Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ярһыны күңел даръям...

Кемгә оҡшамай һуң, инмәгеҙ ҙәАсмағыҙ ҙа минең битемде!Илһамланыу – Әсәйемдән килә,Бысратмағыҙ Әсә һөтөмдө...

Мәңге берәү аса алмаҫ,

Ярһыны күңел даръям.

Бәғеремде телер тимә,

Атылған төҫлө вулкан.

Сабырлыҡтың тыны етә -

Әсәй шуны ҡалдырҙы.

Бер ҙә һындыра алмаҫ

Тимерҙәй ныҡ рухымды.

Уйланайыҡ!

Айыҡ ауыл, һааай, һай,

Орандың ниндәй ораны!

Кеше күңеленә был оранды,

Әйтегеҙсе, индереп буламы?

Ҡыуырға ла, этергә лә түгел,

Күңеленән үҙе аңлаһын,

Ғүмер юлын нисек үтергә тип,

Тағы берҙе уйлап ҡараһын.

Ҡаның таҙа, уйың айыҡ,

Дер һелкетеп көт һин донъяны.

Аҡ көнләшеү менән янһын,

Һиңә ҡарап бөтә ауылың.

Беләһең бит был ғүмерҙең

Бары бер бирелгәнен.

Күрәһегеҙ күпме йәндең,

Эсеп барып үлгәнен.

Тәүбәңә кил, йөрө әле,

Иман йорто – мәсеткә.

Әллә, бәлки ултырырһың,

Бәхет тигән тәхеткә.

Ғүмер

Ашыҡмасы, ғүмер, ашыҡма!

Мин бит әле йәшәп туйманым.

Йөрәккәйем сем-сем итә,

Әллә инде нөктә ҡуяһы.

Кемгә оҡшамай һуң, инмәгеҙ ҙә

Асмағыҙ ҙа минең битемде!

Илһамланыу – Әсәйемдән килә,

Бысратмағыҙ Әсә һөтөмдө.

Кемделер мин “үтәм” тимәйем,

Илһам шишмәм аға үҙенсә.

Телем һөйләй туған телемдә,

Донъялыҡта тырышабыҙ әҙәмсә.

Ғүмер аттай сабып үтә,

Сабыр булырға кәрәк.

Сабырлыҡҡа йүгән һалған

Хәҙер кешеләр һирәк,

Әммә түҙергә кәрәк!.

Миңзәлә Ҡолһарина.

Үрге Яйыҡбай ауылы.

Читайте нас: