Бөтә яңылыҡтар

20 тинлек һабаҡ

(Булған хәл)"Бала сағы бик ауыр ваҡытҡа тура килде Хәҙисәнең. Үгәй әсәй менән башҡаса булыу мөмкин дә булмағандыр, бәлки. Бәләкәс кенә сағынан ҡулы эштән бушаманы, тамағы - ашҡа, күҙе йоҡоға туйманы. Өй тулы бала ... Шулай, өйҙә аулаҡ ҡалған бер мәлдә, әсәһенең кеҫәһенән егерме тин аҡса сәлдереп, магазиндан печенье һатып алып ашаны ул..."(Дауамы беҙҙең сайтта)

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Егерме тинлек һабаҡ
(Булған хәл)
Бала сағы бик ауыр ваҡытҡа тура килде Хәҙисәнең. Үгәй әсәй менән башҡаса булыу мөмкин дә булмағандыр, бәлки. Бәләкәс кенә сағынан ҡулы эштән бушаманы, тамағы - ашҡа, күҙе йоҡоға туйманы. Өй тулы бала ...
Шулай, өйҙә аулаҡ ҡалған бер мәлдә, әсәһенең кеҫәһенән егерме тин аҡса сәлдереп, магазиндан печенье һатып алып ашаны ул. Әлбиттә , әҙ булып ҡалды. Уның ҡарауы, тәьҫораттарҙың иге - сиге юҡ ине!
Әсәһе кеҫәһенән аҡсаһы юғалғанын ҡайҙан белгәндер, ләкин баҡсала үҫеп ултырған муйыл ағасының иң шыйыҡ ботағын һындырып алып инеп, арт һанына эләктерҙе.
- Бар, магазиндан аҡсамды алып ҡайтып бир тип! - тип өйҙән ҡыуып уҡ сығарҙы. Артынан:
- Аҡсаһыҙ ҡайтып та йөрөмә, һуғып үлтерермен! - тип һөрәнләп ҡалды.
Һатыусы апай бик ҡоро, һалҡын ҡаршы алды. Хәҙисә үтенеп, ялбарып та һорап ҡараны аҡсаһын.
- Ашап бөткәс, аҡсаһын һорарға килмәйҙәр инде. Әллә бында " Әндрәй ҡаҙнаһы " бар тип беләһеңме ? Башҡа урлашмаҫһың, - тип, көтөү ҡайтыр ваҡыт еткәс, ишеген бикләп, ҡайтып китте.
Ҡыҙ магазин күтәрмәһендә ултырҙы ла ултырҙы. Ҡараңғы төшә башлағас та, уны иҫкә төшөрөүсе булманы. Эшләгән ҡылығы өсөн мең ҡабат үкенһә лә, еңеллек тойманы. Үҙенең егерме тингә лә тормаған бахыр башын йәлләп үкһеп - үкһеп иланы. Төн еткәс, көндөҙ үҙе ҡыуылып сыҡҡан өй яғына ыңғайланы. Ишек алды тын ине. Шым ғына өйгә инеп, үҙ урынына менеп ятты...
Был хәлдең нимә менән бөткәнен инде хәтерләмәй Хәҙисә. Ләкин әлеге ваҡиға күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Әле үҫкәс тә, ғүмеренең иң ауыр мәлдәрендә үҙен гел ана шул магазин күтәрмәһендә илап ултырған сабый хәлендә тойҙо.
Әйткән һүҙе булдымы, әллә ябай тап килеүме - өҫтәленән бер ваҡытта ла печенье өҙөлмәне Хәҙисәнең. Һәм башҡа бер ваҡытта ла кеше әйберенә һорауһыҙ теймәне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: