Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыш бабай - бур?!

Ул үҙе лә һыуыҡ яҡта йәшәй, атайҙарҙы, ағайҙарҙы ла шунда алып китә...

Алты йәштәге Айһылыу ҡыҙым менән һөйләшеп, аптырап йөрөйөм. “Әсәй, Ҡыш бабайҙы саҡырмайыҡ, ул насар бабай”,-ти был миңә.

“Ниңә улай тейһең, ҡыҙым?-тип аптырап ҡарайым. “Ул үҙе лә һыуыҡ яҡта йәшәй, атайҙарҙы, ағайҙарҙы ла шунда алып китә. Беҙҙең атай себерҙә, Лиананыҡы, Диниәнеке, Арсландыҡы ла. Ҡыш бабай үҙе лә килмәй Яңы йылға. Шыршы байрамында беҙҙең тәрбиәсе апай Ҡыш бабай булып кейенеп йөрөй. Өйгә килгән Ҡыш бабай ҙа апай ине бит, итектәре күренеп торҙо”. Бәләкәс кешенең һүҙҙәренән йығылып китә яҙҙым. Айһылыу һүҙен дауам итеп: “Шуға мин Ҡыш бабайҙан бүләк һорамайым. Атайҙарҙы ҡайтар тип кенә әйтәм”,-тине. Һүҙҙе икенсегә борған булдым. Дөрөҫ һүҙгә – яуап юҡ бит.

Б.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: