Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен дөрөҫ өйрәнеү өсөн

Балалар баҡсаһынан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә балаларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Әммә республикала уҡытыу-тәрбиә программаһы буйынса башҡорт телендә методик әсбаптар етешмәү сәбәпле, тәрбиәселәргә телмәр үҫтереү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа...

Балалар баҡсаһынан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә балаларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Әммә республикала уҡытыу-тәрбиә программаһы буйынса башҡорт телендә методик әсбаптар етешмәү сәбәпле, тәрбиәселәргә телмәр үҫтереү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа.

Быны иҫәпкә алып “Йондоҙло” балалар баҡсаһының ижади төркөмө М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның доценты, педагогоя фәндәре кандидаты Э.Ғ. Ҡасимова етәкселеге аҫтында “Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” исеме аҫтында эш дәфтәрҙәре өҫтөндә эшләне. Балалар баҡсаһы мөдире Р.Ә. Рәхимғолова редакцияһы аҫтында өлкән тәрбиәсе З.С. Ишдәүләтова, уҡытыусы – дефектолог Г.Х. Фәйезова, уҡытыусы – логопедтар Д.Р.Баклеева, А.З. Шәйхисламова һәм тәрбиәселәр, Л.Р.Дилмөхәмәтова, Р.С.Мөхәмәтшина, К.Ғ. Әүәлбаева 4 йәштән 7 йәшкәсә балалар өсөн мауыҡтырғыс дидактик уйындар һәм күнекмәләр тупланы. Эш дәфтәренә тәрбиәселәр дәрестә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә ҡулланырлыҡ дидактик уйындар, күнегеүҙәр, тиҙәйткестәр, телшымартҡыстар индерелде. Методик әсбапта милли рух тәрбиәләүгә, халыҡ мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм тарихы менән танышыуға ярҙам итерлек әҙәби әҫәр, әкиәт, йыр, шиғыр һәм башҡа халыҡ ижады, шулай уҡ педагогтар үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр ҡулланылды.

Эксперимент шарттарында телмәр үҫтереү эшен системалы һәм һөҙөмтәле ойоштороу – педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Был йүнәлештә иһә “Йондоҙло” балалар баҡсаһында маҡсатҡа ярашлы эш башҡарыла. Мәҫәлән, педагогтар республика кимәлендә конференцияларҙа, балалар баҡсаһында педсовет, семинар-практикум, консультация үткәреп алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу системалы рәүештә үтә.

Ошо көндәрҙә балалар баҡсаһында “Туған телде өйрәнеүҙә актуаль проблемалар” исеме аҫтында фәнни – ғәмәли конференция үтә. Был мәртәбәле сарала педагогтар асыҡ дәрестәр күрһәтеп кенә ҡалмай, ә туған телде өйрәтеүҙә килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итеү юлдарын эҙләй. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән һөҙөмтәле алымдарҙы эҙләгәндә, тапҡанда, туҡтауһыҙ камиллашҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булырын аңлап эш итә беҙҙең педагогтар.

Г. Фәйезова, “Йондоҙло” балалар баҡсаһының уҡытыусы-дефектологы.

Читайте нас: