Бөтә яңылыҡтар

Тик башҡорт телендә генә һөйләшәләр

Һәр бер ғаилә ағзаһының бик матур башҡорт милли костюмы ла бар!

Тик башҡорт телендә генә һөйләшәләр
Тик башҡорт телендә генә һөйләшәләр

 

Һеҙ фотола күргән Гөлдәр Абдуллина һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән шәп әсәләрҙең береһе.

Гөлдәр Айҙар ҡыҙы 1976 йылда Һаҡмар ауылында донъяға килә. Бала сағы Сәксәйҙә үтә. Был ауыл һүрелә төшкәс, улар ҡабаттан Һаҡмарға күсеп ҡайта. Унда ул ғүмерлек йәре Максим Ходаковты осрата. Йәш йөрәктәр тиҙҙән ғаилә ҡора. Мөхәббәт емеше булып бер-бер артлы улдары Айназ менән Роман-Рамаҙан донъяға килә.

Рамаҙанға бер йәш тулыуға йәш әсә ауыл клубына мөдир булып эшкә сыға. Был йылдар Гөлдәр Айҙар ҡыҙының ғүмерендә яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Ул “Ҡаҡтуғай" фольклор ансамблен ойоштора. Ансамбль ағзаларына Гөлдәрҙең әсәһе Сания апай сағыу кейемдәр тегеп бирә. Артабан бейеүселәр өсөн “Фатима” бейеү ансамблен булдырырға ҡарар итәләр. Әйткәндәй, был ансамблдәр әле лә уңышлы эшләй.

Гөлдәр Абдуллина һәм Максим Ходаковтың ғаиләһендә Руслан, Артур һәм Тамерлан, Веслана менән Фатима-Виктория донъяға килә. Тап ошо мәлдә ишле ғаилә Баймаҡҡа күсеп килергә ҡарар итә. Башта балалар менән Гөлдәр үҙе күсә. “Баймаҡта һәр төрлө түңәрәктәр эшләй, мәктәп тә 11 йыллыҡ”, – тип аңлата ул ғүмерҙәренең был үҙгәреше тураһында. Ғаилә башлығы ауылдағы донъяһын көтөп ҡала. Ял көндәрен ғаилә ауылда үткәрә. Ҙур хужалыҡты ҡарарға кәрәк бит.

Гөлдәр Айҙар ҡыҙы Баймаҡта тормошон тулыһынса балаларына бағышлай. Береһен мәктәпкә оҙата, икенсеһен ҡаршы ала, түңәрәктәргә алып йөрөй, балалар баҡсаһына ла ваҡытын бүлә. Был мәлдә өлкән улдары Айназ менән Рамаҙан үҙҙәре эшләй башлай. Береһе – Семеновск руднигына, икенсеһе Татарстанда вахта ысулы менән эшкә төшә. Ғаилә башлығы Максим Петрович та ғаиләһе янына күсеп килә. Баймаҡ ПМК-һында эш башлай.

Ишле ғаиләлә йәнә бер малай – Салауат-Радамир донъяға килә. Әле кинйәләренә 1 йәш.

Ишле ғаиләлә балалар татыу булып үҫә. “Береһе генә булмаһа ла һағынышалар, юҡһыналар. Әгәр кемеһелер өйҙә яңғыҙ ҡалғанын ишетһәләр, эштәрен ташлап өйгә ашығалар. Беҙҙә яңғыҙ ҡалырға ярамай”, – ти күп балалы әсә. Шуныһы, был интернациональ ғаиләлә тик башҡорт телендә генә һөйләшәләр, шиғыр ятлайҙар, йыр йырлайҙар. Һәр бер ғаилә ағзаһының бик матур башҡорт милли костюмы ла бар!

Гөлдәр Айҙар ҡыҙының һәр төрлө конкурстарҙан, сараларҙан алған Дипломдары, Почет грамоталары бихисап. Шулай уҡ “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: