Бөтә яңылыҡтар

Һалдат хәтирәләре

"... - Смольников, посылка кемгә ебәрелгән, уҡы. Һинең исем-фамилиямы?Бындай ҡаңғырыҡты көтмәгән Назар баҙып ҡалды.- Минеке, иптәш полковник.- Ул сағында ни өсөн һин унан баш тартаһың?- Кемдән миңә посылка көтөргә? Мин бит үкһеҙ етем, посылка ебәрер кешем юҡ... - Һалдаттың күҙендә шундай ауыр һыҙланыу сағылды. Ә тауышы... бысаҡ менән йөрәкте телделәрме ни.- Ҡара һалдат, адресты – һинең ҡала, һин уҡыған мәктәп. Һин хаҡлы түгел, һалдат, хаҡлы түгел... Һине иҫләйҙәр һәм ҡайҙа икәнлегеңде лә беләләр. Шуға ла ебәргәндәр. Рөхсәт итһәң, ошонда уҡ асып ҡарайыҡ, һинекеме, юҡмы икәнен асыҡлайыҡ..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

- Смольников, һиңә посылка килгән, почтала ята. Төштән һуң килһәң, бергә барып алырбыҙ, - тине рота командиры Назарға ҡарап.
Ә Назар, уға бер ниндәй ҙә әһәмит бирмәйенсә: “Бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Яңылышҡандарҙыр. Мин бер кемдән дә посылка көтмәйем”, - тине.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, замполит тағы ла посылка тураһында рота командирының иҫенә төшөрҙө. Уның урынына лейтенат: “Яңылышҡандарҙыр моғайын. Рядовой бер ҡайҙан да посылка көтмәйем, тип белдерҙе”, - тине. Ул үҙ сиратында ротныйға ла шул уҡ һүҙҙе еткерҙе. Яңылышһалар – яңылышҡандарҙыр, тип замполит та тынысланды.
Әммә, һуңынан... Бер аҙҙан замполит бөтәһен дә - ротныйҙы ла, сержантты ла, кәрәккәнен дә, кәрәкмәгәнен дә аяҡҡа баҫтырҙы. Ярты сәғәттән посылка өҫтәлгә лә килеп ятты. Беҙҙең Назарҙы ла саҡырҙылар.
- Смольников, посылка кемгә ебәрелгән, уҡы. Һинең исем-фамилиямы?
Бындай ҡаңғырыҡты көтмәгән Назар баҙып ҡалды.
- Минеке, иптәш полковник.
- Ул сағында ни өсөн һин унан баш тартаһың?
- Кемдән миңә посылка көтөргә? Мин бит үкһеҙ етем, посылка ебәрер кешем юҡ... - Һалдаттың күҙендә шундай ауыр һыҙланыу сағылды. Ә тауышы... бысаҡ менән йөрәкте телделәрме ни.
- Ҡара һалдат, адресты – һинең ҡала, һин уҡыған мәктәп. Һин хаҡлы түгел, һалдат, хаҡлы түгел... Һине иҫләйҙәр һәм ҡайҙа икәнлегеңде лә беләләр. Шуға ла ебәргәндәр. Рөхсәт итһәң, ошонда уҡ асып ҡарайыҡ, һинекеме, юҡмы икәнен асыҡлайыҡ.
Назар һаман урынында баҫып тороуын белде, йәшниккә тейергә батырсылыҡ итмәне. Кемдер уның иҫләүенә һәм посылка ебәреренә ышанманы.
Ротный әкрен генә посылканы асты. Ул тәмлекәстәр һәм һалдатҡа кәрәкле әйберҙәр менән туп-тулы ине. Ә өҫтөндә хаттар һәм открыткалар ята. Уларҙың һәр береһе: “Һаумы, Назар!”, - тип башлана.
Назарҙың быуындары ҡалтырап, аяҡтары тотмаҫ булды. Лейтененат ултырғыс ҡуйып: “Ултыр, ҡабаланмай ғына уҡып сыҡ”, - тине. Ә Назар бер нәмә лә ишетмәй ине. Хаттарҙың һәр береһен ҡабалана-ҡабалана, йотлоғоп уҡырға тотондо. Уға, бары тик уға ғына тәғәйенләнгән ине был хаттар! Күпме хыялланды ул ошондай мәлдәр хаҡында!.. Хатта төшөнә лә инеп ыҙалата ине!.. Хатта бында ла, армияла ла. Һәм бына ул минуттар... Хаттарҙың һәр береһе йылылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған ине. Ул үҫеп, буй еткән тыуған төйәгенең тәмле хуш еҫе таралғандай булып китте. Посылка уның баласағы, йәшлек йылдары ҡалған ҡалаһынан ҙур сәләмдәр алып килгән. Уның күҙ алдына беренсе класҡа барған ваҡыты, дуҫтары, уҡытыусылары килеп баҫты... Бына уларҙың сығарылыш кисәһе... Назар кинәт кенә ҡулдары менән күҙҙәрен ҡапланы. Бер аҙҙан ҡулдарын алып, йәшләнгән күҙҙәре менән төбәлеп, ҡалтыранған, малайҙарса, бер ҡатлылыҡ менән:
- Егеттәр, былар бөтәһе лә миңәме? – тип һорап ҡуйҙы.
Бер кем дә өндәшмәне. Егеттәрҙең тамағына төйөр килеп тығылғайны. Замполит, бер аҙ баҫып торғандан һуң, Назарҙың башынан һыйпап, арҡаһына ҡағып:
- Һиңә, Назар, һиңә, - тине.
Һеҙ ирҙәр иламай, тиһегеҙме? Яңылышаһығыҙ. Ирҙәр ҙә илай. Йөрәк шундай ябай ғына бер тойғоға – һине иҫләгәндәрен һәм көткәндәрен белеп тә илай икән ул.
Назар күҙ йәштәрен йәшермәне. Көсһөҙлөктән түгел ине улар, юҡ. Уға бик оҙаҡ көслө булырға тура килде. Ә бында... бында көс кәрәкмәй. Йөрәктән йөрәккә барып еткән изгелек – көсөргәнешлек талап итмәй.
Назар ихлас итеп йылмайып:
- Мөғжизәләр ҙә була икән ул! Ни тиклем кемгәлер бик тә кәрәкле булғым килә торғайны. Ҡалай ҙа ғына был тормош яҡшы икән, яҡты, матур!.. Йәшәгеләрем килеп китте... Рөхсәт итегеҙ китергә?..
Смольников казармаға атлап ҡына ла түгел, осоп тигәндәй барып инде. Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән бүлешергә кәрәк икәнлеген яҡшы белә. Ә улар бында бик күп. Бөтәһенә лә етәсәк... Шуның өсөн дә ул ашыҡты...
Авторы билдәһеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА тәржемәһе.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: