Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тупһаң таҙамы?

Ошоға ҡағылышлы бер хәҙискә туҡталайыҡ. Улы Исмәғил өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уның хәлен белергә Мәккәгә килә. Йорт ишеген килене аса.– Исмәғил ҡайҙа? – тип һорай Ибраһим ғәләйһис-сәләм.– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте, – тип яуаплай ҡатын.– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә Ибраһим ғәләйһис-сәләм.– Насар, бик насар, – тип һөйләй башлай килене. – Гел мохтажлыҡ кисерәбеҙ...Ибраһим ғәләйһис-сәләм зарҙы тыңлап бөтә лә улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйырға ҡушып ҡайтып китә.Ире ҡайтҡас, ҡатыны уға барыһын да еткерә. Уныһы: “Тимәк, атайым килгән. Ул миңә һине айырырға ҡушҡан”, – ти ҙә кәләшен ҡайны-ҡәйнәһенә алып барып ҡалдыра... (Дауамы беҙҙең сайтта)

ТУПҺАҢ ТАҘАМЫ?

Исламда ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе юғары. Хатта ки Ҡөрьәндә уларҙың тормош-көнкүрешенә, хоҡуҡтарына ҡағылышлы айырым сүрә – “Ән-Ниса” – бар. Ләкин ҡатын-ҡыҙ, дәрәжәһенә һылтанып, тәкәбберлеккә бармаҫҡа, тормоштоң сәскәһе, йорт, ғаилә ҡото булып йәшәргә тейеш.

Ошоға ҡағылышлы бер хәҙискә туҡталайыҡ. Улы Исмәғил өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уның хәлен белергә Мәккәгә килә. Йорт ишеген килене аса.
– Исмәғил ҡайҙа? – тип һорай Ибраһим ғәләйһис-сәләм.
– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте, – тип яуаплай ҡатын.
– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә Ибраһим ғәләйһис-сәләм.
– Насар, бик насар, – тип һөйләй башлай килене. – Гел мохтажлыҡ кисерәбеҙ...
Ибраһим ғәләйһис-сәләм зарҙы тыңлап бөтә лә улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйырға ҡушып ҡайтып китә.
Ире ҡайтҡас, ҡатыны уға барыһын да еткерә. Уныһы: “Тимәк, атайым килгән. Ул миңә һине айырырға ҡушҡан”, – ти ҙә кәләшен ҡайны-ҡәйнәһенә алып барып ҡалдыра...
Исмәғил икенсегә өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәнә килә. Ишекте килене аса.
– Исмәғил ҡайҙа?
– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте.
– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң?
– Шул ҡәҙәр һәйбәт. Барыһы ла бар, әл-хәмдү лил-ләһ!
Ибраһим ғәләйһис-сәләм улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын нығытып ҡуйырға ҡушып, ҡайтырға юллана. Ҡатыны иренә барыһын да еткерә. “Был кеше – атайым. Ул миңә һинең менән араны нығытырға, бер ҡасан да айырылмаҫҡа ҡушҡан”, – тип белдерә ире, ҡыуанысын йәшерә алмайынса.
Ибраһим ғәләйһис-сәләм ниңә ҡатынды “тупһа” тип атаған? Күҙ алдына килтерегеҙ: бер йорттоң бысраҡ һикәлтәләре урам буйына уҡ күренеп тора, ти. Нимә тип уйларһығыҙ? Әлбиттә, хужабикәнең әрпеш, ялҡау булыуы тураһында. Тупһа – көҙгө. Ул ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй икәнен күрһәтеп тора.
Хәҙистән аңлашылыуынса, гүзәл зат вәкиле башҡалар алдында һис ҡасан иренә зарланмаҫҡа, бәлә һалмаҫҡа тейеш. Ауыр саҡта ла, еңел мәлдә лә хәләлеңдән айырылмау, уға терәк-таяныс булыу зарур. Әгәр ҙә инде ирең ялҡаулығы, булдыҡһыҙлығы сәбәпле өйҙә ята икән, икенсе мәсьәлә. Ә тырышҡан, балаларын, ҡатынын туйындырырға, мохтажлыҡта йәшәтмәҫкә ынтылған ғаилә башлығы ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Уға һүҙ менән булһа ла ярҙам итеү, таяныс булыу зарур.
Читайте нас: