Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсатыбыҙ - рухлы балалар үҫтереү

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туған телебеҙҙе һаҡлау, уның баһаһын күтәреү, артабан үҫтереү буйынса байтаҡ ыңғай эштәр башҡарыла. Миҫал өсөн әсә телендә сығып килгән төрлө гәзит-журналдарҙы, телевидение һәм радио эфирҙарындағы күп кенә файҙалы тапшырыуҙарҙы, йөкмәткеле һәм фәһемле китаптарҙы, әленән-әле донъя күреп торған төрлө мобиль ҡушымталарҙы, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үткәрелгән күп кенә сараларҙы килтерергә мөмкин...

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туған телебеҙҙе һаҡлау, уның баһаһын күтәреү, артабан үҫтереү буйынса байтаҡ ыңғай эштәр башҡарыла. Миҫал өсөн әсә телендә сығып килгән төрлө гәзит-журналдарҙы, телевидение һәм радио эфирҙарындағы күп кенә файҙалы тапшырыуҙарҙы, йөкмәткеле һәм фәһемле китаптарҙы, әленән-әле донъя күреп торған төрлө мобиль ҡушымталарҙы, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үткәрелә килгән күп кенә сараларҙы килтерергә мөмкин.

Әлбиттә, телебеҙҙе һаҡлау, уны артабан үҫтереү тәү сиратта һәр ғаиләгә, ундағы мөхиткә бәйле һәм иң беренсе нәүбәттә сабыйға бәләкәй сағынан уҡ әсә теленең моңон, аһәңлеген, ҡабатланмаҫ нескәлеген һеңдерә белеүгә ҡайтып ҡала. Был тәңгәлдә ошо изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу уңайынан һәр ғаиләгә ярҙамға балалар баҡсаһы килә лә инде. Ҡалабыҙҙың “Көньяҡ” биҫтәһендә былтыр ғына асылған башҡорт балалар баҡсаһы коллективы ла кескәйҙәрҙә әсә теленә һөйөү тәрбиәләү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй. Күбеһенсә йәш ғаиләләр төйәк иткән был микрорайонда йәшәүсе ата-әсәләр өсөн күптән көтөлгән учреждение булараҡ, әлеге мәлдә унда ҙур ҡәнәғәтлек менән 120 бала йөрөй. Иртәнсәк үҙебеҙсә “Һаумыһығыҙ!” тип ҡаршы алып, кис “Һау булығыҙ, тағы ла осрашҡанға тиклем!” тип саф башҡортса оҙатып ҡалған баҡсабыҙҙа беҙ телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата ихтирам тәрбиәләргә, кескәйҙәрҙең күңел төптәренә быларҙың барыһына ла бәләкәйҙән һөйөү орлоҡтары һалырға тырышабыҙ. Бының өсөн бөтөн шарттар бар: балаларға тәғәйен төрлө халыҡ уйындары ойоштороу булһынмы, күргәҙмә материалдар аша күңелдәренә әсә теленең нескәлектәрен һеңдереүме – быларҙың һәр береһе ал-ял белмәй тир түгеүсе тәрбиәселәрҙең көндәлек тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе. Кескәйҙәр, әлбиттә, әкиәт тыңларға, йырларға, бейергә бик әүәҫ. Шуны иҫтә тотоп, телебеҙгә һөйөүҙе беҙ тап халыҡ ижады аша ла еткерергә тырышабыҙ. Әсә телендә яңғыраған әкиәттәрҙе улар кинәнеп тыңлай, ундағы геройҙарҙың кисерештәре аша үҙҙәренә фәһем ала, тормош тәжрибәһе туплай, яманлыҡ менән яҡшылыҡты айырырға, дуҫлыҡты яҡларға һәм һаҡларға өйрәнә, изге эштәр башҡарыу мөһимлегенә, хәҡиҡәттең еңеп сығырына ышана һәм инана. Балалар өсөн яҙылған китаптарҙағы шиғырҙарҙы бергәләп ҡысҡырып уҡыу, тасуири итеп ятлау, кескәйҙәргә тәғәйен ябай һәм матур йырҙарҙы башҡарыу ҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләүҙең ышаныслы, мөһим юлдарының береһе.

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Тап шул фекерҙе күҙ уңында тотоп, беҙ һәр кескәй менән айырым эшләргә, ата-әсәләре менән берлектә уларҙы киләсәктә мотлаҡ рәүештә башҡорт телен яҡшы белгән, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен ентекле өйрәнгән, ихтирам иткән рухлы шәхестәр итеп үҫтерергә һәм әҙерләргә тырышабыҙ. Әлеге мәлдә малай һәм ҡыҙҙарҙың күңелдәренә оло һөйөү менән һалынған тәрбиә орлоҡтары алдағы йылдарҙа яҡшы шытым бирер, тип ышанабыҙ.

Гөлнара Сырлыбаева, 5-се төп дөйөм мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң физик тәрбиә биреү инструкторы.

Читайте нас: