Иң матур башҡорт һүҙен һайларға онотмағыҙ!

Тауыш биреү әле лә дауам итә. Иң матур һүҙҙәр араһында "Әсәй", "Мөғжизә", "Атай", "Берҙәмлек", "Рәхмәт", "Башҡортостан", "Ватан", "Мөхәббәт", "Һаулыҡ", "Йәнтөйәк", "Изгелек", "Бала" тигән һүҙҙәр бар. Һеҙгә ниндәй һүҙ нығыраҡ оҡшай?

Добавить в предпочтительные источники Google

Әле 553 һүҙ тәҡдим ителгән. Әле лә һуң түгел. 15 ноябргә тиклем bashslovo.ru сайтына инеп, сайтта яҙырға йә булмаһа ҡағыҙға яҙып, фотоға төшөрөп, һалырға мөмкин.

22 ноябрҙә иң күп ҡабатланған 12 һүҙ араһында иң матуры һайлап алынасаҡ.

Әле был "Иң яҡшы 12" араһында ошо һүҙҙәр осрай:

1. Әсәй

2. Мөғжизә

3. Атай

4. Берҙәмлек

5. Рәхмәт

6. Башҡортостан

7. Ватан

8. Мөхәббәт

9. Һаулыҡ

10. Йәнтөйәк

11. Изгелек

12. Бала