Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балағыҙҙы башҡорт класына бирергә ҡурҡмағыҙ!

Киләсәктә лә туған телде өйрәнеү, уҡытыу буйынса ҙур пландар, яңы маҡсаттар ҡуйылған. Ата-әсәләр балаларын башҡорт класына бирергә ҡурҡмаһындар ине. Үҙ туған телебеҙҙе бергәләп өйрәнәйек, уны һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.

Балағыҙҙы башҡорт класына бирергә ҡурҡмағыҙ!
Балағыҙҙы башҡорт класына бирергә ҡурҡмағыҙ!

Ҡаланың 5-се мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеүгә, уҡытыуға айырым иғтибар бүленә. 344 уҡыусының 270-е башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Әйтергә кәрәк, хәҙер башҡорт теле ауыр предметтар иҫәбенә инде. Ҡала шарттарында, яңы технологиялар үҫешкән мәлдә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусыларҙан ҙур көс талап итә. Хәҙерге заман уҡыусыһын заманса технологиялар, инновацион алымдар, электрон дәреслектәр менән ҡыҙыҡһындырғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп була. Был йәһәттән мәктәптә бар уңайлыҡтар булдырылған. Һәр кабинетҡа интернет үткәрелгән, интерактив таҡталар ҡуйылған. Был, әлбиттә, уҡытыусының эшен күпкә еңеләйтә. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар лингофон кабинеттарҙа шөғөлләнә. Информацион технологияларҙы ҡулланыу – иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе, ул белем биреүҙе киңәйтә. Баланың әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтмау өсөн һәр уҡытыусыға үҙ фантазияһынан сығып, яңы инновацион алымдар ҡулланып, һәр дәрескә ижади күҙлектән ҡарап әҙерләнергә, күп көс һалырға, заман менән атларға тура килә.

Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә лә иғтибар бүленә. Һәр класта аҙна һайын башҡорт теленән дәрестән тыш эшмәкәрлек үткәрелә. Уҡыусылар был эшмәкәрлек ваҡытында шиғырҙар, әкиәттәр ижад итергә өйрәнә. Нәркәс Исхаҡова, Ғәлинур Йәнсурин, Заһир Йәнтилиндың ижад емештәре республика матбуғатында баҫылып сыҡты ла инде.

Шулай уҡ мәктәбебеҙҙең үҙ телестудияһы эшен башланы. Уҡыусылар менән видеомонтаж серҙәрен, тапшырыуҙар эшләргә өйрәнәбеҙ. “Афарин!” исемле тапшырыуҙа мәктәбебеҙҙең алдынғы уҡыусылары, олимпиада, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған, йәғни “афарин!” тип әйтерлек уҡыусылар тураһында һөйләйбеҙ.

Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа район, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа бик теләп ҡатнашалар. Уңыштары ла һөйөндөрөрлөк. 4-се клас уҡыусыһы Нәйлә Байегетова “Урал батыр” эпосын ятлап, былтырғы уҡыу йылында район буйынса 2-се урын алды. “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсында беҙҙең мәктәп уҡытыусылары З.И. Төхвәтуллина, Г.Ю. Баймөхәмәтова, З.З. Юламанова, И.Д. Ырыҫҡужина 3-сө урын, 2-се класс уҡыусыһы Илсиә Яҡшыбаева 3-сөнө яуланы. Шиғыр һөйләү буйынса үткәрелгән интернет конкурстарҙа ла уҡыусыларыбыҙ һынатмай. Кәтибә Кинйәбулатованың 100 йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр республика конкурсында 8-се класс уҡыусыһы Байегет Хисаметдинов һәм 7-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Ғәлина 3-сө урынды алды.

Телгә, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән, йәй көнө мәктәп янындағы ял итеү һәм һауыҡтырыу лагерының да өлөшө ҙур булды. Лагер күренекле ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы нигеҙендә үткәрелде. Һәр көн уҡыусылар йырҙар, бейеүҙәр, таҡмаҡтар, әкиәттәр өйрәнде. Үҙҙәре лә әкиәттәр, көләмәстәр сәхнәләштерҙе. Аралашыу ҙа тик башҡорт телендә барҙы. “Йәйләү”гә районыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыһы Рәмил Хәсәновтың килеп ҡурайҙа уйнап күрһәтеүе, балаларҙы ҡурай моңона бейетеүе ҙур мәртәбә өҫтәне.

Мәктәптә Балалар халыҡ ижады үҙәгенең “Сәсәндәр” түңәрәге (етәксеһе Р.С. Иҙелбаева) әүҙем эшләп килә. Балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, халыҡ ижадына, туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә был түңәрәктең роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур.

Киләсәктә лә туған телде өйрәнеү, уҡытыу буйынса ҙур пландар, яңы маҡсаттар ҡуйылған. Ата-әсәләр балаларын башҡорт класына бирергә ҡурҡмаһындар ине. Үҙ туған телебеҙҙе бергәләп өйрәнәйек, уны һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.

Земфира Юламанова,

Баймаҡ 5-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: