Һәр кешегә көслө терәк кәрәк,
Ауыр саҡта башын һалырҙай...
Һине яҡын итеп, түҙем бул, тип,
Күҙ йәштәрен һөртөп алырҙай...
Һәр кешегә матур ғаилә кәрәк,
Мөхәббәте - тормош иптәше...
Тигеҙлектә, икәү бергә атлап,
Бергә матур ғүмер итәһе...
Ҡатын-ҡыҙға - "Әсәй" һүҙе кәрәк,
Бала наҙы, бала бәхете...
Ир-затына - "Атай" һүҙе кәрәк,
Дауамсыһы... Ата хөрмәте...
Һәр кешегә сәләмәтлек кәрәк,
- Әллә унһыҙ йәшәү тойорһоң?
Тораһы, бар... Таҙа булһаң ғына,
Күрерһең һин бәхет ояһын.
Һәр балаға "әсәй" һүҙе кәрәк,
"Атай" һүҙе, ғаилә ҡосағы...
Йәшәһендәр ине мәңге-мәңге -
Янһын мәңге тормош усағы!
Һәр кешегә тыуған нигеҙ кәрәк,
Бала саҡтың һүнмәҫ ялҡыны...
Ундай мөйөш ҡайҙан табырһың һин,
Тыуған йорт бит - иң-иң яҡыны...
Һәр кешегә йылы ҡараш кәрәк,
Йылы бер һүҙ етә ҡай ваҡыт...
Йөрәктәре иреп-иреп китә,
Ҡатҡан бәғерҙәрен ҡуҙғатып...
Беҙ тигәнсә, бәлки, була алмаҫ та,
Ҡыҙғанмаһын Хоҙай өлөшөн.
Шундай уйҙар менән атлай-атлай,
Үҙ өйөмә ҡайтып килеүем...
Гөлиә Ғилманова.