Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Аллаға шөкөр!

Иртән торғас, Ҡояш күрәм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!Ысыҡлы сәскәләрҙе үбәм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!Дуҫ иштәрем хәл белешә - АЛЛАҒА ШӨКӨР!Ҡулдарын биреп күрешә - АЛЛАҒА ШӨКӨР!Үҙ аяғымда йөрөйөм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!.. (Дауамы беҙҙең сайтта)

Иртән торғас, Ҡояш күрәм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Ысыҡлы сәскәләрҙе үбәм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Дуҫ иштәрем хәл белешә - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Ҡулдарын биреп күрешә - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Үҙ аяғымда йөрөйөм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Изге теләктәр теләйем - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Туғандар һәр саҡ янымда - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Мөхәббәт ҡайнай янымда - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Өҙөлөп һөйәр йәрҙәрем бар - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Мине яратҡандары бар - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Күңелем тулған йыр-моң менән - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Үҙ көнөмдө үҙем күрәм - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Мине аңлар дуҫтарым бар - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Атлар өсөн юлдарым бар - АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Доғаларым тел осомда - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Изгелектәр гел уйымда - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Алла бирһә йәшәйем әле - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Йәшен булып йәшнәйем әле - АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Күҙем күрә, ҡулым иҫән - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Хоҙай миңә илһам биргән - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Ҡөҙрәтемә баға алам - АЛЛАҒА ШӨКӨР!
Рәхмәт Һиңә, Рәхмәт Аллам - АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Э.Исхакова
Читайте нас в