҫ киткес асылмалар, видеояҙмалар әҙерләгән, вайндар төшөргән йәш быуынға нисек һоҡланмайһың инде! Ошо шөғөлдәре менән улар телебеҙҙе үҫтереү йүнәлешендә ҙур эштәр башҡаралар.

Йыл да киңерәк ҡолас ала барған Башҡорт теле көнө һәр урында юғары кимәлдә үткәрелә. Уҡыусыларҙың күңеленә туған телгә һөйөү, рух, илһөйәрлек тойғолары ошондай саралар ярҙамында һалына ла инде.

Альбина Садыҡова,

Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: