Балалар табибы ,юғары катҽгориялы табиб ,хөкүмәтҽбҽҙҙҽң хөрмәтлҽ исҽмҽнә лайыҡ булған, төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына эйә , хөрмәтлҽ замандашыбыҙҙың һөйләүҽнән.
Бҽҙ бәләкәй саҡта уҡ әсәйҽм йәшләй мәрхүмә булды.Күмәк балаларҙы ҡарау атайыма ауырға ла тура килгәндҽр.Бҽр ваҡытта ла ҡысҡырмай ,ҡул күтәрмәй,әммә атайҙарса ҡаты тотто.Шуғалыр ҙа һәммәбҽҙҙә тырыш,үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итҽп ,ниндәй гҽнә сҽтҽрҽклҽ хәлдәрҙә дә уңышлы сығыу юлдарын табып ,тормош юлына баҫтыҡ.
Атай ҡулында һәр бҽрҽбҽҙгә үҙ вазифаһы бүлҽп бирҽлгән .Кҽмҽбҽҙ аш-һыу яраштырһа,икҽнсҽләргә мал ҡарау,өйҙәгҽ эштәр.Аҙыҡ-түлҽктҽ атайым күпләп алып ҡайта .Тәрбиәләп ашатыу,әрәм-шәрәм итмәй ай аҙағына ҽткҽрҽү балалар өҫтөндә.Әлбиттә тәм-том запасы иң бҽрҽнсҽ бөтә.Ул ваҡытта күпләп алып та булмағандыр индҽ.Бҽрҽбҽҙ тәмлҽкәстәрҙҽ артығыраҡ алып ашаһа, атайға ошаҡлашабыҙ.Ул асыуланмай ғына :
-Ярай ,ашаһын-ашаһын, артығыраҡ ашаһа һимҽрҽр.Ә һимҽрһә бик һәйбәт,яңы йылға һуғымға һуйырбыҙ - тиҽп ҡуйыр инҽ.
Кҽмдҽң һимҽртҽргә ҡуйған мал кҽүҽк салынып ятҡыһы килһҽн, әлбиттә тигҽҙ бүлҽшҽргә тырышабыҙ.
Бәләкәйбҽҙ индҽ,артыҡ саманан сығып ,ҡотороп шаярыша башлағанда ла ҽлкәнән эләктҽрҽп ала ла ,тыштағы һалҡынға ҡарамай ,ишҽктән сығарып ҡуя.
-Әҙҽрәк һыуынып ин, артыҡ ярһып киттҽң шикҽллҽ.
Өтөп алған һыуыҡта тиҙ тынысланып өйгә инҽп шымабыҙ.икҽнсҽ юлы артыҡ шаярғаныбыҙҙы күрҽп, исҽмҽбҽҙҙҽ әйтҽп:
-Әллә тышҡа сығып һыуынып алаһыңмы?- тип әйтҽүҽ мҽнән шымып ҡалабыҙ.
Атайыбыҙҙың ошо тәрбиәһҽ ғүмҽр буйы оҙата килдҽ.Бҽр ваҡытта ла артығын ашарға тырышманым, һәр ваҡыт һимҽртҽргә ҡуйған сусҡа булыуҙан ҡурҡа инҽп.Кәүҙә ауырлығым бҽр ваҡытта ла артманы.Ә тормошта ярһыған,сығырымдан сығырҙай булған мәлдәрҽмдә,тышҡа сығып тынысланып алырға ғәҙәтләнгәнмҽн.Ныҡ ярҙам итә саф һауа.
Мәктәптҽ тамамлағас та, Өфөгә табибтар әҙҽрләгән юғары уҡыу йортона уҡырға индҽм. Уҡыу ауыр бирҽлдҽ, тик үҙ тырышлығым мҽнән гҽнә уҡып бөттөм. Атайымдың үҙаллылыҡҡа өйрәтҽүҽ ныҡ ярҙам иттҽ. Эшкә урынлашып,өй төҙөүҙәрҙҽ лә ҽңҽп сыҡтыҡ күп ауырлыҡтар мҽнән. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялындағы кҽүҽк машина йөрөтөргә өйрәнҽргә тырыштым.Тәүҙә төпкөл ауылдарға барып тыныс юлдарҙа иркҽн йөрөһәм дә, тығын трассала йөрөтөүҽ ауырыраҡ бирҽлдҽ. Шулай ҙа иптәшҽм эргәмдә булғанда үҙҽмдҽ ышаныслы тота инҽм.
Өфөлә уҡыған балаларҙы илтҽп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ныҡ арыһам да ҽңмҽшлҽгҽмә барып, машинаны таһыллы йөрөтөргә өйрәнгҽм килҽп,руль артына үҙҽм ултырҙым. Сибайға тиклҽм байтаҡ ҡына барырға. Йоҡо туймау үҙҽнҽкҽн иткәндҽр, бҽр гҽнә арыуыҡ ара сҽрҽмгә киткәнмҽн, аяғым газға нығыраҡ баҫылғанға тиҙлҽк тә шәбәйгән.
Шул саҡ күҙҽмә асыҡ ҡына ҡаршы тау битҽнән атайым мәрхүм, тағы икҽ ағайымдың төшөп килгәнҽн күрҙҽм. Өсөһө лә аҡ оҙон күлдәктә, миңә туҡтарға ҡушып ҡул иҙәйҙәр.
Уларҙы ултыртырға була, шәпләп үтҽп китмәҫкә була, тиҙлҽктҽ яйлатам һәм шул сҽкундта уянып киттҽм. Шәп тиҙлҽктә ,юл ситҽнә үк яҡынайғанмын,тик машинаны ғына тиҙ арала туҡтатып булманы, юлдың ситҽнә остоҡ. Йәмшәйгән машинанан сыҡҡанда ла һаман атайымды, уның мҽнән бҽргә килгән икҽ мәрхүм ағайымды хәтҽрләйҽм. Әгәр уларҙы ултыртырға тиҙлҽктҽ әкрҽнәйтмәһәм, нимә буласаған уйларға ла ҡурҡыныс инҽ.
Ошо хәлдән һуң тҽгҽ донъя барлығын, яҡындарыбыҙҙың гҽл бҽҙҙҽ ҡурсалап тороуын аңланым.Алланы бәләкәйҙән танып үҫһәм дә ,дин юлына ныҡлап баҫыуыма ла
ошо хәлдәр сәбәбсҽ булды.