Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле -- башҡорт теле
8 Сентябрь 2021, 10:30

Телде һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индер!

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 136 телгә юғалыу хәүефе янай. Ә Lingvodoc платформаһы ярҙамында ул телдәрҙе һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү мөмкинлеге бар.Төп үҙенсәлек шунда: Lingvodoc платформаһын үҫтереүҙә һәр кем ҡатнаша ала! Бының өсөн эргә-тирәгеҙҙәге, ауылығыҙҙағы оло йәштәге кешеләрҙән, тарих, тел менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан һәм тел яҙмышына битараф булмағандарҙан урындағы диалектта, йәнле һөйләш ярҙамында әкиәттәр, риүәйәттәр, шиғырҙар, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, тарихтар һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙҙырып алырға һәм был мәғлүмәттәрҙе Telegramдағы платформаға ебәрергә кәрәк.Барыһы ла үтә ябай:

2012 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының В.П.Иванников исемендәге Системалы программалаштырыу институты Lingvodoc (Лингводок) проектын тормошҡа ашыра. Ул Рәсәй Президенты гранттары фонды ярҙамында булдырылған.

Был система телдәрҙе күп тапҡыр ҡулланыла торған уртаҡ документацияға берләштерә, төрлө һүҙлектәр төҙөүгә, тауыш һәм текст материалдары менән ғилми нигеҙҙә эшләргә ярҙам итә.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 136 телгә юғалыу хәүефе янай. Ә Lingvodoc платформаһы ярҙамында ул телдәрҙе һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү мөмкинлеге бар.

Төп үҙенсәлек шунда: Lingvodoc платформаһын үҫтереүҙә һәр кем ҡатнаша ала! Бының өсөн эргә-тирәгеҙҙәге, ауылығыҙҙағы оло йәштәге кешеләрҙән, тарих, тел менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан һәм тел яҙмышына битараф булмағандарҙан урындағы диалектта, йәнле һөйләш ярҙамында әкиәттәр, риүәйәттәр, шиғырҙар, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, тарихтар һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙҙырып алырға һәм был мәғлүмәттәрҙе Telegramдағы платформаға ебәрергә кәрәк.

Барыһы ла үтә ябай:
1) Telegram ҡушымтаһын гаджетығыҙға ҡуйығыҙ.
2) https://t.me/lingvodoc_support каналына яҙылығыҙ.
3) Шәхси мәғлүмәттәрегеҙ менән аудияҙмаларҙы шунда ебәрегеҙ.

Программа белгестәре уларҙы эшкәртәсәк һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына өйрәнеү түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк. Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмай. Был тәңгәлдә эшләгән, телде һанлаштырыу, уҡытыу программаларын төҙөгән ғалимдарға ла яҡлау кәрәк, сөнки һүҙ, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү хаҡында бара, шул иҫәптән башҡорт телен һәм уның диалекттарын да.

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: