Бөтә яңылыҡтар

Тормош һабаҡтары

Кем кәрәкмәй, балам, тормошоңданҺыҙып ташла яҡын юлатма.Ике йөҙлө, юха әҙәмдәрҙеңКүңел ҡапҡаларын, һин ҡаҡма!Һаҡ бул балам, тыштан ялтырауыҡӘ эсенән үсле, көнсөлдән...

Кем кәрәкмәй, балам, тормошоңдан
Һыҙып ташла яҡын юлатма.
Ике йөҙлө, юха әҙәмдәрҙең
Күңел ҡапҡаларын, һин ҡаҡма!
Һаҡ бул балам, тыштан ялтырауыҡ
Ә эсенән үсле, көнсөлдән.
Ғүмере буйы улар көнләшәлер
Тормош көткән уңған, йүнселдән.
Хәбәреңде балам,и пләп һөйлә
Ҡулланмаһын дошман яманға.
Серҙәреңде һаҡла күңелеңдә
Һәм ышанма алдаҡ, ялғанға.
Һаҡ бул балам, абайламай ғына
Һин эләкмә мәкер, ҡапҡанға.
Үҙ-үҙеңә таян көслөрәк бул
Ниндәй генә хәлдә ҡалһаңда.
Кер төшөрмә таҙа намыҫыңа
Дошман күңелдәрен үҫтермә.
Тоғро ҡатын, бул һин изге әсә
Барыр юлдарыңды киҫтермә.
Һәр йылмайған берәү дуҫ-иш булмаҫ
Оҡшаһала тыштан һәйбәткә.
Ғәиләң-ҡәлғәң селпәрәмә килер
Һин ышана күрмә ғәйбәткә.
Яҡты йөҙөң, өҫтәл тулы һыйың
Асыҡ булһын йортоң ишеге.
Ҡот уйнаһын, бәхет, шатлыҡ менән
Бәүелһендәр сабый бишеге.
Әсәйеңдең үҙ башынан үткән
Тормош һабаҡтарын ҡабул ит!
Файҙалыһын күңелеңә һеңдер
Ә юҡ-барҙы алма, ситкә һип!

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
Читайте нас: