Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сихырҙан һаҡлаусы доғалар

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:“Әгәр кеше Бәҡара сүрәһенең ахырғы 2 аятын уҡыһа, улар уны барлыҡ яманлыҡтарҙан тыйып ҡалырҙар”, - тип әйткән.Көндөҙ һәм төндә һәр ваҡыт әлеге доғаны уҡырға кәрәк:

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
“Әгәр кеше Бәҡара сүрәһенең ахырғы 2 аятын уҡыһа, улар уны барлыҡ яманлыҡтарҙан тыйып ҡалырҙар”, - тип әйткән.
1. Көндөҙ һәм төндә һәр ваҡыт әлеге доғаны уҡырға кәрәк:
Әғүүҙү бикәлимәәтил–ләәһит–тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ.
Мәғәнәһе: Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам.
Был һүҙҙәрҙе юлда һәм берәй өйҙә туҡтағанда ла әйтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ саләллаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: ,,Юлда йәки берәй өйҙә туҡтағас, ,,Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам“ ,тип әйткән кешегә юлға ҡуҙғалғансы бер нәмәлә зыян килтерә алмаҫ”.
2. Иртән һәм кисен 3 тапҡыр был доғаны уҡырға кәрәк :
Бисмилләәһил- ләҙии ләә йадурру мәғәсмиһи шәй-үн фил-арди үә ләә фис-сәмәәә-и үә һүәс-сәмииғул –ғәлиим.
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән,Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зарар килтерә алмай. Сөнки Ул –һәр нәмәне ишетеүсе, Белеүсе.

Был аят һәм зикерҙәр – уларҙы ихластан Аллаһға ышанып һәм тәүәккәл ҡылып уҡыған кешеләр өсөн сихырҙан һаҡланыуҙың иң мөһим саралары. Был шулай уҡ, һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып ялбарған осраҡта, сихыр һәм боҙом зарарын бөтөрөү сараһы ла булып тора.
Читайте нас: