Бөтә яңылыҡтар

Тел яҙмышы- халыҡ яҙмышы

Мин, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән кешегә, тел яҙмышы халыҡ яҙмышы булыуын аңлауым да, уның өсөн хафаланыуым да бушҡа түгел. Ниғәмәт урта мәктәбенә ҡараған мәктәптәге уҡытыусыларҙың эш алымдары электән таныш булғанға, уларҙың тел һағында тороусы уҡытыусылар икәнен белгәнгә күрә лә эш тәжрибәләрен өйрәнеп, башҡаларға өлгө булғандай милләт,тел тәрбиәһенә ҡағылышлы булған матур һәм иғтибарға лайыҡ дәрес өлгөләрен туплап, Мырҙағалина Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы менән берлектә “ Тел яҙмышы- халыҡ яҙмышы”исемле методик ҡулланма баҫтырыуға өлгәштем.

Һүҙем китап тураһында түгел, һүҙем -тел тураһында. Ваҡытында З Вәлиди Башҡорт милләте яҙмышын хәл итергә тырышҡан. Райондашыбыҙ Хәбибулла Ғәбитов башҡортса уҡытыу мәсәләһе буйынса, хатта Мәскәүҙең үҙенә барып еткән. Ваҡиғалар яйлап халыҡ теләгән ағышҡа төшә бара, тик...
Бөгөнгө көнгә әйләнеп киләйек. Туған телебеҙҙең яҙмышы әле тулыһынса ҡыуандырырлыҡмы икән? Һорауға яуап биреүе ауыр. Был тәңгәлдә йәмәғәтселектең, әсәй- атайҙарҙың, ғаиләнең, уҡытыусыларҙың бергә килешеп эшләүе кәрәк. Минеңсә, һәр төбәктә бына ошо ҡатлам кешеләре менән проблеманы алға һалып, асыҡтан- асыҡ һөйләшеү бер ҙә зыян итмәҫ ине.
Тел тәрбиәһе ғаиләнән башлана, тик уның шулай тыныс ҡына тормошҡа ашыуына башҡа сәбәптәр ҙә ҡамасаулыҡ яһай түгелме? Беренсенән, ҡала балалары менән ауыл балалары араһындағы тейеш булмаған , ләкин күрмәү мөмкин булмаған айырма. Сәбәп ниҙә? Ауыл уҡытыусыларының иңенә бына ошондай ҡаршылыҡтар тыуҙырмаҫлыҡ дәрәжәлә балаларҙы ғаилә менән берлектә тәрбиәләү. Ауыл балаһы үҙенең бик үк ныҡлы белеп етмәгән русса аралашыу ҡоралы( акцент һ.б). Икенсенән, әлдән- әле туған тел файҙаһына булмаған ҡарарҙарҙың сығыуы ( үҙ телеңә рөхсәт һорап ғаризалар яҙыу һ.б.). Өсөнсөнән, хәҙер ата-әсәләр балаһын үҙҙәре әйткәнсә “престижлы” уҡыу йорттарында уҡытырға теләүе, унда туған телдең кәрәкмәүе. Ниңә был тел кәрәкмәҫкә тейеш? Ниңә Мәғариф министрлығына ла Закондар сығарыу һәм Конституцияны тикшереү эштәрендә, тел мәсьәләһен бар халыҡҡа асыҡ итеп, халыҡ күҙлегенән сығып, үҙ талаптарын индермәҫкә. Дөрөҫ, һуңғы Конституцияла күңел йыуатырлыҡ статьялар бар, тик уның дөрөҫ аңлап үтәлеүе лә кәрәк бит әле. Һәр Закон, Конституция эшләһә генә көслө. Уны эшләтеүселәрҙең дөрөҫ эш ойоштороуҙары менән көслө. Етмешенсе йылдарҙа туған телде уытыуға Мәскәү фатихаһы менән программаға берәр дәрес өҫтөлде. Унан 1- се Ҡоролтайҙың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа байтаҡ эштәр башҡарылды һәм барыһы ла телебеҙ файҙаһына ине. Хәҙер заман башҡа, тип уның заңын да үҙгәртергә өлгәштек. Бер милләтле( руслаштырыу) халыҡ менән эшләү еңел бит. Телебеҙ өсөн, Республиканың телен билдәләүсе тел булараҡ, ниндәй ҙә булһа уны һаҡлаусы һәм яҡлаусы закон ныҡлы булырға тейеш, тип уйлайым.
Телебеҙгә ошондай төптән уйлап еткерелмәгән ҡараш ата- әсәләр өсөн дә, теге “престижлы” уҡыу йорто һайлағандар өсөн уңайлы була ла инде. Юғары уҡыу йортонда уҡыу ҡыйын була, тип рус класына ултыртыусы ата- әсәләр менән эшләүе лә проблема булмаҫ ине. Быйылғы йылда әлбиттә тел мәсьәләһе бөтә тәрәнлеге менән күтәрелде: башҡорт теле уҡытыусыларының 1- се съезы, фәнни- ғәмәли конференциялар – барыһы ла ыңғай йоғонто яһар кеүек. Мин тағы ла “тик” һуҙен килтереп ҡыҫтырам. Эш уҡытыусыларға – мәктәптә,тәрбиәселәргә- мәктәпкәсә баҡсаларҙа ата- әсәләр менән, йәмәғәт ойошмаларына һәм етәкселәргә халыҡ менән эшләүҙе яйға һалырға кәрәк.
Халыҡ менән эшләүҙе ата- әсәләр, балаларын уҡытып сығарған өләсәй- олатайҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ағинәйҙәр, хеҙмәт ветерандары менән әлдән- әле “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу ҙа артыҡ булмай. Тамсы тама, боҙ тишә.
Шул ваҡытта ғына тел яҙмышының киләсәге ышаныслы булыр. Берәү ҙә үҙ теленән оялмаҫ. Был урында тағы шуны ла әйтмәксемен. Ҡайһы бер дин кешеләре телде өйрәнеүҙе дингә бәйләп, ерҙән айырыу йүнәлештәре лә сағылып ҡала. Беҙҙең бурыс- халыҡты ерҙән, тарихынан, йәшәйешенән айырмай этник бөтөнлөктө һаҡлау.
Ошо бурысты дөрөҫ маҡсат итеп ҡуя белмәүебеҙ һөҙөмтәһе булып милләт генофонының емерелеүенә, наркоманияға, алкоголизмға бирелеүе бөгөн беҙҙең халҡыбыҙҙың сиренә әүерелеп бара. Был беҙҙең ана шул тәрбиә мөмкинлектәрен тулы һәм комплекслы ҡуйып эшләмәүебеҙҙә. Хатаны беҙ ситтән түгел, ә үҙебеҙҙән дә табырға тырышайыҡ. “Атта ла бар, тәртәлә лә” тигән мәҡәл килеп баҫты алдыбыҙға.
Беҙҙең тел проблемаһы беҙҙең менән ҡала, башҡалар килеп уны хәл итмәйәсәк. Үҙебеҙҙән башлап, үҙебеҙ тотонмаһаҡ үҙеңде битәрләп тороуҙан фәтеүә булмаясаҡ.
Туған телебеҙҙең яҙмышы беҙҙең ҡулыбыҙҙа: наҙлы ла, татлы ла, ҡәҙерле лә телебеҙҙе
килер быуын өсөн йәшәйештең төп асылы итеп тапшырыу беҙҙән тора.
Иҫәнбаева Р.М.
Читайте нас: