Һыйыр (Үгеҙ) йылы – эшһөйәрлек, тотороҡлолоҡ, ышаныслыҡ билдәһе. Шуға күрә йондоҙҙар беҙгә сағыштырмаса тыныс ваҡыт вәғәҙәләй. Һыйырға Сысҡан килтергән тетрәнеүҙәрҙе, һәләкәттәрҙе яйға һалырға тура киләсәк. Яңы йыл эйәһенең тереклек итеү билгеһе – Ер, тупраҡ. Был киләһе йылдың ныҡлы, ышаныслы, емешле булыуын күрһәтә. Шулай уҡ Һыйыр ижади һәләттәрҙе асыуға ла булышлыҡ итә. Бурыстарҙан, ялҡытҡан мөнәсәбәттәрҙән ҡотолоу өсөн уңайлы мәл. Һыйыр тәртипте ярата. Шуға күрә йортоғоҙҙа ла, эш урынында ла барыһы ла бөхтә, таҙа булырға тейеш. Тырыш, һәр эште уйлап башҡарған кешеләрҙе Һыйыр уңыштар, һөйөнөслө хәбәрҙәр менән бүләкләр.
Сысҡан
Был йылда тыуғандарға Һыйыр көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар алып киләсәк. Шуға күрә һеҙҙең үҙегеҙгә лә бик ныҡ үҙгәрергә тура киләсәк. Йыл башында күптән күңелегеҙҙә йөрөткән хыялдарығыҙ бер-бер артлы тормошҡа ашыр. Уның артынан эш йәки йәшәү урынын алмаштырыу мәсьәләһе килеп тыуыр. Ҡурҡмайынса үҙгәрештәрҙе ҡабул итегеҙ. Барыһы ла яҡшы булыр. Тәүге ярты йыллыҡта мөлкәт, машина һатып алыу өсөн уңайлы осор. Көҙгә ҡарай арығанығыҙҙы тойорһоғоҙ. Был мәлдә күберәк рухи байлығығыҙҙы үҫтереүгә, китап уҡыуға, уй-фекерҙәрегеҙҙе тәртипкә килтереүгә тотоноғоҙ. Тик йыл аҙағына ғына яңынан көс йыйғанығыҙҙы тойорһоғоҙ. Ир-егеттәргә мөлкәт, яңы машина һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе йәйгә тиклем хәл итергә, отпускты көҙ мәленә ҡалдырырға, яҡындарығыҙҙың тормошона артыҡ ҡыҫылмаҫҡа кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға йыл башланыу менән иҫке йылдан ҡалған эштәрҙе тамамларға, көҙгөһөн ғаилә мөнәсәбәтен айырыуса һаҡларға кәрәк.
Һыйыр
Йыл хужаһы йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙың теләгәне алдына ғына килеп торасаҡ. Тотон, эшлә, маҡсаттарыңды тормошҡа ашыр. Тик улар киреһенсә бер эште тамамламайынса, икенсеһенә тотоноп, коллегаларын да, яҡындарын да аптыратып бөтәсәк. Шулай ҙа көтөлмәгән һөйөнөслө хәбәрҙән һуң барыһы ла үҙ яйына һалынасаҡ. Йыл башынан уҡ матур идеялар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы тормошҡа ашырыу тормош кимәлен күпкә күтәреп ебәрер. Әммә еңмеш Һыйыр барыһын да үҙенсә эшләп, маҡсатына урау юлдарҙан ирешәсәк. Көҙгә табан хыялдарығыҙ тормошҡа аша башлар. Тик коллегаларығыҙ менән һүҙгә килешеү барыһын да боҙоуы бар. Шуға күрә был йәһәттән телегеҙҙе тыйырға өйрәнегеҙ. Ир-егеттәр яңы эшкә тотонорға теләр. Ҡурҡмайынса тотонһағыҙ ҙа була. Сөнки һеҙҙе һәр йүнәлештә тик уңыштар көтә. Ҡатын-ҡыҙҙарға яңы эшкә күсеү өсөн уңайлы ваҡыт. Шулай уҡ һәр эште яҡындарығыҙ менән кәңәшләшеп эшләһәгеҙ, барыһын да тормошҡа ашыра аласаҡһығыҙ.
Юлбарыҫ
Яңы йылда һеҙ ғаилә усағының ҡәҙерен белеп, күберәк яҡындарығыҙ янында булырға теләрһегеҙ. Шуға күрә яңғыҙҙар ғаилә ҡорасаҡ, ә парлыларҙы ишәйеү көтә. Ярты йыл ғаилә мәшәҡәттәре менән булышҡан юлбарыҫтарҙың тормошонда көҙгөһөн үҙгәрештәр башланасаҡ. Был карьера яғынан үҫеш, көтөлмәгән тәҡдимдәргә бәйле. Тик эш урынығыҙҙы алмаштырырға ашыҡмағыҙ. Бының өсөн уңайлы мәл етмәгән әле. Көҙгә тиклем яҙмышты хәл иткес ҡарарҙар ҙа ҡабул итергә кәрәкмәҫ. Сөнки яңылышыуығыҙ йәки бик ышанған кешеләрегеҙҙән алданыуығыҙ бар. 2021 йылда һеҙгә тик ғаиләгеҙгә таянырға һәм барыһын да улар менән кәңәш итеп эшләргә кәрәк булыр. Үҙегеҙгә артыҡ ныҡ ышаныу сифаттарын ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һыйыр йылында ул кәрәкмәҫ. Ир-егеттәр һәр проблеманы еңер көс таба алыр. Икенсе ярты йылда карьера яғынан үҫешкә ынтылырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға тыныс булырға, сит конфликттарға ҡыҫылмаҫҡа, күберәк ғаиләгә иғтибар бүлергә кәңәш ителә.
Ҡуян
Ҡуяндар тормош пландарын үҙгәртеп, матди хәлен яҡшыртыуға тотонасаҡ. Һеҙҙе карьера өлкәһендә лә ыңғай ҙур үҙгәрештәр көтә. Һәм матди хәлде яҡшыртыу өсөн яҡшы мөмкинселектәр асыласаҡ. Ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ла еңел генә ирешәсәкһегеҙ. Тик пландарығыҙ менән коллегаларығыҙ менән уртаҡлашмағыҙ. 2021 йылда һеҙгә көнләшкән кешеләр күп буласаҡ. Уңыш йылмайырға әҙер генә торһа ла, һеҙ шунда уҡ эшкә тотонмай ниҙер көтәсәкһегеҙ. Йондоҙҙар һеҙгә туҡтамаҫҡа, һәр уңайлы мәлде ҡулланырға саҡыра. Айырыуса яҙ һеҙҙең өсөн уңышлы мәл буласааҡ. Ошо ваҡытта күптән йөрөткән хыялдарығыҙҙы ла тормошҡа ашыра аласаҡһығыҙ. Ҡышҡа ҡарай әҙерәк тынысланып, ял тураһында уйларға кәрәк булыр. Ошо ваҡытта йорт, машина һ.б. мөлкәт һатып алыу өсөн уңайлы мәл. Ир-егеттәргә ялҡаулыҡты еңеп, йыл башынан уҡ эшкә тотонорға кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға матди хәлде яҡшыртыуҙы ныҡлап уйларға кәрәк.
Аждаһа
Аждаһа матди хәлен яҡшыртыу, карьера баҫҡысы буйынса үрләү өсөн йыл башынан уҡ эшкә тотонор. Был эҙһеҙ ҡалмаҫ. Эштә көтөлмәгән һөйөнөстәр килер. Һеҙгә тик уңыштар ғына йылмайыр. Тик был оҙаҡ дауам итмәҫ. Яҙға ҡарай күпме генә эшләһәгеҙ ҙә бер нимә лә килеп сыҡмауына бошонорһоғоҙ. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн яҙға тиклем булған ваҡытты тулыһынса файҙаланып ҡалығыҙ. Шулай уҡ эш урынын алмаштырыу, сәйәхәт итеү, йәшәгән урынды алмаштырыу өсөн уңайлы йыл. Бар эште уйлап хәл итегеҙ. Ҡайһы бер осраҡта кинәт ҡабул ителгән ҡарар арҡаһында эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла күңелһеҙлектәр булыуы бар. Ир-егеттәргә кешеләрҙә тик кире һыҙаттарҙы күрмәҫкә һәм ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға быға тиклем ҡорған пландарын тулыһынса үҙгәртеп, тормошондағы ҡырҡа үҙгәрештәргә әҙер булырға кәңәш ителә.
Йылан
2021 йылда күп проблемаларығыҙ хәл ителмәй ҡалыр. Уның ҡарауы һөйөнөслө хәл-ваҡиғалар ҙа күп булыр. Һыйыр йылында һеҙгә аяҡ салырға маташыусылар күп булыр. Һаҡ булығыҙ һәм кешеләргә артыҡ ышаныусанлыҡ күрһәтмәгеҙ. Һеҙгә һиҙгерлегегеҙ ярҙамға килер. Эске тауышығыҙҙы тыңлап эш итһәгеҙ, күп проблемаларҙы йырып сыға алырһығыҙ. Ҡыҙыу килеш ҡарар ҡабул итеүҙән һаҡ булығыҙ. Йәйгә тиклем йыл көсөргәнешле булыр. Был ваҡытта үткәндә хәл ителмәй ҡалған проблемалар ҡалҡып сығыр. Һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтһәгеҙ көҙгә тиклем барыһын да хәл итеп, еңел тын алырһығыҙ. Ошо мәлдә барыһын да яңынан башлаһағыҙ ҙа була. Был юлы һеҙгә тик уңыш йылмайыр. Ир-егеттәргә карьера үҫешен көҙгә ҡалдырырға, дошмандарҙан һаҡ булырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға иреш-талашҡа ҡушылмау мөһим. Сөнки уны һеҙ башламаһағыҙ ҙа, ғәйепле булып ҡаласаҡһығыҙ. Артыҡ ҙур пландар ҡормай, тыныс йәшәү осоро.
Ат
Иң тәүҙә ғаилә проблемаларына иғтибар бирегеҙ. 2021 йылда уларҙы мотлаҡ хәл итергә, яҡындарығыҙға иғтибар бирергә кәрәк. Һеҙҙә тормошоғоҙҙо, эшегеҙҙе үҙгәртеү, яңы маҡсаттарға ынтылыу барлыҡҡа килер. Һеҙҙең күтәрелеш йәйгеһен башланасаҡ. Нәҡ ошо мәлдә күптән йөрөткән хыялдар тормошҡа аша башлар. Тик бының өсөн ялҡаулыҡты ситкә ҡуйырға һәм бик ныҡ тырышырға кәрәк булыр. Шулай уҡ эргә-тирәләге кешеләргә, яҡындарығыҙға ярҙам итеү киләсәктә һеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Һеҙгә өҫтәмә аҡса эшләү тураһында тәҡдимдәр ҙә булыр. Ҡурҡмайынса тотоноғоҙ, барыһы ла уңышлы буласаҡ һәм көҙгә ҡарай күптән хыял иткән нәмәгеҙҙе һатып аласаҡһығыҙ. Ир-егеттәргә йыл тыныс килеүенә ҡарап уяулыҡты юғалтырға кәрәкмәй. Сөнки уйламаған проблемалар ҡалҡыуы бар. Тәүге ярты йылда булған проблемарағыҙҙы хәл итеү өсөн яҡшы мәл. Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙенә күберәк иғтибар бирергә, хис-тойғоларын тыңлап эш итергә кәрәк.
Һарыҡ (Кәзә)
2021 йыл һеҙҙе бик ныҡ уйландырыр һәм күп нәмәгә яңыса ҡараш ташларға мәжбүр итер. Яңы хистәргә брирелеп, тормошоғоҙҙо үҙгәртеү теләге менән дә янырһығыҙ. Тик Һыйыр һеҙгә ҡабаланмаҫҡа һәм һәр аҙымды үлсәп эшләргә ҡуша. Тәү ҡарашҡа ябай булған эштә лә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуыуы бар. Ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән бер ҡарарҙы ла ҡабул итмәгеҙ. Кәйефһеҙлеккә һылтаныуығыҙҙы ла ситкә ҡуйығыҙ. Холоҡ күрһәтеү арҡаһында күңелһеҙлектәргә тарыуығыҙ бар. Үҙ-үҙен еңеп, тиҫкәреләнмәгән һарыҡтарҙы көҙгөһөн уңыштар көтә. Күптән хыял иткән уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты. Шулай уҡ йыл башында килеп сыҡмаған эшкә ҡыйыу тотоноғоҙ. Барыһы ла уңышлы буласаҡ. Тик эре әйбер һатып алыуҙы планлаштырмай тороғоҙ. Ир-егеттәргә ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә, төҙөлөш, ремонт эштәрен көҙгә ҡалдырырға кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эштә лә, шәхси тормошта ла хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итә торған йыл түгел.
Маймыл
Тормошоғоҙҙо үҙгәртеү, матди хәлде яҡшыртыуға бар көстө һалыу ваҡыты. Нимәнелер онотҡан, эшләп еткермәгән тойғолары борсор. Был юҡҡа түгел, һеҙгә үткәндә ҡалған эштәрҙе йыл башында уҡ тамамлап бөтөргә кәрәк. Эштә ыңғай үҙгәрештәр, карьера үҫеше көтә. Эш буйынса етәкселеккә еткерәсәк һөҙөмтәле тәҡдимдәрегеҙ күп булыр. Тик уларҙы коллегаларығыҙҙан йәшерегеҙ. Сөнки быйыл һеҙгә көнләшеүселәр күп буласаҡ. Етәкселек һеҙҙең тырышлыҡты күрәсәк һәм ыңай үҙгәрештәр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ. Ҡышҡа ҡарай әүҙемлегегеҙҙе кәметеп, ял тураһында уйлағыҙ. Сөнки йыл буйына көсөргәнешле эшләү һаулыҡҡа зыян килтереүе бар. 2021 йылда һеҙ аҡсаны еңел эшләйәсәкһегеҙ һәм шулай уҡ еңел генә тотоноп бөтәсәкһегеҙ. Быға борсолмағыҙ, сөнки Һыйыр йылы һеҙҙең өсөн төрлө һатып алыуҙар өсөн уңайлы мәл. Ир-егеттәргә яҡындарына иғтибарлы булырға һәм тикшерелмәгән мәғлүмәткә ышанмаҫҡа кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға байрамдарҙан баш тартмаҫҡа һәм сағыу кейенергә кәңәш ителә.
Тауыҡ (Әтәс)
Һыйыр йылында һеҙ киләсәкте хәстәрләп эш башлаясаҡһығыҙ. Был алдан уйланылмағанға күрә яҡындарығыҙ ныҡ ҡаршы килер. Шуға ҡарамаҫтан ҡуйған планығыҙҙан баш тартмағыҙ, ул һеҙгә уңыштар алып киләсәк. Һеҙгә аҡыл һәм хистәр араһында алтын урталыҡ табырға кәрәк. Юғиһә хисләнеп әйткән һүҙҙәрегеҙ арҡаһында күңелһеҙлектәр килеп тыуыуы бар. Шулай уҡ дөрөҫлөктө ныҡытып коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәтте боҙмағыҙ. Ҡайһы саҡта өндәшмәй ҡалыу күпкә хәйерле булыуын аңлағыҙ. Йәйге осорҙа күптән йөрөткән хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу мәле булыр. Быны ла ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Кредит алыу, бурысҡа аҡса биреүҙән тыйылығыҙ. Һөҙөмтәлә киләсәктә финанс проблемаһына тарыуығыҙ, ә бурысығыҙҙы ҡайтармауҙары бар. Ир-егеттәргә хәйләкәрлекте лә эшкә ҡушырға кәрәк. Һыйыр йылында һеҙгә эштә лә, өйөгөҙҙә лә баҫым яһарға тырышырҙар. Үҙ фекерегеҙҙә ҡалығыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарға килемде арттырыу өсөн уңайлы мәл. Шул уҡ ваҡытта алданыуҙан һаҡланығыҙ.
Эт
Һәр аҙымығыҙҙы уйлап, бар нәмәне дөрөҫ хәл итә торған мәл. Күп нәмәгә ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә кәрәк булыр. Әүҙемлек күрһәткән кешеләр тиҙ аралара лидерҙар рәтенә сығып, үҙенең матди хәлен яҡшыртыуға өлгәшәсәк. Яҙ айҙары башланыуға һеҙ бер нисә йыллыҡ маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырып өлгөрәсәкһегеҙ. Тик бының өсөн тырышырға, ҡайһы саҡта хатта йоҡламаҫҡа ла кәрәк булыр. Эш менән мәшғүл булып яҡын кешеләрегеҙҙе онотмағыҙ. Уйланылмай әйтелгән һүҙ ыҙғыш сығарыуы бар. Көҙгә ҡарай бер аҙ тынысланып, ял итеү яғын ҡарағыҙ. Артабан эштәрегеҙ улай уҡ һөҙөмтәле бармаҫ. Аҡсағыҙҙы сәйәхәткә тотоноу уңышлы булыр. Эре әйбер алырға теләһәгеҙ, тәү ярты йыллыҡта алып ҡалығыҙ. Сөнки көҙҙән асҡаны һаҡсыл тотонорға кәрәк булыр. Ир-егеттәргә барыһына ла өлгөрөргә тырышырға, тәүҙән килеп сыҡмаған эшкә яңынан тотонорға кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға хаталарға юл ҡуймаҫҡа, тәүге ярты йылда карьера үҫеше мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәңәш ителә.
Сусҡа (Ҡабан)
Һыйыр йылы һеҙгә әллә ни үҙгәрештәр килтермәҫ. Уның ҡарауы күп кенә проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген бирер. Был электән борсоған мәсьәләләргә лә ҡағыла. Быға тиклем аңлашылмаған һорауҙарға ла асыҡлыҡ килер. Тик ҡабаланып эште боҙоп ҡуймағыҙ. Барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Йыл башынан йәйҙең урталарына тиклем шәхси мөнәсәбәттәр беренсе планға сығыр. Яҡындарығыҙға ярҙам итеү, йортоғоҙҙо тәртипкә килтереү, төрлө әйберҙәр һатып алыу ҡыуаныс килтерер. Көҙҙән эш, карьера мәсьәләләренә ныҡлап тотонорға кәрәк булыр. Был йүнәлештә ошо ваҡытта һеҙгә уңыш йылмайыр. Тик эшегеҙҙе өҫтөн-мөҫтөн башҡармағыҙ, ә бар тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ, эре әйберҙәрҙе уйлап һатып алығыҙ. Ир-егеттәргә башҡаларға ярҙам итергә кәңәш ителә. Был киләсәктә үҙегеҙгә уйламаған һөйөнөс булып ҡайтасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙгәрештәр мәле етә. Был эш, карьера ғына түгел, ә шәхси тормошҡа ла ҡағыла.