Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Милли кейем ― милләтемдең йөҙө

Таулыҡай ауылы китапханаһында милли кейемгә бәйле бик матур сара үтте.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә Милли кейемгә иғтибарҙың бермә бер артыуы ҡыуаныслы күренеш. Милли кейемдәрҙе тергеҙеү,уларға ихтирам һәм хөрмәт йөҙө күрһәтеү,киләсәк быуынға еткереү маҡсатынан 16 апрель көнө МИЛЛИ КЕЙЕМ көнө тип иғлан ителде.
Ошо уңайҙан бөгөн ауыл китапханаһында "Милли кейем -милләтемдең йөҙө " тип исемләнгән бик матур байрам сараһы булып үтте һәм мәҙәниәт йортона аллы- гөллө башҡорт күлдәктәре кейгән инәйҙәр ағылды!
Китапханаға барып инеү менән,күҙ нурҙары түгеп,күңел йылыһы биреп эшләнгән селтәрҙәр күргәҙмәһе күҙгә ташланды.Шул хәтлем матур ине улар!
Әйткәндәй,был эштәрҙе китапхана янында эшләп килгән "Оҫта ҡулдар "түңәрәгендә эшләгән тырыш апайҙарыбыҙ.Түңәрәк етәксеһе Сагинбаева Зөлфирә Рай ҡыҙы.Милли кейем байрамын асыу өсөн һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Ф.А.Саитовҡа бирелде.
Шулай уҡ бөгөнгө сараға "Һаҡмар " гәзитенән махсус ҡунаҡ А.С.Мөхәмәтшин дә саҡырылған ине.
Милли кейемдә барған ҡатын ҡыҙҙар "Ағинәйҙәр "һәм "Йәштәр "командаларына бүленеп,ярышта ҡатнаштылар.Сараны китапханасы Зилә Азамат ҡыҙы бик матур,күңелле итеп алып барҙы.
Командалар матур итеп үҙҙәре менән таныштырҙы.
Икенсе эш селтәрҙәргә реклама ине.Был һынауҙы бигерәк матур итеп яҡланы уңған ҡатындарыбыҙ.Ағинәйҙәр командаһындағы апайҙар үҙҙәренә лә,ейәнсәрҙәренә тип эшләгән селтәрҙәрен күрһәтеп бик матур итеп һөйләнеләр,һәм был эштең үтә лә мауыҡтырғыс икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үттеләр.Китапхана янында ошондай түңәрәк ойошторолыуын ҡыуанып телгә алдылар.
Милли кейем байрамына барып та нисек инде башҡорт күлмәгендә бейемәй ҡайтаһың?!!!Командалар концерт номеры тип бирелгән эштә дәртле итеп бейенеләр.Ағинәйҙәр башҡортса дәртле генә итеп бейеһәләр,йәштәр командаһы башҡорт көйөнә заманса бейене.Бейеүҙәрҙе тамашасылар көслө алҡыштарға күмде????????
Конкурста командалар үҙҙәрен шиғыр сығарыу өлкәһендә лә һынап ҡараны.Был конкурстың үҙенә күрә ҡағиҙәһе лә бар ине:сығарылған шиғырҙа мотлаҡ милли кейем,Баймаҡ,Башҡортостан,"Һаҡмар "гәзите һүҙҙәре ҡулланылырға тейеш ине.Был һынауҙа ла бирешмәне уңған ханымдар!Береһенән бере уҙҙырып" һә "тигәнсе бик бай йөкмәткеле шиғырҙар сығарып ҡуйҙылар!Йәштәр командаһы хатта ике шиғыр сығарҙы.
Һәр конкурс һөҙөмтәһен жюри ағзалары күҙәтеп,баһалап ултырҙы.
Шулай итеп,бирелгән бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы башҡарҙы конкурсанттар.Сәмле,дәртле барған ярышта Ағинәйҙәр командаһына "Һәләтлеләр ",йәштәр командаһына "Ҡыйыуҙар "номинацияһы бирелеп,ике команда ла еңеүсе тип табылды,дуҫлыҡ еңде!????
Мәртәбәле жюри ағзалары шулай уҡ "Иң матур милли күлдәк ",Иң матур селтәр "номинацияларында билдәләп үтте.
Узянбаева Мәрйәм апайҙың һәм Байзигитова Альбинаның башҡорт күлдәктәре иң -иңе тип табылды!
"Иң матур селтәр ", номинацияһы,һис һүҙһеҙ,Сагинбаева Зөлфирә апайға бирелде.
Шулай уҡ Гумерова Зифа ,Күсәрбаева Зилә,Фахретдинова Ғәлиә,Узянбаева Мәрйәм апайҙарҙың ҡул эштәре маҡтап телгә алынылды.
Конкурста ҡатнашыусылар исеменән,милли кейем көнө уңайынан матур сара үткәреүсе З.А.Күсәрбаеваға, ошо сарала ҡатнашҡан командаларға,дәртле алҡыштарға күмгән тамашасыларға һәм жюри ағзаларына рәхмәт!
Ысынлап та,милли кейем -милләтемдең йөҙө!
АЛЬБИНА БАЙЙЕГЕТОВА.
Читайте нас: